Тышта ябалаҡлап ап-аҡ ҡар яуа. Донъялағы бар бысраҡлыҡты, ҡаралыҡты йыуырға, ауыртыу-һыҙланыуҙарҙы, йөрәк әрнеүҙәрен баҫырға теләгәндәй, яуа ла яуа... Тәбиғәттең әйтеп бөткөһөҙ ошо матур күренешен дауахана тәҙрәһенән күҙен алмай күҙәткән Рәзилә уйҙары менән бик йыраҡта ине был мәлдә. Шулай булмай, бер йыл элек кенә ата-әсәһе эргәһендә һин дә мин йүгереп йөрөгән ҡыҙҙың яҙмышы ҡырҡа үҙгәреүен күҙ алдына ла килтерерлек түгел.
Ҡыйғас ҡашлы, оҙон керпектәр ҡаймалаған ҙур ҡара күҙле, йомро йөҙлө был ҡыҙсыҡтың тормошо бүтән йүнәлеш алыуында ата-әсәһе ғәйепле, көтмәгәндә ҡурҡыныс ауырыу менән сирләп китеүен иһә яҙмыш һынауы, тип фаразларға ғына ҡала.
Ҡыҙҙың атаһы менән әсәһе, Йәмилә менән Юлдаш, яратышып өйләнештеләр. Шул тиклем пар килгәйнеләр, уларға ҡарап һоҡланмаған кеше булмағандыр. Бер-береһенә ҡарата мөхәббәт хистәре көслө, урамға сыҡһалар, етәкләшеп, һөйөү тулы күҙҙәрен бер-береһенән алмай уҙа торғайнылар. Өйләнешкәндәренең икенсе йылына ғаиләләренә йәм өҫтәп Рәзиләләре тыуҙы.
Ҡыҙ бала ифрат теремек булды, атларға, һөйләшергә иртә өйрәнде. Орсоҡтай ғына бәпестәре йүгереп килеп “ялатам”, тип ҡосаҡлап алған саҡта күктең етенсе ҡатына менгәндәй ине ата-әсә. Ғаилә артабан да шулай бәхет солғанышында йәшәрҙәй тойола ине.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, салт аяҙ бәхетле көндәр ҡыҫҡа булды. Йәш пар яйлап эскелек һаҙлығына бата барҙы. Атай кеше йыш ҡына эшләгән ерендә лә эсте, ҡайтышлай магазинға инеп өйгә лә араҡы ташыны. Иренең ҡайтыуын һағынып көткән ҡатыны уға эйәреп, тәүҙә “аш алдынан”, тип, һуңынан бер сәбәпһеҙгә эсергә өйрәнде. Кәйефтәрен “күтәреп” алғандан һуң уларҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне, был мәлдә тормоштары түңәрәкләнгәндәй тойола ине. Хатта ҡай саҡ эргәләрендә асығып илап йөрөгән балаға ла иғтибар итмәнеләр.
Хәл ҡырҡыулашты – Юлдаш бер нисә тапҡыр эшенән ҡыуылды. Йәмилә иһә эсергә эҙләп ауыл ҡыҙырҙы, йыш ҡына ҡайтмай ҙа ҡалғыланы. Ғаиләлә ығы-зығы, талаш-тартыш башланды. Ҡасандыр бер-береһе өсөн йәндәрен бирерҙәй ҡатын менән ирҙе алыштырып ҡуйғандай ине. Меҫкен бала нишләһен, ҡайһы саҡ аслыҡтан, һыуыҡҡа түҙә алмай өс-дүрт саҡрым алыҫлыҡта йәшәгән өләсәһенә сығып китте. Был хәлгә тейешле органдар күҙ йомоп ҡалманы, ҡыҙҙы балалар йортона тапшырҙылар. Шулай итеп Рәзилә өсөн яңы тормош башланды. Етемлекте тойманы ла кеүек: хәстәрлекле тәрбиәселәр иғтибарына солғаны, өҫтө бөтөн, тамағы туҡ. Әммә былар күңел тыныслығы килтермәне, өҙөлөп тыуған йортон, ата-әсәһен һағынды. Уларҙы уйламған көнө булманы, моңһоуланды, һурығып китте. Һуңғы айҙарҙа иһә хәлһеҙлеккә зарланды, һулыған гөлгә оҡшап ҡалды. Сираттағы медицина тикшереүен үткәндә ҡанының составы үҙгәреүе асыҡланды, “лейкемия” тигән ҡурҡыныс диагноз ҡуйҙылар. Балалар йорто хеҙмәткәрҙәре һәм ҡыҙсыҡтың өләсәһе өсөн был хәл аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай тәҫьир итте. Йәше оло булғанлыҡтан, өләсәһенә Рәзиләне опекунлыҡҡа бирмәгәйнеләр. Ейәнсәрен күҙ алмаһылай күргән ханым табиптарҙың әйткәненән ҡойолоп төштө, көсһөҙлөктән үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Бер туған ҡустыһының ҡыҙы Ғәлиәнән баланы үҙ ғаиләләренә алыуҙарын үтенде. Ғәлиә өлкән йәштәге туғанын, бәләкәй ҡыҙсыҡты өҙөлөп йәлләне. Тормош иптәше Алмас менән кәңәшләшкәндән һуң, тиҙ генә кәрәкле документтарҙы йыйып, Рәзиләне тәрбиәгә алдылар. Был саҡта Ғәлиә менән Алмастың үҙ улдары үҫә ине. Апаһының ғаиләһенә күсеп, ысын ғаилә мөхитенә эләгеү менән генә ауырыу артҡа сигенмәне, ҡыҙ бөтөнләй аяҡтан йығылды. Рәзиләнең балалар йортонда йәшәй башлағандан һуң ошо ҡурҡыныс сиргә тарыуына, күпме анализдар тапшырып та, ошоға тиклем диагноздың асыҡланмауында Ғәлиә балалар йорто хеҙмәткәрҙәрен ғәйепләне. Рәзиләнең ауырыуына балалар йорто хеҙмәткәрҙәре иһә битараф ҡалманы. Уның аяҡҡа баҫыуына өмөттәрен өҙмәй ун көн һайын Өфөнөң онкология дауаханаһы юлын тапанылар. Химиотерапия үткән ҡыҙсыҡ эргәһендә балалар йортоноң медицина хеҙмәткәрҙәре, тәрбиәселәр алмашлап дежурҙа торҙо. Процедура организм өсөн эҙһеҙ үтмәне: Рәзиләнең ҡуйы ҡара сәстәре тотош ҡойолдо, үҙе танымаҫлыҡ булып ябыҡты, хәтере насарайҙы.
Яңы йыл алдынан дауаханала ятҡан балаларға байрам ойоштороу ниәтенән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы саҡырҙылар. Бүләктәрен таратҡандан һуң, Ҡыш бабай һәр баланың эргәһенә килеп теләктәре, хыялдары хаҡында һораны. Рәзиләгә сират еткәс, ул күп уйлап тормай: “Яңы йыл миңә ғүмер бүләк итһен”, – тип шыбырланы. Шыршы тирәләй йыйылған медицина хеҙмәткәрҙәре лә, балалар ҙа быны ишетеп, ҡапыл тынып ҡалды...
Ғәлиәнең ғаиләһендә икенсегә улдары тыуҙы. Һаулығы ҡаҡшаған баланы тәрбиәгә алыу ифрат ҙур яуаплылыҡ икәнен, ауырлыҡтар тыуҙырасағын аңлаһа ла, һүҙендә торҙо ул. Тейешле дауаланыу курстары алғандан һуң, һеңлеһе Рәзиләне тура үҙҙәренә алып ҡайтты. Аяуһыҙ сир алдында үҙҙәрен көсһөҙ тойоу арҡаһында бик күп күҙ йәштәре түгелде. Ашығыс ярҙам машинаһын көтөп йоҡоһоҙ төндәр үтте. Айлап дауаханаларҙа яттылар. Ләкин ғаилә ағзалары бөгөлөп төшмәне, зарланманы, бар тырышлығын ҡыҙҙың һаулығын нығытыуға, уға дөрөҫ тәрбиә биреүгә йүнәлтте.
Рәзиләне аяуһыҙ сир аяҡтан йыҡҡанда, мәктәпкә уҡырға төшкән генә сағы ине. Класташтары менән уҡыуын дауам итә алманы. Киләһе йылында иһә бар тырышлығын һалып беренсе класты тик яҡшы билдәләргә тамамланы. Ғәлиә менән Алмастың шатлыҡтарының иге-сиге булманы.
Артабан иһә Рәзиләгә йыл һайын Өфөгә барып анализдар тапшырырға тура килде. Иң ҡыуаныслыһы – анализдар яҡшырғандан-яҡшырҙы. Ҡаты ауырыу ҡурҡыныс төштәгеләй артта ҡалды. Айҙар, йылдар елеп үтте. Рәзилә матур ҡыҙ булып буй еткерҙе. Туғыҙынсы кластан һуң Белорет педагогия училищеһына уҡырға инде, уны уңышлы тамамлағандан һуң Өфө вуздарының береһендә уҡыуын дауам итте.
Һирәк-һаяҡ ҡына булһа ла ата-әсәһе эргәһенә барып йөрөнө. Нисек кенә булмаһын, иң яҡын кешеләре бит улар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәһен йәшләй генә инсульт һуҡты. Ғәрипләнгәндән һуң таяҡҡа таянып саҡ атлап йөрөнө. Атаһы күп эсеүҙән кешелек сифаттарын бөтөнләй юғалтты һәм көндәрҙән-бер көн хәбәрһеҙ юғалды. Әсәһе әле үҙенән күпкә оло кешегә кейәүгә сығып йәшәп ята. Ейәнсәрен өҙөлөп яратҡан, уға бәхетле яҙмыш теләгән өләсәһе лә юҡ инде яҡты доньяла.
Әлеге мәлдә Рәзиләнең янында әсәһен алмаштырған Ғәлиә апаһы, атаһы урынына ҡалған Алмас ағаһы, “апай” тип өҙөлөп торған ҡустылары бар. Үҙе иҫән-һау, уҡыуын дауам итә.
Эйе, һәр кем бәхетте үҙенсә аңлай. Берәүҙәр уны балаларында, икенселәр төрлө өлкәләрҙә яңынан-яңы үрҙәр яулауҙа, өсөнсөләр донья малы йыйыуҙа күрә. Миңә ҡалһа, үҙең һәм яҡындарың иҫән-һау булып, татыу итеп йәшәүҙән дә юғарыраҡ бәхет юҡтыр.
Ә.М. ФӘРРӘХОВА, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Учалы төбәк Яҙыусылар Союзы ағзаһы.