Һәр яҡтан сәләмәт, ижади, тәрбиәле шәхес формалаштырыу – ғаилә, мәктәп һәм йәмғиәттең иң оло бурысы. Хәҙерге ваҡытта, донъяла әлегәсә күренмәгән үҙгәртеп ҡороуҙар барғанда, был айырыуса мөһим.
Беҙҙе уратып алған тирә-яҡ мөхит кешегә төрлөсә йоғонто яһай. Берәүҙәр дөрөҫ юлдан китһә, икенселәре яңылыша. Статистика күрһәткестәре буйынса, студенттар һәм мәктәп уҡыусылары тәмәке, насвай, марихуананы бер тапҡыр ғына татып ҡарау ниәте менән яңылыш юлдан китә. Ни өсөн?
Өлкәндәр балаларға был һорауҙы йыш бирһәләр ҙә, үҙҙәре үк ошо хәлгә этәргес ролен үтәй. Күпселек ир-егеттәр тәмәке тарта. Закон тарафынан ҡабул ителгән тыйыуҙар ҙа тартыусыларҙы туҡтата алмай. Балалар был күренеште йәмәғәт урындарында ғына түгел, ә өйҙә күрә һәм күҙәтә. Тәүҙә ҡабып ҡарағылары килә, ә артабан инде организм күнегә: тағы ла күберәк күмәлдә адреналин һорай башлай. “Тәмәкенең зыяны юҡ, ул миңә тынысланырға ярҙам итә,” – тип уйлаған балалар тәрән яңылышыуын аҙаҡтан ғына аңлай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла тәмәке тартыусылар йылдан-йыл арта бара. Фильтрлы тәмәке ҡурҡыныс түгел, тип фекерләй улар. Тәмәке ҡатын-ҡыҙ организмына айырыуса тиҫкәре йоғонто яһай. Төрлө ауыр сирҙәрҙең, ҡайһы осраҡта хатта түлһеҙлектең башланғысы тап бәләкәй тәмәке төпсөгөнә барып тоташа.
Үҙ балаһының тормошона, яҙмышына битараф ҡараған яуапһыҙ әсәләр ҙә күп осрай. Үҫмерҙәр араһында тәмәке тартыу, шикле кешеләр менән осрашыу тап ошо күңел йылыһы таба алмаған осраҡтарҙа башланыуы мөмкин. Үҙ-үҙенә бикләнгән, яҡын кешеләре тарафынан аңлау тапмаған бала яйлап насар юлға баҫа, тәмәкенән, наркотиктан ләззәт ала башлай. Ата-әсәләр, донъя ҡыуып, эш менән мәшғүл булып, бала тәрбиәләүгә ваҡыт бүлә алмай. Был осраҡта ғәйептең төп өлөшө – уларҙың үҙендә. Үҫмерҙе шәхес итеп танымау, күңел торошона иғтибар итмәү һәләкәткә алып барып еткереүе ихтимал.
Тәмәке тартыусылар организмдарына күпме зыян килтереүен аңлап етмәй: тештәрҙең эмале һарғая, үпкәләр төтөндән ашала, аппетиттары насарая. Тәмәке тартыусыларҙың күбеһе еҫтәрҙе тоймай башлай. Зарарлы төтөн, тын алыу органдарына ултырып, туҡтауһыҙ йүткереүгә килтерә. Психика боҙола: кеше тиҙ ҡыҙып китә, юҡҡа туҙына, тартмай торһа, кәйефе булмай.
Коляска этеп, тәмәке көйрәтеп барған йәштәрҙе күреп, йән әсей. Был осраҡта баланың нығынып бөтмәгән организмына ҙур зыян килә, ә ул хәл йыш ҡабатланһа, тәмәке еҫенән сабый пассив тартыусыға әйләнә.
Тәмәкене ҙур партиялар менән сығарыу һәм ҡыйбатлы хаҡҡа һатыу етештереүселәр өсөн отошло. Улар өсөн тәмәке һәм алкоголле эсемлектәр – күп килем килтереүсе тауар. Кеше өсөн ул – организмын ҡаҡшатыусы, ғүмерен ҡыҫҡартыусы, аҡсаһын талаусы. Ошоно ваҡытында аңлап, ҡырт киҫергә кәрәк тә һуң?! Үҙендә көс табып, тартыуын ташлағандар, үкенескә ҡаршы, бик һирәк.
Бөгөн һәр магазинда, кибеттә, баҙарҙа, урамда тәмәке һатыла, йәғни тартырға теләүселәргә бар ишектәр ҙә асыҡ. Дәүләт тарафынан тыйыуҙар булмағас, башҡа төрлө саралар күрелмәгәс, кеше үҙен-үҙе ҡайғыртырға, һаулығы тураһында уйларға тейеш. Урамда тартып йөрөүсе балаларға иҫкәрмә эшләп китеүсе өлкәндәр ҙә юҡ хәҙер. Бар ерҙә битарафлыҡ хөкөм һөрә.
Ғүмерем буйы балалар менән эшләүсе педагог булараҡ, тәмәке тартыу проблемаһы мине һәр ваҡыт борсоно. “Киләсәк быуындың яҙмышы – беҙҙең ҡулдарҙа. Йәштәштәрем, дуҫтарым! Насар ғәҙәттәрҙән арынып, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барайыҡ, тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйек”, — тип өндәшәм мин һәр дуҫыма.
Ҡайһы бер ата-әсәләр, минең улымдан, ҡыҙымдан тәмәке еҫе килмәй, тип тыныслана. Ә балалар араһында еҫ сығармаған матдә ҡулланыусылар ҙа етерлек. Ул – насвай, йәшел төҫтәге борсаҡ. Тәмәкегә ҡарағанда күпкә осһоҙ. Насвай – наркотиктың бер төрө, бала организмына тиҙерәк һәм көслөрәк тәьҫир итә.
Балаларыбыҙҙы ошондай яман ғәҙәттәрҙән аралап ҡалыуҙа тәрбиәселәрҙең роле баһалап бөткөһөҙ. Гимназия-интернат шарттарында иһә тәрбиәсенең түңәрәк етәкселәре менән бергәләп эшләүе яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә. Үҙ эшен яратып башҡарған тәрбиәсе баланың һәләтен күрә һәм тейешле түңәрәккә йүнәлеш бирә. Был яҡтан мин, түңәрәк етәксеһе булараҡ, бик уңдым. Класс етәкселәре, тәрбиәселәр, уҡытыусылар менән һәр саҡ бәйләнештәмен. «Сулпан» балалар театрын етәкләүсе булараҡ, Ф.Ғ. Ишморатова, Р.Р. Айсыуаҡова, Л.Ғ. Еникеева, Т.З. Бикмуллина, Р.З. Иҫәнбаева, Д.С. Ғәбитова, Р.Р. Өмөтбаева, Л.Р. Тимашева, Юнеско проекттары координаторы Р.Х. Хилажева, музей етәксеһе С.Р. Хәмиҙуллиналарҙың, гимназиябыҙҙың башҡорт теле уҡытыусыларының ярҙамын тойоп эшләйем. Шулай бер команда булып эшләгәндә генә уңышҡа өлгәшергә була.
Мин түңәрәккә йөрөгән балаларҙы үҙ фекерен матур итеп әйтә белгән, аудиториянан ҡурҡмаған, эстетик яҡтан юғары, рухи яҡтан бай шәхес итеп үҫтерергә тырышам.
Түңәрәктәргә йөрөгән балалар, артист булмаһалар ҙа, уларҙың сәхнәлә алған тормош һабаҡтары, рухи байлыҡтары үҙҙәре менән ҡала. 12 йылдан ашыу социаль педагог эшен атҡарғанда шуҡ егет-ҡыҙҙарҙы үҙемдең түңәрәккә йәлеп итеүҙе бурысым тип иҫәпләнем. Уҡыуҙан ҡыуылыу баҫҡысында торған егеттәр, түңәрәккә йәлеп ителеп, гимназияны уңышлы тамамланылар. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған, төрлө яҙмышлы, үҙҙәренә бикләнгән балалар ҙа, түңәрәккә йөрөп, асылып, күңелдәрен борсоған һорауҙарға яуап таптылар.
Тәрбиәсе Л.Ғ. Еникеева, класс етәксеһе С.Р. Хәмиҙуллина менән берлектә эшләүҙең һөҙөмтәһен шулай уҡ әйтеп китмәү мөмкин түгел. Уларҙың класы менән ижади төркөм төҙөп, Башҡортостандың халыҡ шағиры Зәйнәб Биишева әҫәре буйынса театрлаштырылған тамаша әҙерләнек. Сығышыбыҙ менән республика кимәлендә 1-се урынға лайыҡ булдыҡ. Шулай уҡ был уҡыусылар Зөһрә Рәхмәтуллина повесы буйынса әҙерләнгән драма әҫәре менән күмәк сәхнәлә лә үҙҙәрен һынатманы.
Башҡорт теле уҡытыусылары менән берлектә эшләү, конференцияларҙа ҡатнашыу ҙа бик уңышлы үтә. «Аҡ ҡауырһын» түңәрәгендә шөғөлләнгән уҡыусылар менән шулай уҡ тығыҙ бәйләнештәмен. Айгүзәл Вәлиева был түңәрәккә йөрөп ҡәләмен шымарта, беҙҙең премьераларҙа интервью алып, гәзит биттәрендә сығара. Был республиканың төрлө райондарынан килгән балаларҙың ата-әсәләре өсөн яҡшы мәғлүмәт булып тора.
Беҙ, ял көнө эшләүсе тәрбиәсе булараҡ, коллегам М.И. Байғускарова менән балаларҙың ялын файҙалы ойоштороу өҫтөндә лә эшләйбеҙ. Гимназияның элекке уҡыусыһы, оло быуын вәкиле Альбина апай Исхаҡова ял көнөндә ҡыҙҙарҙы түшелдерек эшләү серҙәренә өйрәтте. Беҙ аш-һыуға, өҫтәлде сервировкалауға, ҡул эштәренә өйрәтеүҙе, шиғри минуттар ойоштороуҙы маҡсат итеп алдыҡ. Быйыл ғына эш башлаған тәрбиәсе Миләүшә Ихсан ҡыҙы һәр инциативаны ыңғай ҡабул итеп тырышып эшләй, уға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ.
Дәрестән тыш эштәрҙе ойошторғанда түбәндәге талаптарға таянам:
– уҡыусының үҙ теләге менән ҡатнашыуы;
– уларҙы яҡшы һәм насарға бүлеүҙән һаҡ булыу;
– дәрестән тыш эштәрҙең формаһы һәм методикаһының мауыҡтырғыс булыуы.
Дәрестән тыш эштәр – баланың үҙ-үҙен асыуына, шәхес булараҡ үҫеүенә этәргес көс биреүсе ижад донъяһы. Төп йүнәлештәр спорт, хәрби-патриотик, нәфис-эстетик, рухи-әхлаҡи, техник ижад, көрәш, бокс, бейеү булырға мөмкин. Теләгәнен һайлап ал да рәхәтләнеп шөғөллән, үҙеңде үҫтер генә!
Беҙҙең гимназия-интернатта эшләү өсөн бөтөн шарттар ҙа бар. Иң мөһиме – беҙҙең уҡыусыларыбыҙ конкурс аша үтеп, һайлап алынған балалар. Уларҙың һәр береһенә тейешле иғтибар бирергә, ҡурсаларға, тәрбиәләргә бурыслыбыҙ. Улар – беҙҙең милләтебеҙҙең киләсәге.
Тәҙрә төбөндә шау сәскәгә күмелеп ултырған гөлдө күҙ алдына килтерегеҙ. Ул сәскәгә бөрөләнһен, матурланһын өсөн, күпме хеҙмәт һалына! Беҙҙең уҡыусылар ҙа ошо үҫенте кеүек, уларға педагогик коллективтың көсө түгелә. Барыбыҙ бер бөтөн булып эшләгәндә генә, белемле, рухлы шәхестәр тәрбиәләй алабыҙ.