Ҡайһы бер ата-әсәләр баланы нисегерәк итеп тыйыу юлдарын белмәй. Шул арҡала проблемаға юлыға. Бәғзе балаға “әүһәләк аҫтынан йүгермә” тип ун тапҡыр ҡабатла, барыбер хәл уның башын төкөүе һәм яр һалып илауы менән тамамлана. Шундай сабыйҙар була: һәр аҙымын күҙәтеп тороуҙарына күнгәнлектән, һәр бер уйынсығын да әсәһенән рөхсәт һорап ҡына ала.
Шундай мәүеш малай-ҡыҙҙарҙың киләсәге ифрат хәүефле: балалар баҡсаһында, унан мәктәптә, аҙаҡ эш урынында уларға еңел булмаясаҡ. Сөнки күңелдәре һәр ваҡыт үҙҙәре өҫтөнән етәкселек итеүселәргә ынтыласаҡ. Өлкән кешеләрҙең бала саҡтан килгән иң таралған психологик проблемаһы – кеше фекеренә бәйлелек. Был мәҡәлә ата-әсәләргә сабыйына ҡасан һуғышыу йә ошаҡлашыу насар, ҡасан үҙеңде яҡлау мөһим икәнен аңлатырға ярҙам итер тип ышанам.
“Тыңлаусан бала” тигән төшөнсә һағайтырға тейеш: ҡысҡырмаған, шаярмаған, иҙәнгә һыу түкмәгән, обойҙарға һыҙмаған, хатта һүрәттәрҙе әсәһе әйткән төҫкә генә буяған бала тәү ҡарашҡа мәшәҡәтһеҙ ҙә ул. Тик...
Тыйыуҙар һәм өгөт-нәсихәттәр ярҙамында уңайлыға әйләндереп, ата-әсәләр баланың ижади һәләтен сикләй. Тора-бара ата-әсә баҫымы аҫтында ижади ынтылыш бөтөнләй юҡҡа сыға. Бала тыумыштан асылына һалынған үҙ аллылыҡҡа ынтылмай ҙа башлай, сөнки аҙағы хәйерле булмауын белеп тора.
Әгәр теремек, үҙ аллы бала үҫтерергә теләйһегеҙ икән, һеҙгә Анна Быкованың “Ялҡау әсәй сере” (“Секрет ленивой мамы”) тигән китабын уҡып сығырға кәңәш итәм. “Ялҡау әсәй сере” тураһындағы китап балалар тәрбиәләгәндә сарғаланмаҫҡа, тынғыһыҙланмаҫҡа, ярһыр урында ла үҙеңде тыныс тота белергә өйрәтә. Ата-әсә тыныс саҡта ғына балалар конфликты аҡыллы хәл ителә, ышандырырлыҡ һәм йыуатырлыҡ һүҙҙәр ҙә тиҙ табыла. Бары тыныс әсәй генә балаға үҙ серҙәрен йә борсолоуҙарын ышанып сисә алырлыҡ кеше була ала. Китапта баланы иреккә ҡуйыу, шул уҡ ваҡытта уның хәүефһеҙлеген күҙҙән ысҡындырмау буйынса бихисап файҙалы кәңәштәр бирелә.
Иң төп ҡағиҙә – бала өсөн тыйыуҙар күп булмаҫҡа тейеш. Рәттән бөтә нәмәне лә тыйырға ярамай. Юғиһә, бала улар араһында буталасаҡ, ҡайҙа инергә, ҡайҙа тотонорға ярамай икәнен онотасаҡ һәм иң хәүефле юлды һайлаясаҡ. Иң хәүефле нәмәләрҙән генә тыйырға һәм ни өсөн икәнен аңлатырға кәрәк.
Әлбиттә, ҡысҡырған, йүгергән, уйынсыҡтарын туҙҙырған бала ололарға уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Ысынбарлыҡта ул шулай итеп тирә-яҡты танып белергә өйрәнә, физик әүҙемлеккә ылыға. Тимәк, баланы үҫеше өсөн мөһим булған нәмәләрҙән тыйыу мәсьәләне хәл итеү юлы түгел.
Шул уҡ ваҡытта “ярамай” тигән һүҙ менән генә сикләнеү ҙә урынһыҙ. Ни өсөн алдашырға йәки кеше әйберенә тейергә ярамай икәнен балаға ентекле аңлатығыҙ. Бала мейеһе үҙләштереп өлгөрһөн өсөн ваҡытты йәлләмәҫкә, был темаларға һөйләшеү өсөн күберәк ваҡыт бүлергә кәрәк. Шул осраҡта унда “тыйылған емеш”те ауыҙ итеп ҡарау теләге тыумаясаҡ.
Эш шунда: бәләкәй кеше “ярамай” һүҙенән ике һығымта яһай. Береһе – атай-әсәйем насар, йәки икенсеһе – мин насар. “Өлкәндәргә шырпы менән уйнарға ярай, ә миңә – юҡ, миңә ярамағас, тимәк, мин насар”, тигән һығымта яһай ул.
Балаға теге йә был осраҡта тыйыу һүҙҙәре еткергәндә тауыштың тыныс ағылыуы уғата мөһим. Бала эргәһенә сүгәләп ултырып, ҡараштар бер тәңгәлдә булһа һөйләшеү тағы ла һәйбәтерәк һөҙөмтә бирәсәк. Был осраҡта һеҙ “остаз” дәрәжәһенән ҡотолоп, “һәйбәт кәңәшсе” кимәлен алаһығыҙ.
Иң мөһиме, шуны онотмағыҙ: сабый һеҙҙең йәнде көйҙөрөр йәки үс алыр өсөн эш боҙмай. Ул бары тик әйләнә-тирәләге донъяны өйрәнә һәм әлегә үҙен нисек тоторға белмәй. Һеҙ өлкән кеше һәм балағыҙҙы уның өсөн әлегә ят донъя менән таныштырыу бурысы һеҙгә һалынған. Бала менән дөрөҫ мөғәмәлә итеү, аралашыуҙа интонация һайлай белеү – ҙур һөнәр. Асыу, ҡысҡырыу, ярһыу, артығынан тыш инәлеүҙең ыңғай һөҙөмтәләргә килтермәүен һәр ғаилә ағзаһының аңлауы мөһим. Һүҙ – бысаҡтан үткер, бала күңелен һүҙ менән яраламағыҙ, уны кәмһетмәгеҙ, киреһенсә, һәр осраҡта үҙ-үҙендә ышаныс тәрбиәләү мөмкинлектәрен эҙләгеҙ. Баланың был тормошта ниндәй юҫыҡта китеүе ата-әсәнең балаға мөнәсәбәтенә бәйле.
Рәхимә МУСИНА,
психолог.