Бөтә яңылыҡтар

Балағыҙ түңәрәккә үҙ теләге менән яҙыламы?

Түңәрәктәр менән секцияларҙың төп маҡсаты – өҫтәлмә белем биреү һәм улар, беренсенән, мәктәптәге уҡыуға, өлгәшкә ҡамасауламаҫҡа тейеш, икенсенән, баланың теләгенән сығып һайланыуы мөһим, өсөнсөнән, балағыҙҙың физик һәм психик һаулығына зыян килтермәүе шарт.

Балағыҙ түңәрәккә үҙ теләге менән яҙыламы?
Балағыҙ түңәрәккә үҙ теләге менән яҙыламы?
  • Ата-әсәләргә ярҙамға

Баланың мәктәп белеме менән генә сикләнеп ҡалмауы, үҙе өсөн киңерәк офоҡтар асырға тырышыуы, яңы белемгә ынтылыуы һәйбәт күренеш. Түңәрәктәргә, секцияларға йөрөү, клубтарын, студияларҙа шөғөлләнеү балала тормошта мөһим холоҡ-фиғел һыҙаттарын, маһирлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итә, ҡайһы бер осраҡта уның киләсәген билдәләүҙә ҙур роль уйнай. Шуға күрә ата-әсәләр алдында йыш ҡына балаһын ҡайһы юҫыҡта үҫтерергә, ниндәй түңәрәктәргә бирергә тигән һорау килеп тыуа.

Иң беренсе нәүбәттә ата-әсәгә ошо хәҡиҡәтте күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк: түңәрәктәр һәм секциялар рәхәтлек, күңелгә ҡәнәғәтләнеү хисе килтереүсе шөғөл генә түгел, ә тәғәйен бер көс, ваҡыт талап иткән хеҙмәт. Өҫтәлмә шөғөлгә ни тиклем теләп йөрөгән хәлдә лә, баланың быға энергияһы ла, ваҡыты ла сарыф ителәсәк. Һәр кешенең физик һәм психологик мөмкинлектәренә ярашлы үҙ нормаһы бар. Әгәр ҙә бала әүҙем, көс-ҡеүәте ташып тора икән, ул бер ыңғай 3 – 4 түңәрәккә лә йөрөй ала. Бигүк һаулығы булмаған, күп нәмәне күңеленә яҡын алып барған сабый өсөн бер түңәрәк тә көс еткеһеҙ ауыр эшкә әүерелеүе мөмкин.

Шулай ҙа баланы бер юлы нисә түңәрәккә бирергә тип уйланғанда, педагогтарҙың һәм психологтарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалып, дөйөм ҡағиҙәләр менән танышыу артыҡ булмаҫ. Уртаса алғанда, бала өсөн ике түңәрәктә шөғөлләнеү ҡулай вариант һанала: уларҙың береһе физик форманы үҫтереүгә, яҡшы кимәлдә тотоуға йүнәлтелеп, икенсеһе эстетик үҫешкә, аң-белем ҡеүәһен күтәреүгә арналһа, отошло буласаҡ. Мәҫәлән, бейеү түңәрәге һәм шахмат клубы; йөҙөү буйынса секция һәм музыкаль мәктәп.

Терпе балаһын йомшағым тип һөйгән кеүек, һәр ата-әсә үҙ балаһын иң аҡыллыһы, иң һәләтлеһе һанай. Шуға күрә балағыҙ бар өлкәлә лә талантлы, бөтөн эштәрҙе лә булдыра ала кеүек тойолоуы мөмкин. Ошондай уй-фекерҙән сығып, уны барлыҡ түңәрәктәргә һәм секцияларға яҙҙырырға, береһенән сығып, икенсеһенә йүгерергә ҡабаланмағыҙ. Сөнки ваҡыты тығыҙ булһа һәм көс-ҡеүәте етмәһә, баланың физик торошо, әле нығынып өлгөрмәгән психикаһы артыҡ юғары талаптарға яуап бирә алмаясаҡ. Беренсенән, уның һаулығына зыян килеүе ихтимал, икенсенән, бар өлкәлә лә өлгөрөргә тырышып, “бишкә бүленеп, унға ярылып”, бала бер йүнәлештә лә уңышҡа өлгәшмәҫкә мөмкин. Был иһә уның үҙ көсөнә ышанысын кәметә, рухын тө шөрә.

Тормоштан бер күренеш: бер таныш ҡатын ҡыҙын балалар баҡсаһынан уҡ төрлө түңәрәктәргә йөрөтә башланы. Мәктәпкәсә түңәрәктәр һаны өсәү булһа (бейеү, гимнастика һәм инглиз теле), мәктәпкә барғас, уларҙың һаны бишкә етте: булғандарына фортепиано һәм йөҙөү өҫтәлде. Тыңлаусан, әсәһенең һүҙенән сыҡмаған бала VIII класҡа тиклем уҡыуын да, түңәрәк-секцияларын да алып барҙы, бөтөн көсөн һалып тырышты. Әммә йылдан-йыл ҡатмарлаша барған мәктәп программаһы һәм үҫмерлек осоро үҙенекен итте: ҡыҙ бала бер төптән бар шөғөлдәрен ташланы ла ҡуйҙы. Әсәһенең өгөтләүҙәре лә ярҙам итмәне, “көн дә мәктәптән һуң ҡайҙалыр йүгереүҙән, кисен ҡайтып инеп, төнгә тиклем дәрес әҙерләүҙәрҙән шул тиклем арыным, тыныс ҡына, үҙ яйыма мәктәптә уҡырға ирек бирегеҙ миңә”, тип өҙә һуҡты.

Әгәр ҙә баланың күңеленә ятҡан, үҙе яратҡан бер йә ике шөғөлө булып, ул шул йүнәлештә үҫешһә, был тиклем арыу, көсөргәнеш йыйылмаҫ һәм киҫкен ҡарар ҡабул ителмәҫ ине.

Тағы ла бик мөһим нәмәне күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ – балағыҙҙы теге йәки был түңәрәккә яҙҙырыр алдынан ошо һорауға яуап бирегеҙ: был баланың теләгеме әллә һеҙҙекеме? Ҡайһы бер ата-әсәләр үҙҙәренең тормошҡа ашмай ҡалған бала саҡ хыялдарын балалары үтәп ҡуйыуын теләй һәм шул арҡала бейергә бөтөнләй теләге булмаған улын, футбол уйнатыу урынына, сәнғәт мәктәбенә көсләп алып бара, йә иһә, һүрәт төшөрөргә яратҡан ҡыҙын скрипка класына бирә.

Бер таныш ҡыҙҙың һөйләгәненән: “II класта уҡығанымда әсәйем сәнғәт мәктәбенең скрипка класына яҙҙырҙы. Шул тиклем йөрөгөм килмәне, күңелем ятманы, ярата ла алманым. Әммә әсәйемдең һүҙен йыҡмайым тип, скрипка буйынса сәнғәт мәктәбен тамамланым. Аттестат алған көндө үк скрипканы һатып ебәрҙем. Сәнғәт мәктәбен тамамлау тураһындағы аттестатты әсәйемә “бүләк иттем”. Хәҙерге мәлдә скрипкала уйнау түгел, уға ҡағылғым да килмәй. Уйлап ҡараһаң, үҙ теләгемде түгел, ә әсәйемдең хыялын тормошҡа ашырҙым”.

Ошондай хәлгә ҡалмаҫ өсөн, түңәрәк һайлар алдынан балағыҙ менән был темаға асыҡтан-асыҡ һөйләшегеҙ, уның теләктәре, уй-хыялдары менән ҡыҙыҡһынығыҙ. Бәлки ул күңеленә ятҡан шөғөл һайлап та ҡуйғандыр, был хаҡта хәбәрҙар булығыҙ. Һөйләшеү барышында балағыҙ теге йәки был түңәрәкте нимәгә нигеҙләнеп һайлағанын асыҡларға тырышығыҙ. Уны нимәгәлер өйрәнеү, яңы белемгә, һөнәргә эйә булыу, ниндәйҙер өлкәлә оҫталығын арттырыу ҡыҙыҡтырамы, әллә тышҡы биҙәктәрҙән, йәмғиәттә таралған ҡайһы бер фекерҙәрҙән сығып ҡарар ҡабул ителгәнме? Мәҫәлән, бейеүсе булырға теләгән ҡыҙыҡайҙы сәхнәнең сағыу уттары, матур кейемдәр, алҡыштар арбауы мөмкин, ә ысын бейеүсе булыу өсөн көн һайын сәғәттәр буйына күнекмәләр яһарға кәрәклеген, бәлки, ул аңлап та етмәйҙер. Шулай уҡ бар донъяға билдәле хоккейсы булырға хыялланған малай, “голдар индереп, пас бирер” алдынан, иң тәүҙә конькиҙа йөрөргә өйрәнергә кәрәклеген төшө нәме?

Нисек кенә булмаһын, түңәрәктәр менән секцияларҙың төп маҡсаты – өҫтәлмә белем биреү һәм улар, беренсенән, мәктәптәге уҡыуға, өлгәшкә ҡамасауламаҫҡа тейеш, икенсенән, баланың теләгенән сығып һайланыуы мөһим, өсөнсөнән, балағыҙҙың физик һәм психик һаулығына зыян килтермәүе шарт.

Ғ.Ә. СӘЛИХОВА,

психолог

Автор:Тимур Рахматуллин
Читайте нас: