Һүҙ оҫтаһы Яныбай (Кластан тыш сара)

А.Р. СИРБАЕВА, Республиканың инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгенең Мәсәғүт бүлексәһе уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф алдынғыһы

Маҡсат. Билдәле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың тормош юлы һәм уның ижады буйынса белемдәрҙе тәрәнәйтеү.

Бурыстар. Яҙыусының биографияһы менән танышыу, уның ижадына байҡау яһау, һығымта эшләү, әҫәрҙәрен уҡыу һәм өйрәнеүгә ҡыҙыҡһындырыу, уларға нигеҙләнеп тормош ҡәҙерен белергә өйрәтеү, уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, хәтерен үҫтереү, нейроселтәр ҡулланып һүрәт эшләү күнекмәләрен үҫтереү.

Йыһазландырыу. Компьютер, проектор, Интернет селтәре, аҡыллы колонка, альбом бите, фломастер һ.б.

Формаһы: интеллектуаль уйын.

Предмет-ара бәйләнеш: халыҡ ижады, тел, әҙәбиәт, һынлы сәнғәт.

Ҡатнашыусылар: V – VIII  класс уҡыусылары.

Дауамы: 30 – 40 минут.

Интеллектуаль уйындың барышы

  1. Инеш өлөш

–  Һаумыһығыҙ! Һәр көн, һәр осрашыу сәләмләүҙән башлана! Беҙ ҙә матур һүҙҙәр менән бер-беребеҙгә уңыштар теләп, дәресте башлайыҡ!

 Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың Указына ярашлы быйыл, 2025 йылда, билдәле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы күп саралар үткәреү планлаштырылған. Беҙҙең бөгөнгө осрашыу ҙа оло шәхес, талантлы яҙыусыға арнала.

– Әйҙәгеҙ, «Һүҙ оҫтаһы Яныбай» исемле интеллектуаль уйында «Хамматов иленә» сәйәхәт ҡылайыҡ, уның ижады менән яҡындан танышайыҡ!

  – Интеллектуаль уйындың ҡағиҙәләре: уйын дүрт турҙан тора, һәр турҙа төрлө һорауҙар һәм ҡыҙыҡлы күнегеүҙәр тәҡдим ителә. Кем белә, шул ҡул күтәреп яуап бирә. Иң күп дөрөҫ яуап биреүсе еңеүсе була! Һеҙҙең эштәрегеҙҙе баһалаусылар ҙа бар бөгөн! (Жюри менән таныштырыу.)

– Зирәк һәм аҡыллы уҡыусылар ҡатнашҡан «Һүҙ оҫтаһы Яныбай» интеллектуаль уйынын башлайбыҙ!

  1. Интеллектуаль уйындың төп өлөшө

Беренсе тур: Кем ул Яныбай Хамматов?

– Башҡорт телендә кем? һорауына исем һүҙ төркөмө һәм тик кешеләр генә яуап бирә. Мәҫәлән, кем? – яҙыусы, шәхес, яҡташ.

– Кем ул Яныбай Хамматов? һорауына яуап бирер өсөн, яҙыусы тураһында ҡыҫҡа ғына белешмә менән танышырға тәҡдим итәм. Иғтибарлы уҡығыҙ, һуңынан һорауҙарға дөрөҫ яуап бирер кәрәк!

(Яҙыусы тураһында белешмә слайдта сыға, һөйләмдәрҙе уҡыусылар «сылбырлап» уҡый.)

Хамматов Яныбай Хаммат улы (16 ғинуар 1925 йыл – 28 сентябрь 2000 йыл) – яҙыусы, дәүләт, хужалыҡ, партия һәм комсомол органдары ветераны. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, СССР Яҙыусылар союзы премияһы, Ким Әхмәтйәнов исемендәге һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премиялар лауреаты. Белорет районының почётлы гражданины.

– Ә хәҙер «Блиц-һорау»ға яуап биреп үтәйек!  Ҡыҫҡа  һорауҙарға «эйе» йә «юҡ» тип  яуап бирергә кәрәк.

Блиц-һорау

1

Яныбай Хамматов  – билдәле башҡорт яҙыусыһы.

Эйе – юҡ

2

Яныбай Хаммат улы шиғырҙар ижад иткән.

Эйе – юҡ

3

Яҙыусы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

Эйе – юҡ

4

Ул – Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы.

Эйе – юҡ

5

Яныбай Хамматов - Белорет районының почётлы гражданы.

Эйе – юҡ

6

Яныбай Хаммат улы – СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Эйе – юҡ

7

Яҙыусы балалар өсөн әкиәттәр ижад иткән.

Эйе – юҡ

8

2025 йылда 100 йыллыҡ юбилейы билдәләнә.

Эйе – юҡ

 (Дөрөҫ яуап: 1 – «эйе»,  2 – «юҡ»,  3 – «эйе»,  4 – «юҡ»,  5 – «эйе»,  6 – «эйе», 7 – «юҡ»,   8 – «эйе».)

    – Яҡшы, уҡыусылар! Яныбай Хамматов – билдәле башҡорт яҙыусыһы һәм быйыл уның 100 йыллыҡ юбилейы билдәләнә.

Икенсе тур: Яҙыусы ҡайҙа тыуған һәм эшләгән?

– Башҡорт телендә ҡайҙа? һорауына урын рәүеше  яуап бирә (алыҫ, яҡын). Шулай уҡ исемдәр урын-ваҡыт килештә урынды, ваҡытты белдерә ала. Мәҫәлән, нимәлә? – ауылда, ҡалала, мәктәптә.

–  Яҙыусы ҡайҙа тыуған һәм эшләгән? һорауына яуап бирер  өсөн, ошо видеоны ҡарарға кәрәк. https://drive.google.com/file/d/1oXNriuk6NYIHix4y_a7zFwEmT4W2TER5/view?usp=sharing  (Һылтанма аша үтеп, ике минут тирәһе видеоны ҡарайҙар.)

– Был видеоны беҙҙең уҡыусы Кузнецова Дарья рус телендә эшләгән. Әйҙәгеҙ, хәҙер уны башҡортсаға тәржемә итеп, һорауға яуап бирәйек! Ә тәржемә итергә беҙгә «Һомай» исемле аҡыллы колонка ярҙам итер! https://drive.google.com/file/d/1swOslT824CJ8uq81wueI9w_rQYuxj5ul/view?usp=sharing)

(Һылтанма аша үтеп, «Һомай» аҡыллы колонка тәржемә иткән видеоны ҡарайҙар. Был турҙа һорауға яуап бирер өсөн шулай уҡ Википедиянан мәғлүмәттәр алырға ла мөмкин.)

Яныбай Хаммат улы Хамматов 1925 йылдың 16 ғинуарында хәҙерге Белорет районының Исмаҡай ауылында тыуған. 15 йәшенән Үрге Әүжән алтын приискыһында эшләй.

КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы ике йыллыҡ партия мәктәбендә уҡый. 1946 йылдан ВЛКСМ-дың Белорет район комитетында инструктор, унан бүлек мөдире була. 1947 йылда 1-се секретарь итеп һайлана.

1949 йылдан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетында, унан һуң 1952 йылға тиклем «Башзолото» тресында сәйәси бүлек етәксеһе урынбаҫары булып эшләй. 1954 йылда КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетына инструктор итеп күсерелә.

1956 йылда К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын (хәҙерге Башҡорт дәүләт университеты) тамамлай.

1960 йылдан хеҙмәтсәндәр депутаттарының Әбйәлил район Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй. 1963 – 1969 йылдарҙа БАССР Эске эштәр министрлығында бүлек етәксеһе була.

  • Яҙыусы ҡайҙа тыуған һәм эшләгән? һорауына яуап бирер  өсөн филворд сисеп алайыҡ! Ошо шаҡмаҡтар буйлап, Яныбай Хамматовтың тормош юлына ҡағылған һүҙҙәрҙе табырға кәрәк! Кем тиҙерәк һәм күберәк табыр икән? (2 – 3 минут ваҡыт бирелә, шунан яуаптар тикшерелә.)

Филфорд сисеү

Б

Н  

Ы

Т

Л

А

 Ө

Л

К

Ә

Е

И

Н

С

Т

Р

У

К

Т

О

Л

У

Н

И

В

Е

Р

С

И

Р

О

С

И

И

Р

П

Т

Е

Т

И

Р

К

Ә

Б

Й

Ә

Л

И

Л

Л

Е

Ф

Р

О

Н

Т

О

В

И

К

Т

Х

А

М

М

А

Т

О

В

Е

Б

Ү

Л

Е

К

Е

Т

Ә

К

С

 

(Яуаптар: Белорет, алтын, инструктор, университет, Әбйәлил, прииск, фронтовик,  ил, Хамматов, бүлек, етәксе, өлкә.)

–  Эйе, дөп-дөрөҫ, Яныбай Хамматов Белорет районында тыуған, алтын приискиһында эшләгән һәм күп юғары вазифалар биләгән.

Өсөнсө тур: Яныбай Хамматов ниндәй әҫәрҙәр яҙған?

–  Башҡорт телендә ниндәй? һорауына сифаттар яуап бирә. Мәҫәлән,  яңы, ҡыҙыҡлы китап.

– Был турҙа Яныбай Хамматов ниндәй әҫәрҙәр ижад иткәнлеген белер өсөн, ребустар сисергә кәрәк!

Ребустар сисеү

 

(Дөрөҫ яуап: «Тыуған көн»)

 

 

(Дөрөҫ яуап: «Бөртөкләп йыйыла алтын»)

 

(Дөрөҫ яуап: «Аҡман-тоҡман»)

 

 

(Дөрөҫ яуап: «Йәшенле йәй»)

 

(Дөрөҫ яуап: «Төнъяҡ амурҙары»)

– Бик яҡшы! Яныбай Хамматов – 20-нән ашыу роман һәм повестар авторы. Шулар араһында иң билдәле романдары: «Төнъяҡ амурҙары», «Бөртөкләп йыйыла алтын», «Тыуған көн», «Аҡман-тоҡман», «Йәшенле йәй».

Дүртенсе тур: Яныбай Хамматовтың бала сағы нисек үткән?

– Башҡорт телендә нисек? һорауына рәүештәр яуап бирә. Мәҫәлән: шәп, әкрен.

 Яныбай Хамматовтың бала сағы нисек үткәнен белер өсөн беҙгә уның  автобиографик повесы ярҙам итер! Тик ҡарағыҙ әле, бында бер нимә лә аңлашылмай: «Хрсәтәле блаа саҡ». Әйтерһең дә, ҡышҡы һалҡын буран әҫәрҙең исемендәге хәрефтәрҙе бутаған, туҙҙырған. Әйҙәгеҙ әле, яҙыусының автобиографик повесы нисек атала икәнен бергәләп уҡып ҡарайыҡ: (Дөрөҫ яуап: «Хәсрәтле бала саҡ»).

– Эйе, Яныбай Хамматовтың автобиографик повесы «Хәсрәтле бала саҡ» тип атала! Һәм хәҙер ошо повесть буйынса һорауҙарға яуап бирәйек!

Автобиографик повесть буйынса һорауҙар:

  1. Яныбай тигән исем нимә аңлата? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? (Уҡыусыларҙың яуабы. Әҫәрҙән өҙөк уҡып китергә була.)

–  Ата-әсәһе ниндәй мәғәнә һалған икән Яныбай (Яңыбай) тигән исемгә? Әйҙәгеҙ, повестан уҡып үтәйек!

... Хәҙер һинең заман килде, улым. Хоҙайҙан булып, яңы тормошта шатлыҡлы йәшәргә яҙһын һиңә. Исемең есемеңә тура килһен...

  1.  Һөйләмдә Яныбай Хамматовтың тыуған ауылының исеме төшөп ҡалған. Уның тыуған ауылының исемен ҡуйып, һөйләмде уҡығыҙ!

... Иҫке ғөрөф-ғәҙәткә ныҡ ышанған __________ халҡы шайтандан, ен һуғылып ауырыуҙан, дин әһелдәре ҡарғышынан һәм ҡәһәр һуғылыуынан йөрәге алынып ҡурҡты. Шулай ҙа мәсеттән яһалған клубҡа кешеләр йөрөй башланы.  (Дөрөҫ яуап: Исмаҡай.)

  1. Яныбай Хамматовтың ғаиләһендә нисә бала булған? Ошо һөйләмдәрҙе уҡып, әйтегеҙ!

... Белмәйем, ҡыҙым, белмәйем шул! ... Беренән-бере бәләкәйҙәр шул балаҡайҙарым. Яныбайға – дүрт, Мөхәммәтенә – өс, Әминәһенә ике генә йәше саҡ тулды, – тип әсәйем сәңгелдәктә биләүле бәпесен имеҙергә ултырҙы...

(Дөрөҫ яуап: биш бала – апаһы, Яныбай, Мөхәммәт, Әминә һәм бәпес.)

 Ижади эш: нейроселтәр ярҙамында һүрәт эшләү.

– Яныбай бала саҡта ниндәй малай булғанын күҙаллар өсөн, әҫәрҙән өҙөк уҡыйыҡ.

... Ә миңә туғандарым араһынан иң олоһо булараҡ, кемдәндер алып кейеп бәләкәсәйткән бүрек, ҡыҙғылт төҫлө сәкмән, тула ҡуңыслы өр-яңы ҡата әҙерләп ҡуйғайны.

  Мине кейендергәс, билемде билбау менән ҡыҫып быуҙы ла яғымлы йылмайҙы...

 Әйҙәгеҙ, кейемдәрҙе белдергән һүҙҙәрҙе «Башҡортса-русса һүҙлек»тән ҡарап, аңлатып үтәйек! (Һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлау өсөн презентацияла «Һүҙҙе һүрәт менән тоташтыр!» дидактик уйынын да ойошторорға мөмкин. Бында һүҙҙәр һәм һүрәттәр күрһәтелә, уҡыусылар уларҙы әйтергә, тоташтырырға тейеш.)

Бүрек –

шапка-ушанка

Сәкмән –

чекмень, верхняя мужская одежда 

Ҡата –

глубокие кожаные галоши на каблуках

 

 

 

 

– Хәҙер Яныбайҙың бала саҡтағы  портретын эшләргә кәрәк. Ә бының өсөн беҙгә нейроселтәр ярҙам итер! https://neuro-holst.ru/text-to-image Нейроселтәр менән һүрәт эшләү программаһын ҡулланып, һәр кем яҙыусының бала сағын эшләй, һуңынан күргәҙмә ойошторола, һығымта эшләнә.

           Мин дә нейроселтәр ярҙамында Яныбай Хамматовтың бала саҡ портретын эшләп ҡараным һәм ошондай һүрәттәр килеп сыҡты. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ: ошо һүрәттең ҡайһы нығыраҡ тура килә? Ни өсөн? (Һүрәттәрҙе ҡарау, анализлау.)

  

 

III. Йомғаҡлау.

 «Һүҙ оҫтаһы Яныбай» исемле интеллектуаль уйынының аҙағына ла килеп еттек! Бөгөн бик  зирәк һәм иң аҡыллы уҡыусылар менән «Хамматов иленә» сәйәхәт иттек, уның ижады менән яҡындан таныштыҡ!

 – Әүҙем ҡатнашҡан һәм дөрөҫ яуап биргән уҡыусыларҙы билдәләп, бүләкләү өсөн һүҙ баһалама комиссияһы ағзаларына бирелә. (Еңеүсе уҡыусыларҙы билдәләйҙәр, ҡотлайҙар.)

– Башҡорт халҡының талантлы яҙыусыһы Яныбай Хаммат улы Хамматовты ысын мәғәнәһендә  һүҙ оҫтаһы, тип әйтә алабыҙ! Алтынға тиң әҫәрҙәр – ҙур романдар, ҡыҙыҡлы повестар ижад итеүсе  оҫта яҙыусы ул!

 

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас