Зал түрендә япма менән ҡапланған парта тора. Уҡыусылар «Беҙҙең көслө армия» бейеүе менән сараны аса.
Патриотик темаға йыр яңғырай. Презентация күрһәтелә. Фанфара.
Ил батыры – кем тиһәгеҙ,
Ил батыры беҙҙең арала!
Намыҫ һәм бурысты байраҡ итә,
Яу ҡырында йөрөгән батырҙар.
Батыр булып тыумай һис кем,
Батыр булып яуҙа һынала.
Исемдәре халыҡ күңелендә
Уларҙың бит мәңге һаҡлана.
Алып барыусы. Хәйерле көн, хөрмәтле уҡытыусылар, ҡәҙерле уҡыусылар! Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар! Сарабыҙға килеүселәрҙең барыһын да: геройҙарҙың ата-әсәләрен, туғандарын, хакимиәт башлығын, ҡунаҡтарҙы, сәләмләйбеҙ.
Һәр мәктәптең йылдар дауамында формалашҡан традициялары була. Беҙҙең мәктәптә лә традицияға әүерелгән саралар даими үткәрелеп тора. Советтар Союзы Геройы призына еңел атлетика эстафетаһы, илһөйәрлек рухы тәрбиәләүгә йүнәлтелгән хәрби айлыҡ, «Зарница» уйыны, тематик класс сәғәттәре – барыһы ла балаларҙа тыуған илде һөйөү, үҙ халҡы менән ғорурланыу тойғолары уятыуға йүнәлтелгән. Илһөйәрлек тәрбиәләү һәр ваҡыт һәр замандың талабы булып ҡала. Әгәр ҙә уҡыусыларыбыҙ халҡыбыҙҙың данлы үткәне хаҡында белә, бөгөнгөһө менән ғорурланыу кисерә икән педагогик коллектив, ата-әсәләр алдындағы тәрбиәүи бурыс тормошҡа ашасаҡ.
Бөгөн мәктәбебеҙ Бөтә Союз белем биреү «Герой партаһы»проектына ҡушыла. Бына ошо була ла инде «Герой партаһы». Тап ошо парта артында мәктәптең иң алдынғы уҡыусылары ултырасаҡ. «4»-кә һәм «5»-кә өлгәшкән, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, конкурс, олимпиадаларҙа яҡшы һөҙөмтәгә ирешкән балаларға «Герой партаһы» артында ултырыу хоҡуғы биреләсәк.
Шулай итеп «Герой партаһы»н асыуға арналған сараны башлайбыҙ.
Флаг индереү. Уҡыусылар рәткә теҙелеп, гимн башҡара.
Алып барыусы. Сарабыҙ дауам итә, мәктәп директорына, уҡытыусыларға һәм саҡырылған ҡунаҡтарға һүҙ бирелә. (Геройҙың мәктәп йылдарын, тормош юлын яҡтыртҡан сығыштар.)
Бала тәрбиәләү – яуаплы һәм ауыр хеҙмәт. Һәр ата-әсә балаһы аҡыллы, лайыҡлы кеше булып үҫһен өсөн көсөн ҡыҙғанмай, уның күңеленә бары тик изгелек орлоҡтары сәсергә ынтыла. «Баланы үҙ-ара һөйләшкәндә йәки уға бойороҡ биргәндә генә тәрбиәләйбеҙ тип уйламағыҙ», – тигән мәшһүр педагог А. Макаренко. Эйе, балалар ата-әсәләренән өлгө ала. Улар ата-әсәнең ҡарашын, фекерләү рәүешен, рухи ҡиммәттәрен үҙләштерә, бөтә аҙымын ҡабатлай. Балаһын йәмғиәткә кәрәкле, файҙалы итеп тәрбиәләгән ата-әсәләргә һәр саҡ оло ихтирам белдерелә.
Иле алдында изге бурысын үтәп, яу ҡырында һәләк булған егеттең ата-әсәһе, туғандары бөгөн беҙҙең арала. Уларға һүҙ бирелә. (Сығыштар.)
Уҡыусы. Батырлыҡ... Әйтерһең дә
Был һүҙ ҡалған үткәндә,
Китап, кино, гәзит бите генә
Беҙгә батырлыҡты иҫләтә.
Бөгөн хәтер көнө, йөрәктәрҙе
Өтөпмө-өтә әсе һағыш...
Иҫкәртеү ҙә көнө бөгөн –
Һис булмаһын ерҙә һуғыш!
Тыныс килһен яҙҙар, йәйе, көҙө, ҡышы,
Имен атһын көткән таңыбыҙ!
Ил һаҡларға киткән, егеттәр, һеҙ
Тик иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ.
Алып барыусы. Үкенескә ҡаршы, Бөйөк Ватан һуғышы илебеҙ тарихында һуңғыһы түгел. Афғанстан, Чечня, Украина – был һүҙҙәр ил тарихы битенә ҡара хәрефтәр менән яҙылған. Ниндәй генә хәрби хәрәкәттәр булмаһын, Рәсәй һалдаттары биргән анттарына тоғро ҡала. Әлеге ваҡытта Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа еребеҙ именлеген яҡлап, тыныс тормош өсөн йәнен-тәнен аямай илен һаҡлай. Һуғыш һәм ундағы юғалтыуҙар тураһында һөйләү һәр ваҡыт ауыр, әммә үҙ ғүмерҙәре хаҡына беҙҙе яҡлап яу яланынан ҡайтмай ҡалғандарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Һуғыш ғәрәсәте эсендә йөрөгән йәш егеттәр, сәғәт һайын хәүефкә дусар, улар хәрби антҡа, ил алдындағы изге бурыстарына тоғролоҡ һаҡлай.
Беҙ үткән изге һуғышта һәләк булғандарҙы онотмайбыҙ, бөгөнгө батырҙарға ҙур ихтирам менән ҡарайбыҙ. Мәктәбебеҙҙә белем алған, беҙҙең арала йәшәгән, Украина ерендә һәләк булған батырҙарыбыҙҙы ғорурлыҡ менән иҫкә алабыҙ, онотмайбыҙ.
Әле илебеҙҙең тыныс киләсәге, халҡыбыҙҙың бәхетле тормошо өсөн яу бара. Киләсәк беҙҙең ҡулда. Геройҙарыбыҙҙы исемләп беләбеҙ икән, уларҙың рухын ихтирам итәбеҙ икән – был ифрат изге эш. Әгәр һәр уҡыусы илһөйәрлек тойғоһон йөрәге аша үткәрә икән – киләсәгебеҙ ышаныслы.
Сарабыҙҙың тантаналы мәле етте. «Герой партаһы»н асыу хоҡуғы уҡыу алдынғыларына һәм геройҙарыбыҙҙың туғандарына бирелә.
Герой партаһының япмаһын асыу.
Мәктәп директоры был парта артында ултырасаҡ уҡыусыларға теләктәр еткерә.
Алып барыусы. Хәҙер һүҙ Герой партаһы артына ултырасаҡ алдынғы уҡыусыларға бирелә.
Уҡыусылар. Мин, (исем фамилияларын әйтә) Ватан геройҙары, иптәштәрем, уҡытыусылар, ата-әсәләр алдында илемде яратырға; уның батырҙары иҫтәлеген ихтирам итергә; уҡыуҙа һәм эштә алдынғы булырға; сәләмәт тормош алып барырға; ғәҙел, тәртипле булырға ант итәм, ант итәм, ант итәм!
Уҡыусылар парта артына ултыра.
Алып барыусы. Халҡыбыҙ борон-борондан тыуған илен һөйөүе, уның өсөн йәнен-тәнен аямауы менән дан ҡаҙанған. Батырҙар илебеҙҙе сит ил баҫҡынсыларынан ҡыйыу яҡлаған. Легендаларҙа, йырҙарҙа, илебеҙ тарихында уларҙың исемдәре алтын хәрефтәр менән яҙылған.
Әлеге көндә лә ата-бабаларыбыҙ исеменә тап төшөрмәгән ир-егеттәребеҙ бихисап. Был батырҙар арабыҙҙан сыҡҡан ябай кешеләр, яҡташтарыбыҙ. Уларҙың данлы исеме менән ғорурланабыҙ! Батырлыҡтары алдында баш эйәбеҙ!
Исеменә бағышлап парта ҡуйылған уҡыусыларыбыҙ – беҙҙең ғорурлығыбыҙ!
Әлеге ваҡытта яу ҡырында булған уҡыусыларыбыҙ – беҙҙең ғорурлығыбыҙ!
Тыныс булһын аяҙ күгебеҙ,
Нур бөркөһөн көләс йөҙөбөҙ!
Хужалары илдең үҙебеҙ,
Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ!
Уҡыусылар «Батырҙар йыры»н (Н. Нәжми һүҙҙәре, З. Исмәғилев көйө) башҡара.