– 2017 йылдан мәктәп базаһында эшләп килгән «Любизар» хәрби - патриотик клубы сиктәрендә күп тапҡыр мәктәптең уҡыусылар араһындағы хоккей буйынса йыйылма командаһы төбәк, республика, район ярыштарында призлы урындар яуланы.
Ҡыҫҡаһы, бында шөғөлләнгән йәш хоккейсылар еңеүҙәре менән йылдың - йылы ҡыуандырып ҡына торалар.
Тиҙҙән генә был спорт төрө миҙгеле асылыр, был яңы төҙөлгән кейенеп-сисенеү урыны Байназар ауылының һәм тотош район спортсыларын ҡыуандырыр, яңы еңеүҙәргә дәртләндерер, уйынсылар рәхәтләнеп яңы төҙөлгән бүлмәлә кейемдәрен алмаштырыр.
Тик һырғалаҡтың тирә-яғын таҙа, тәрбиәле тотоу – уйынсылар яуаплылығында икәнен оноторға кәрәкмәҫ, – тигән ышанысын еткерҙе мәктәп директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев һәм, артабан, ул хоккей яны ҡоролмаһын төҙөүселәргә –Мәүлит Шәриповҡа, Инсур Сабитовҡа, Вәғиз Иманғоловҡа, Илфат Хәсәновҡа, Наиль Ишбулатовҡа, Булат Ишҡыуатовҡа, Флүр Дәүләтшинға, Фәнил Мөхәмәтйәновҡа, Азамат Баязитовҡа, Ғәзим Ғәлиуллинға мәктәптең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Шулай уҡ ошондай әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл иткәндә әүҙем булышҡаны өсөн Әбүзәр Ураҙғоловҡа рәхмәт белдерҙе.
Шулай уҡ таҡта менән ярҙам итеүсе шәхси эшҡыуар Нияз ВИЛ улы Ҡарағоловҡа һәм үҙенең таҡта Ярыу цехында брустар үткәреп биреүҙә Ярҙам иткән Дәүләтшин АЙНУР Рәфис улына Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Әлбиттә, иң тәүҙә, балалар исеменән тәү башлап Иҫке Монасип урта дөйөм белем биреү мәктәбендә хоккей спортына нигеҙ һалыусы, бөгөнгө көндә Байназар мәктәбендә спортты үҫтереүгә ныҡлы иғтибар биреүсе директор Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаевҡа спорт өлкәһендәге проекттарҙың башланғысында ҡатнашҡаны, тормошҡа ашырғаны һәм яҡлағаны өсөн рәхмәт белдереп, хоккей майҙансығы янындағы ҡоролманы төҙөүҙә ҡатнашыусыларға, «Афарин!», тиергә ҡала.
Был майҙансыҡ бик күп быуын балаларына хеҙмәт итһен.
Яуасаҡ ҡары ла яуа башланы, бына-бына хәҙер генә, оҙаҡ көттөрмәй уйынсыларҙың ҙур түҙемһеҙлек менән көткән боҙо ла әҙер булыр. Яңы йыл каникулында каток тулы балаларҙы күреп күңелдәр шатлыҡҡа тулыр, тигән теләктәрҙә ҡалайыҡ.
Ә инде яңынан-яңы яҡшы эштәре, уңыштары, ҡаҙаныштары, конкурентлылыҡҡа һәләтле бынамын тигән шәхестәре менән данлы Белем усағы – Байназар мәктәбенә артабан дә шәп, тәрбиәле уҡыусылар, тик бейек үрҙәр, изге башланғыстар ғына теләргә ҡала
Алдағы көндәрҙә лә шулай берҙәмлек менән имен йәшәргә насип итһен!
Сәйҙә СӘЙӘХОВА,
Бөрйән районы, Байназар ауылы.