-5 °С
Болотло
Халыҡ уйындарының быуындан-быуынға тапшырылып, әлегә тиклем һаҡланып ҡалғандарына иғтибар итһәң, улар халыҡтың тормошон, мәҙәниәтен, көнкүрешен күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә. Уйындар кешене күп яҡлап үҫтерә, уларҙың фекерләүен, хәтерен ихтыяр көсөн үҫтерә һәм физик яҡтан нығыта. Күмәк уйындар дуҫлыҡ, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.
Сығанаҡ: «Таң» гәзите.