-6 °С
Ҡар
Бөгөнгө көндә һәр кемдең тырышлығы, берҙәмлеге һәм ярҙамы, илебеҙҙең тыныслығын һәм еңеүҙе яҡынайтыуҙа ҙур роль уйнай. Башҡорт халҡының тарихында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөләре күп. Тыныслыҡ һәм еңеү өсөн бергәләп тырышырға кәрәк, һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тейеш. Беҙ ҙә мәктәбебеҙ менән гуманитар ярҙам күрһәтеү буйынса уҡытыусылар, атай-әсәйҙәр, уҡыусылар менән ярҙам итәбеҙ. Еңеү өсөн үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ.