БЕРҘӘМ ҒАИЛӘ
Гөрләп тора өйөбөҙ,
Беҙ күмәкбеҙ, татыубыҙ,
Атай, әсәй, олатай,
Дүрт малай ҙа алты ҡыҙ.
Аҙбар тулы мал-тыуар,
Баҡса тулы йәшелсә,
Ялҡауланып тормайбыҙ,
Һәр кем эш белеп үҫә.
Хәрәкәттә-бәрәкәт,
Емешһеҙ ҡалмай хеҙмәт,
Эшләһәң, Аллаһ бирә,
Табын тулы һый-ниғмәт.
– Күршеләргә хөрмәтле,
Кешеләргә хөрмәтле,
Булығыҙ, – ти, – олатай –,
Беҙ – Мөхәммәт өммәте!
(Г.Ситдиҡова)
КҮҢЕЛЛЕ!
Әсәйемдең ҡосағында
Миңә рәхәт, күңелле!
Атай менән тышта йөрөү
Йәнгә рәхәт, күңелле!
Ағай менән бергә уйнау,
Ҡар бәрешеү күңелле!
Апайым бәлеш бешерһә,
Бергә ашау күңелле!
Әсәй менән, атай менән
Бергә булыу күңелле!
Эй һикереп мин уйнайым,
Өйөбөҙҙә күңелле!
(Земфира Аҡбутина)
МАТУР МЕНӘН КӨСЛӨ
Бер кем дә юҡтыр
Атайым төҫлө –
Ул бик тә батыр,
Ул бик тә көслө!
Бер кем дә юҡтыр
Әсәйем ише:
Ул донъялағы
Иң матур кеше.
(Ф.Рәхимғолова)
ӘСӘЙ
«Әсәй» тигән оло һүҙҙе
Тәү башлап әйтә бала.
Әсәләрҙәй изге йәндәр
Юҡтыр ул был донъяла!
Төндәр буйы йоҡламайса
Әкиәт һөйләгән – әсә.
– Үҫ, балам, үҫ тиҙерәк, – тип
Көйҙәр көйләгән әсә.
(Т.Муллағәлиева)
АТАЙЫМ
Етмеш һөнәр белә, тиҙәр
Атайым тураһында.
Башлап бураҙна ул яра,
Иң алда – урғанында.
Сәскән саҡта тракторҙа
Рекордтарҙы ул ҡуя.
Ә ураҡта – комбайнда
Иң күп иген ул йыя.
(Ф.Мөхәмәтйәнов)
ӨЛӘСӘЙЕМ
Өләсәйем йырсы минең,
Оҙон көйҙәр көйләй ул.
Төндәр буйы әкиәттәр,
Риүәйәттәр һөйләй ул.
Йомшаҡ ҡулдары яғымлы,
Беҙҙе иркәләп һөйгән.
Әсәйҙе лә ошо ҡулдар
Наҙлай-наҙлай үҫтергән.
(Ф.Юлдашбаева)
ОЛАТАЙ
Олатайым бик оло,
Ул үткән һуғыш юлы.
Йәш,көслө,батыр булған,
Ауыр яу ҡырын уҙған.
Дошмандарҙан ҡурҡмаған,
Һис аямай туҡмаған.
Ялҡын эсенә ингән,
Еңеү байрағы элгән.
(М.Ғәйфуллина)
БЫЛ МИН
Бына танауым,
Был минең ҡашым,
Күҙем, ҡолағым,
Ә бына башым.
Ауыҙҙы асһам,
Телем күренә.
Теҙелгән тешем
Өс бөртөк кенә.
Ҡулды күтәрҙем –
Аяҡ тыпырлай.
Үҙенән-үҙе
Бейергә һорай.
(Р.Ураҡсина)
ХАҠЫМ БАР
Атай әйтә: батырым,
Әсәй әйтә: матурым,
Олатайым: алтыным,
Өләсәйем: яҡыным.
Батыр ҙа мин, матур ҙа,
Алтын да мин, яҡын да.
Маҡтанырға саҡ ҡына
Барҙыр минең, шулай булғас,
Хаҡым да.
(Р.Шакир)
КЕСКӘЙҘӘРГӘ
Атай әйтә үҫкәнем ти,
Әсәй әйтә бәпкәм ти,
Өләсәйем һөйөп кенә
Баҡсалағы сәскәм ти.
Кескәй булғаным да оҡшай,
Өлкән булғым да килә,
Сәскә булыу нисек икән?
Шуны бик белгем килә.
(Н.Хамбалеева)
АТЛАЙЫМ!
Тып-тып-тып-тып,
Тәпәй баҫтым,
Мин атлайым, атлайым!
Уң ҡулымдан тотҡан әсәй,
Һул ҡулымдан атайым.
(Ф.Туғыҙбаева)
ҠУСТЫМ
Эй һөйләшә бер үҙе,
Аңлашылмай һис һүҙе.
Тәү аҙымдарын атлай,
Йығылһа, илап ятмай.
Әлли-бәлли бәү иткән,
Арып йоҡоға киткән.
Йә йылмая, йә көлә –
Ҡустым матур төш күрә.
(Г.Ғәлимова)
ҠУСТЫМ
Сәп-сәп-сәпәкәй –
Минең ҡустым бәләкәй.
Ҡулын күтәргән була,
Сәпәкәй иткән була.
(А.Йәғәфәрова)
ҺЫЛЫУҠАЙЫМ
Һылыуҡайым бәләкәй,
Баҫты әле саҡ тәпәй.
Шундай шаян, шундай шуҡ,
Йөрөп ята туп та туп.
(М.Дилмөхәмәтов)
Фото: com