Бөтә яңылыҡтар

Бар булмышын балаларға арнай

Р.М. ҒӘББӘСОВ, Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты тәрбиәсеһе, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы  Заманалар йылдам үҙгәрһә лә, тәрбиәле, белемле, үҙ һөнәрен, йәмғиәттә урынын таба белгән көслө ихты­ярлы балалар тәрбиәләү бурысы шул көйө ҡала. Мәҡәләмдең геройы – 38 йыл ғүмерен Рәми Ғарипов исе­мендәге 1-се гимназия-интернатында эшләүгә арнаған, хеҙмәте менән оло ихтирам-хөрмәт яулаған, ошо һөнәрҙең оҫта белгесенә әйләнгән Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Рима Фәйез ҡыҙы Нәбиева.

Бар булмышын балаларға арнай
Бар булмышын балаларға арнай

Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында ишле ғаиләлә тыуған ҡыҙ бик тырыш, сая һәм талапсан булып үҫә. VI кластан һуң уҡыуын үҙе ғүмерлек эш урыны итеп һайлаясаҡ 1-се мәктәп-интернатында дауам итә. Моңло тауышлы, тыуып-үҫкән яҡтарының хозур тәбиғәтенә ғашиҡ ҡыҙ сәнғәт юлын һайлай.

Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында клуб саралары режиссеры һөнәрен үҙләштергәс, хеҙмәт юлын Архангел районының Ҡыҫынды ауылында башлай. Артабан уҡыуын дауам итеү хыялы менән янған ҡыҙ шул уҡ райондың Аҙау ауылы мәктәбендә өлкән пионервожатый эшен алып бара, йыр дәресен уҡыта.

Тиҙҙән Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Шаулы студент йылдарында уҡыу менән бер рәттән, бар сараларҙа ҡатнаша, алып барыусы ла, матур йырҙары менән концерттарҙы биҙәүсе лә була ул.

1987 йылда уҡыуын уңышлы тамамлай, Илеш районы Лаяшты ауылына уҡытырға ебәрелә. Бер йылдан һуң Өфөгә әйләнеп ҡайта, тормошҡа сыға һәм үҙе белем алған мәктәп-интернатҡа тәрбиәсе булып эшкә күсеп, башкөллө балалар донъяһына сума. Ошо мәлдән алып инде нисә йылдар таныш һуҡмаҡтарҙан үтә Рима Фәйез ҡыҙы. Мәктәп-интернаттың хәҙер инде Р. Ғарипов исемендәге гимназияға әйләнеүе, яңы уҡыу корпустарының, заманса ятаҡтарҙың барлыҡҡа килеүе, быуын-быуын уҡыусыларҙың алмашыныуы – барыһы ла күҙ алдында уның. Эйе, замана үҙгәрә, уҡыу-уҡытыу системаһына яңылыҡтар индерелә. Тик тәрбиәсе алдына ҡуйылған бурыс – бала күңелен тәрбиәләү – өҫтәлмә талаптар индерелһә лә, үҙгәрешһеҙ ҡала.

Р.Ф. Нәбиева – эшенән бәхет тапҡан тәрбиәсе. Оҙаҡ йылдар яратҡан интернатында, ниндәй генә эш йөкләтһәләр ҙә, бар күңелен биреп эшләй. Ул ойошторған һәм етәкләгән «Сулпан» балалар драма театры түңәрәге әле лә  гимназияла тамашасыларҙы ҡыуандыра. Рима Нәбиева, режиссер һөнәрен үҙләштергән, сәнғәт нескәлектәрен төшөнгән белгес булараҡ, уҡыусылар менән ысын тамаша тыуҙыра, һәр уҡыусының ижади мөмкинлектәрен күрә һәм тулыһынса аса. Тәрбиәсе булып эшләгәндә, бер нисә йыл рәттән социаль педагог вазифаһын да башҡарырға тура килә уға. Бында ла һынатмай тырыш педагог. Ярҙамға мохтаж булған, иғтибар талап иткән уҡыусылар менән даими эш алып бара.

Бөтә был уңыштарҙың ябай бер сере бар: педагог балаларҙы ихлас күңелдән ярата, йөрәк йылыһын биреп тәрбиәләй. Уларға ҡарата ябай мөғәмәләлә булған тәрбиәсе иң беренсе нәүбәттә үҙенә һәм уҡыусыларына бик талапсан да. Балаларҙың психологияһын, методи­каны яҡшы белә, көн режимының үтәлеүенә, уҡыусыларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәренә айырыуса иғтибар бүлә, балалар араһында дуҫлыҡ, ярҙамсыллыҡ хистәре тәрбиәләүгә көс һала.

«Бар көсөмдө, йөрәк йылыһын бирергә тырыштым мин балаларға, талапсанлыҡ та көслө булды. өй эсендәге тәртип тупһанан башлана тигәндәй, беҙҙең эштә лә балалар йәшәгән бүлмәләр – уларҙың «йөҙө», күрһәткесе. Шуға ла балаларҙы һәр саҡ хуплап, һәр эште үҙем эшләп өйрәтеүҙе төп маҡсатым итеп ҡуйҙым», – ти Рима Фәйез ҡыҙы.

Эйе, тәрбиәсе йәшәү рәүеше, тормошо, ҡылған эштәре менән дә тәрбиә бирә. Шуға ла был һөнәр эйәһе булыу наҙ ҙа, моң да, изгелек, сабырлыҡ, намыҫ, тырышлыҡ һәм башҡа күркәм, матур сифаттар талап итә.

«Һәр баланың кәңәшсеһе булып, күңелен борсоған һорауҙарына яуап табырға тырыштым. Йән, күңел тыныслығы эҙләп баға беҙгә бала күҙҙәре. Шуға ла мин балаларҙың эске донъяһына күберәк иғтибар бүлергә, уларҙың тормошо менән йәшәргә, уларға тәрбиәсе генә түгел, ярҙамсы булырға ынтылдым. Тормош юлымда ла яҡшы кешеләр йыш осраны. Интернатҡа килгәс, эшкә ул саҡтағы директор И.И. Вәлиев ҡабул итте.  Торлаҡһыҙ, пропискаһыҙ кешене ул заманда  кем эшкә алһын? Ә ул алды. Ошондай уңышлы осраҡтар, изге күңелле кешеләр менән үтте мәктәптәге эш йылдарым», – тип иҫләй ул.

Тәрбиәсенең хеҙмәте, уҡытыусы эшенә ҡарағанда, бәлки, еңелерәк тойолалыр. Ысынлап та, төплө белем, имтихандар, уҡырға инеү өсөн яуаплылыҡ уҡытыусы иңенә төшә. Ә бала күңеленең төҙөклөгө, рухи ныҡлығы, эске донъяһының матурлығы тағы ла мөһимерәк түгелме? Бына ошо матур ҙа, ауыр ҙа һөнәрҙе һайлағандарҙың хеҙмәт һөҙөмтәһе йылдар үтә бара күренә. Быны уҡыусыларының фекерҙәре лә раҫлай.

– Әле лә күҙ алдымда. 1996 йылдың 30 авгусы. Гимназия-интернатҡа ингәс тә: «Һеҙ һигеҙенсе класҡамы? », – тип һөйкөмлө генә йылмайып бер апай ҡаршы алды. Ә инде уның минең тәрбиәсем икәнен белгәс, ҡыуанысымдың сиге булманы, сөнки тәү күреүҙән уның иплелегенә, йылмайып, асыҡ, матур итеп һөйләүенә, бөхтәлегенә ғашиҡ булдым. Ҡулға-ҡул тотоноп ҡайғыларҙы ла, шатлыҡтарҙы ла бергә кисерҙек. Ҡош балаларындай үҙ ҡанаты аҫтына алып, ҡурсалап, ысын мәғәнәһендә, кеше итте. Беҙҙең өсөн уның холоҡ-фиғеле, ғәмәле өлгөлө, һәр әйткән һүҙе, фатихаһы фәһемле, ҡәҙерле булды. (Ләйсән Бураншина,  2006 йылғы сығарылыш уҡыусыһы.)

– Ҡупшы форма кейеп, аҡ алъяпҡыс тағып уҡырға йөрөгән мәлдәр артта ҡалды. Әммә күңелем  һаман гимназияға тартыла. Унда иң яҡшы кешем – социаль педагог Рима Фәйез ҡыҙы эшләй. Яғымлы, хәстәрлекле, бер ҡараштан хәлеңде аңлай белгән, ата-әсә ҡосағынан мәхрүмдәрҙе йылытыусы Кеше ул! Йөрәк йылыһын һәр ҡайһыбыҙға тигеҙ өләште. Гимназия-интернатта матур йола бар: сентябрҙең тәүге шәмбеһендә I курс студенттары йыйыла. Ошолай улар һағыныуҙарын баҫа, дуҫтары, уҡытыусылары, тәрбиәселәре менән осраша. Беҙ ҙә был йолаға тоғро ҡалдыҡ. Рима Фәйез ҡыҙы менән осрашыу айырыуса иҫтә ҡалды. Ул беҙҙе бүлмәһенә саҡырҙы, сәй менән һыйлап, хәлебеҙҙе белеште, кәңәштәрен бирҙе. Барыбыҙға ла бүләктәр әҙерләгән ине ҡәҙерлебеҙ. (Розалия Яхина, 2011 йылғы сығарылыш уҡыусыһы.)

– Рима Фәйез ҡыҙына рәхмәтлемен. Күпме егет-ҡыҙҙарға дөрөҫ йүнәлеш биргән оло шәхес ул. (Морат Рафиҡов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.)

Оло йөрәкле педагог күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаттары, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Ул – Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Бөтә донъя башҡорттары Башҡарма комитетының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалына лайыҡ.

Балаларҙың яратҡан тәрбиәсеһе, сәнғәткә ғашиҡ педагог, беҙҙең хөрмәтле коллегабыҙ Рима Фәйез ҡыҙының йәшәү рәүеше, заманға ҡарашы, башҡалар менән ихлас мөнәсәбәте барыһын да һоҡландыра. Гел шулай мөләйем, алсаҡ йөҙлө, изге күңелле, оло йөрәкле булығыҙ. Балалар тәрбиәләүгә түккән көсөгөҙ өсөн рәхмәт! Ғаиләгеҙҙең йәме, терәге булып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын һеҙгә!

 

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас