Был күләмле сара ун тиҫтәгә яҡын ҡатнашыусыны берләштерҙе. Сессияның төп өлөшөндә муниципаль район методик хеҙмәте етәксеһе Илүзә Зиннур ҡыҙы Ырыҫбаева сығыш яһаны һәм сессияның төп маҡсатын билдәләп үтте. Артабан сессияла ҡатнашыусылар, тикшерелгән проектты тормошҡа ашырыу буйынса бүленеп, 3 тематик майҙансыҡта эшләне. Һәр майҙансыҡта «Рәсәйҙә халыҡтар берҙәмлеге йылы» айҡанлы 2026 йылда белем биреү учреждениеларында үтәсәк ваҡиғаларҙы проект эштәрендә сағылдырып йыллыҡ планға алды. Һәр майҙансыҡта был тәңгәлдә һөҙөмтәле проекттар тәҡдим ителде. Тәҡдим ителгән проект эштәре буйынса сығыштар тыңланды һәм тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән тәрбиәүи эшмәкәрлектәге саралар планына индереү тәҡдим ителде. Ошо саралар йәш быуын күңелендә Ватанға ҡарата сикһеҙ һөйөү тәрбиәләүгә, конкрет эштәр һәм проекттар аша илебеҙ халыҡтарының берҙәмлеген нығытыуға, әлбиттә, булышлыҡ итер. Сессия ҡыҙыҡлы һәм конструктив булды. Стратегик сессия йомғаҡтары буйынса районда мәғариф өлкәһендә төп йүнәлештәр буйынса пландар әҙерләнә. Алдағы көндәрҙә илебеҙ халыҡтарының туған телен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү, һаҡлауға йүнәлтелгән районыбыҙҙа үткән киң масштаблы стратегик сессия үҙ һөҙөмтәләрен күрһәтәсәгенә ышаныс ҙур.
Сәйҙә СӘЙӘХОВА,
Бөрйән районы.