Бөтә яңылыҡтар

Нияз Мәжитов – халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы (Дәрес-сәйәхәт)

Г.Ә. ВӘЛИЕВА, Ғафури районының Н. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы  Маҡсат: Ғафури районында тыуып-үҫкән яҡташыбыҙға бағышлап асылған музей менән таныштырыу; тарихсы-ғалим, археолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре тураһында һөйләү; ябай ауыл малайынан ҙур дәрәжәгә еткән бөйөк шәхес тураһында мәғлүмәт биреү.

Нияз Мәжитов –  халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы (Дәрес-сәйәхәт)
Нияз Мәжитов – халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы (Дәрес-сәйәхәт)

Йыһазландырыу: кабинет-музейҙағы экспонаттар, тарихи мәғлүмәттәр, Н. Мәжитовтың шәжәрәһе, уның биографияһына һәм фәнни эшмәкәрлегенә презентация.

  1.  Биографияһы. Уҡыуйылдары.
  2.  Хеҙмәтюлы.
  3. Фәнниэшмәкәрлеге.
  4. Бураҡаевтарғаиләдуҫтары.
  5. РәмиҒариповменән дуҫлығы.
  6. Красноусолбашҡортгимназияһын асыуҙағы роле. (Саҡырылған ҡунаҡтар менән әңгәмә.)
  7. НиязМәжитовтыңәсәйем менән уҡыған осоро (Вәлиева Г.Ә.) Йомғаҡлау.

Дәрес барышы

– Хәйерле көн, уҡыусылар! Бөгөн беҙ «ябай ҙа, бөйөк тә» кешенең үткән ғүмер юлына сәйәхәт ҡылабыҙ! Кемдәр хаҡында ошондай һүҙҙәрҙе ишеткәнегеҙ бар? (Яуаптар.)

– Эйе, һәр ваҡыт халыҡ араһында булған, изге, файҙалы эштәре менән кешене хайран иткән шәхестәр тураһында «ябай ҙа, бөйөк тә», тиҙәр. Мәжит Ғафури һүҙҙәре менән әйткәндә:

Ҡайҙа ярлы, ҡайҙа зарлы,

ҡайҙа моңлолар була,

Мин шулар янында булам,

улар менән килешеп була.

Юҡ уларҙа төрлө ҡатлау,

юҡ уларҙа эс сере,

Тыштары керле,

вә ләкин юҡ уларҙа эс кере.

Ундай кешенән йылылыҡ бөркөлөп тора. Уға тартылалар, уны тыңлайҙар, уға һоҡланалар, өлгө алалар. Иғтибарлы, ихтирамлы, төплө кәңәшле, урынлы һүҙле бындай кешеләрҙең башҡа эштәре лә бихисап, әммә улар башҡалар менән аралашырға ваҡыт таба, һөйләшеүҙән үҙе лә күңел йылыһы ала, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙа. Ошондай яҡты кешеләрҙең береһе – Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов – тарихсы-ғалим, археолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре...

Бөгөн яҡташыбыҙ тураһында та­ғы ла яҡыныраҡ белеү өсөн сәйәхәткә сығабыҙ. Һәр туҡталышта беҙҙе экскурсовод уҡыусыларыбыҙ тулыраҡ мәғлүмәттәре менән таныштырасаҡ.

1-се туҡталыш. (Презентация ҡуйыла, йә булмаһа музейҙағы стенд ҡарала.) Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов 1933 йылдың 20 авгусында Башҡортостандың Ғафури районы Туғай ауылында тыуған. Милләте – башҡорт. Атаһы – Мәжитов Абдулхаҡ Абдулла улы – уҡытыусы һәм директор булып эшләгән, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан; әсәһе – Хәйербаныу Билал ҡыҙы – колхозсы булған. Бәләкәй Нияз 1941 – 1948 йылдарҙа Туғай башланғыс, Имәндәш тулы булмаған һәм Өфө ҡалаһының 9-сы урта мәктәптәрендә уҡый. 1951 – 1956 йылдарҙа А.М. Горький исемендәге Пермь дәүләт милли тикшеренеү университеты тарих-филология факультетының тарих бүлегендә белем алғанда билдәле тикшеренеүсе О.Н. Бадер йоғонтоһонда археология менән ҡыҙыҡһына башлай. Уҡыу йортон тамамлап, 1956 йылдың июленән СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эш башлай.

2-се туҡталыш. Дәрт-дарманы ташып торған егет 1957 йылдан археологик экспедициялар ойоштора һәм уны етәкләй. 1963 йылда СССР Фәндәр академияһының Археология институтында «Бахмутинская культура: (Население Северной Башкирии в середине I тысячелетия нашей эры») тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1968 йылда башҡорт телендә «Башҡорт археологияһы» монографияһын баҫтыра. 1976 йылда уның етәкселегендә республика археологик ҡомартҡыларының тәүге исемлеге – «Археологическая карта Башкирии» – нәшер ителә. Археология һәм этнография музейын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. 1977 йылдан Башҡорт дәүләт университетында эшләй: 1977 йылдан, доцент вазифаһын башҡарыусы булараҡ, археология буйынса лекциялар уҡый; 1979 йылдан доцент вазифаһында уҡыта; 1989 – 2000 йылдарҙа – археология, боронғо һәм урта быуат тарихы кафедраһы мөдире була; 1991 йылдан – профессор дәрәжәһенә күтәрелә. Нияз Мәжитов – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993); Гуманитар фәндәр академияһы академигы (1994); Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2006); «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» билдәһе (2008); Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013).

3-сө туҡталыш. Фәнни эшмәкәрлеге. Н. Мәжитов университетта эшләгән осорҙа ла археологик экспедициялар ойоштора һәм етәкләй. Ул материалдар Башҡорт дәүләт университетының 2012 йылда булдырылған Археология музейында (музей хәҙер уның исемен йөрөтә) төп документтар булып тора. Докторлыҡ диссертацияһын 1988 йылда «Южный Урал в VII – XIV вв.: данные археологии к вопросу о происхождении башкир» тигән темаға яҡлай. Ҡыҙы Әлфиә Солтанова менән берлектә «История Башкортостана с древнейших времен до XVI века» (1994 й.) монографияһын сығара.

Һан менән әйткәндә, 400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы ул. Хеҙмәттәре Көньяҡ Уралдың тимер быуатҡа һәм урта быуаттарға ҡараған археологик мәҙәниәттәрен һәм ҡомартҡыларын өйрәнеүгә, башҡорттарҙың этногенезы мәсьәләләренә арналған. Башҡорт-Бөркөт, Бикеш, Биш Уба I, Дежнев, Ҡаранай, Ҡәҙер, Әлмөхәмәт ҡурғандарын, Имәндәш ҡаласығы һәм башҡа археологик ҡомартҡыларын асҡан. Бахмут, Турбаҫлы, Кушнаренко археологик мәҙәниәттәрен өйрәнеп, башҡорттар менән Башҡортостан территорияһында борон һәм урта быуаттарҙа йәшәгән халыҡ араһында күсәгилешле бәйләнеш барлығын асыҡлаған. 2011 – 2014 йылдарҙан «Өфө – II» ҡаласығы өйрәнеү эшен башлап ебәреүсе һәм ойоштороусы. Бөтөн Рәсәйҙе шаҡ ҡатырған был табышҡа Н.А. Мәжитов аспиранттары һәм студенттары менән Өфө ҡалаһында алып барылған ҡаҙыныу эштәре ваҡытында юлыға. Ул хәҙер бар донъяға «Өфө – II» ҡаласығы булараҡ билдәле. Ошо фәнни асыш баш ҡалабыҙҙың 1500 йыл тирәһе тарихы барлығын күрһәтте.

4-се туҡталыш. (Презентация ҡуйыла).

Уҡытыусы. Бындай бөйөк кешенең ғаиләһе тураһында айырым ғына һөйләп булмай. Ғаилә дуҫлығы дөйөм уй-фекерҙең, дөйөм эштең тура килеүенә бәйләнгәндер, тип уйлайым.  Мәжитовтарҙың Бураҡаевтар менән ғаилә дуҫлығын алайыҡ. Был хаҡта Мәрйәм Бураҡаева бына ни тип яҙа: «Ғалим булараҡ, уның ғилми хеҙмәттәре, асыштары тураһында күп яҙалар. Ә ниндәй кеше? Ниндәйерәк дуҫ булды ул? – был хаҡта яҙмалар юҡ кимәлендә. Диҡҡәт Бураҡаев менән һабаҡташ булғас, улар эш буйынса осраштырғылап торҙолар. Шуныһы ҡыҙыҡ: береһе геолог, икенсеһе археолог булған был ике ғалим башҡорт тарихы менән тәрәндән ҡыҙыҡһынды. Тарих буйынса яҙған мәҡәләләре буйынса йыш ҡына фекер алышалар ине. Беҙҙең тығыҙ аралашыу яңы фатир алғандан һуң булды. Цюрупа менән Достоевский урамдары киҫешкән мөйөштә туғыҙ ҡатлы йорттарҙан: таҡ һанлы яҡтан – беҙгә, йоп һанлы яҡтан Мәжитовтарға фатир бирҙеләр. Бер көн ҡатыны Лена менән Нияз бергәләшеп беҙгә килеп инделәр. Ошо көндән ныҡлы ғаилә дуҫлығы башланды.

Беренсе тапҡыр обойҙың нимә икәнен уларҙа күрҙек. Ошо ваҡиғаны ҡыҫҡаса һөйләп бирәм: «Стенаның ағы кейемгә буяла ла ҡуя, шуға күрә обой йәбештереп ҡараныҡ әле», – ти Лена ханым. Был осрашыуҙан һуң, кәрәк саҡта бер-беребеҙҙе саҡырыр өсөн тәҙрәгә ҡыҙыл сепрәк элергә һөйләшеп, таралыштыҡ. Икенсе көндө ҡараһаҡ, уларҙың тәҙрәләрендә ҡыҙыл сепрәк тора. Киттек икәүләп. Барып инһәк, зал тип аталған ҙур бүлмәлә, диванда тотош стенанан һыпырылып, бер япма булып төшкән обой аҫтында Нияз күрше ултыра. Үҙе көлә:

Сығарышығыҙ әле, тонсоғам бит. Ленаның ғына көсө етмәй. Һәр нәмәнең үҙ рәте бар икән шул. Беҙ стенаны йыуып тормай ғына, эзбизле көйө өҫтөнә йәбештергәйнек, бер ваҡыт шатыр-шотор итеп тотош килде лә төштө. Ярай, йоҡлап ятҡан саҡҡа тура килмәне. Ер аҫты ҡатламдарынан сығыу ҡайҙа ул, йоҡа ғына обой аҫтынан сығып булмай.

Лена, минең кеүек ирҙе бер ҡайҙан да таба алмаясаҡһың, сығарып ал, – тейем». Әлфиә менән улы (уҡыусы саҡта ғына фажиғәле үлем тартып алды) эргәлә йүгерешеп йөрөйҙәр, көләләр.

– Был беҙгә һабаҡ булды! Һәр нәмәнең, хатта ябай ғына эштең дә үҙ яйы, рәте булғанын онотмайыҡ! – тибеҙ.

Онотмай йәшәне, ошо хәҡиҡәтте онотмай эшләне, алдына алған маҡсатынан тайпылманы бөйөк ғалим Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов». (Экранда М. Бураҡаеваның фотоһы ҡуйыла.)

5-се туҡталыш. Рәми Ғарипов менән дуҫлығы (презентация буйынса).

Өфөнөң 1-се гимназия-интернатында (элекке 9-сы урта мәктәп-интернатында) Рәми Ғарипов менән бергә уҡыу, уның менән донъяуи мәсьәләләр хаҡында фекер алышып, зиһен байлығын арттырыу ғүмерлек дуҫлыҡҡа әүерелә. Йәш археолог Нияз йыш ҡына Рәмиҙе үҙе менән экспедицияларға йөрөтә. Башҡорт телен, башҡорт халҡы хоҡуҡтарын яҡлап яҙған шиғырҙары өсөн эҙәрлекләүгә дусар ителгән тура һүҙле шағир күп ваҡыт эшкә урынлаша алмай йонсой, ғаиләһен ҡарарға аҡсаһы етмәй. Шундай ауыр саҡтарҙа Нияз Мәжитов Рәми дуҫына ярҙам ҡулы һуҙа. Халҡыбыҙҙың боронғо тарихын ер ҡуйынынан эҙләп табыуҙа ҡатнашҡан буласаҡ күренекле шағир яҡын дуҫы Нияз Абдулхаҡ улына арнап шиғыр ҙа яҙған.

Ҡала-тауҙар 

(археолог дуҫҡа)

Ҡала-тауҙар, ҡәлғә тауҙар булып,

Һаман ҡалған халҡым телендә.

Һундар, Сыңғыҙхандар,

Батыйхандар

Күпме ҡан ағыҙған илемдә!

Тағы килгән яу өҫтөнә яуҙар –

Уралынан башҡорт китмәгән,

Илен түгел, хатта телен ташлап,

Европаға табан үтмәгән...

Ҡала-тауҙар ергә тигеҙләнгән,

Теҙләнмәгән бары башҡортом.

Йәйләүҙәрҙән, тирмәләрҙән ҡайтып,

Тағы ҡорған ҡәлғә –

таш йортон...

Бәркехандың таш ҡәбере ята

Әле булһа Әүеш тауында.

Ул, Урҙаның һуңғы ханы булып,

Ҡәбер тапҡан үҙенең яуында...

Археолог дуҫым – ҡәберлектә,

Бына йәнә ергә иңкәйҙе:

Ҡатын-ҡыҙҙың ынйыларын эҙләп,

Эҙләйҙер ул тыуған илкәйҙе.

(Рәми Ғарипов.)

6-сы туҡталыш.

Бына үҙебеҙҙең Ғафури районына ла килеп еттек. Нияз Мәжитовтың үҙенең аҙашы Нияз Сәлимов менән аралышыуы тураһында ла әйтмәй мөмкин түгел. Уның күренекле яҡташыбыҙҙы йәмәғәт эшмәкәре булараҡ һүрәтләүен тыңлайыҡ.

«1995 йылда Бөтә донъя башҡорттарының I ҡоролтайы үткәрелде. Донъяның төрлө тарафтарынан килгән делегаттар Ҡоролтайҙың рәйесе итеп бер тауыштан илебеҙҙең танылған ғалимы Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовты һайланы. Оло әһәмиәткә эйә булған тарихи ваҡиғаның уртаһында ҡайнаған кеше булараҡ, арҙаҡлы ағайыбыҙҙың мәртәбәле вазифаға һайланыуын бик шатланып ҡабул иттем. Ошо уҡ йыйында мине лә, ул саҡтағы «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррирен, Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты ағзаһы итеп һайлап ҡуйҙылар. Сер түгел, быға тиклем дәүләт хеҙмәтендә эшләмәгән, сәйәсәт менән бөтөнләй шөғөлләнмәгән Нияз Мәжитовтың Ҡоролтайҙы етәкләргә ҡулынан килерме икән, тип икеләнеүселәр ҙә бар ине. Әммә ул, республика етәкселеге, министрҙар, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары менән уртаҡ тел табып, килешеп эшләп, үҙенең дипломатик һәләте менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының эшен тәүге йылдарҙа уҡ юғары кимәлгә еткерҙе. Хатта күрше өлкәләрҙең губернаторҙары ла уны ололоҡлап ҡаршы алыр, Ҡоролтай рәйесе күтәргән ҡырҡыу мәсь­әләләрҙе хәл итергә тырышырбыҙ, тип вәғәҙә биреп ҡалыр ине. Нияз Абдулхаҡ улына бер көндө «Йәшлек» гәзитенең махсус ҡушымтаһы итеп «Ҡоролтай» гәзитен сығарырға тәҡдим иттем. Ул был тәҡдимде ихлас хупланы. Тиҙҙән махсус ҡушымтаның беренсе һанын нәшер итеп, Ҡоролтайҙың бөтә донъя буйынса йәйелдергән киң яҡлы эшмәкәрлеген даими яҡтырта башланыҡ.

Ете йылдан һуң, 2002 йылда Н.А. Мәжитов рәйеслек вазифаһын ҡалдырҙы. Ҡоролтайыбыҙҙың аҡбуҙаты абынып алды: бер-бер артлы етәкселәрҙең алмашынып тороуы дөйөм милләт мәсьәләләренә иғтибарҙы кәметә төштө, төбәк ҡоролтайҙарының аттары ла сығынлап ҡына торҙо... Эйе, күп нәмә шәхескә бәйле шул: хужаң ниндәй – атың да шундай».  

Гимназия директоры Гөлсөм Монасипова: «Үткән быуаттың 95-се йылдарында илебеҙҙә ҙур үҙгәрештәр башлана: халҡыбыҙ үҙ асылына ҡайта, милли ғөрөф-ғәҙәт, йолалар тергеҙелә, ҡала һәм район үҙәктәрендә башҡорт мәктәптәре, балалар баҡсалары асыла. Ғафури районында ла бер төркөм зыялылар, улар араһында аталы-уллы Шәйәхмәтовтар, Нияз Сәлимов, Нияз Мәжитов, Дәриғәт Рәхимов һәм башҡа халҡыбыҙҙың киләсәге тип янып йөрөүселәр, бик күп ата-әсәләрҙең мөрәжәғәтен күҙ уңында тотоп, район үҙәге Красноусолда башҡорт мәктәбен асыу мәсь­әләһен күтәрә һәм уны тормошҡа ашыра. Уның тәүге директоры Дә­риғәт Муллағәли улы Рәхимов етәкселегендә инновацион уҡыу йортонда эшләргә һәләтле киң эрудициялы, үҙ фәненә мөкиббән киткән, заман технологияларын үҙләштерергә теләгән булдыҡлы педагогик коллектив туплана».

Уҡытыусы. Гөлсөм Мөбәрәк ҡы­ҙы етәксе итеп тәғәйенләнгәс, 2019 йылда гимназияға билдәле шәхес Нияз Мәжитов исеме бирелә. Был ваҡиғаны яңы бер бейеклек итеп ҡабул итә коллектив. Республика Башлығы Радий Хабиров ҡул ҡуйған Указды директор ҙа ҙур тулҡынланыу менән ҡаршы ала. Исем биреү тантанаһын ололап үткәрәләр. Йола буйынса, гимназияның яҡшы өлгәшеүсе уҡыусыһы Нияз Мәжитов һүрәте төшөрөлгән значок менән бүләкләнә һәм «мәжитовсы» исеменә лайыҡ була.

Әле планда ошо кабинет-музейҙы күренекле шәхесебеҙ тураһында мәғлүмәттәр менән байытыу, бюсын ҡуйыу кеүек эштәр тора.

Гимназияның тәүге директоры  Дәриғәт Рәхимов: «Гимназиябыҙ тәүҙә башҡорт мәктәп-интернаты  булараҡ асылды. Район үҙәгендә 3 рус мәктәбе бар. Башҡорт телдәрен уҡытыу юҡ кимәлдә, шуға күрә башҡорт мәктәбе асыу өлгөргән мәсьәлә ине. Уны асыуҙа Башҡорт ҡоролтайының беренсе рәйесе Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы күп көс һалды. Районыбыҙҙан Нияз Сәлимов, мин – буласаҡ директор – документтар артынан күп йөрөнөк. Бына шулай асылды мәктәп-интернат. Бер йылдан ул гимназия-интернат итеп үҙгәртелде. Көслө коллектив тупларға тырыштыҡ. Элекке коррекцион интернат коллективынан да уҡытыусы-тәрбиәселәрҙе йәлеп иттек. Тәүге йылдан уҡ ҡала гимназияларына барып, дәрестәр ҡарап, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында ла белемдәрҙе камиллаштырып, курстар үтеп, гимназиябыҙҙың бәҫен һәр яҡлап күтәрергә тырыштыҡ. Төрлө олимпиадаларҙа, конкурс­тарҙа, бәйгеләрҙә ҡатнашып, концерттар ҡуйып, уҡытыусыларҙы ла, яңы уҡыусыларҙы ла йәлеп иттек. Гимназиябыҙ өсөн һәр кем бар көсөн биреп эшләне. Тырышлыҡ күп уңыштар килтерҙе... Бөгөн гимназистарыбыҙҙың иң яҡшылары «мәжитовсы»лар тип йөрөтөлә, төрлө уҡыу йорттарын тамамлап, юғары урындарҙа эшләйҙәр. Беҙ гимназиябыҙҙы абруйлы кимәлгә күтәргән уҡыусыларыбыҙ һәм педагогик коллективыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ».

7-се туҡталыш. Йомғаҡлау.

Шулай итеп, уҡыусылар, беҙ бөйөк яҡташыбыҙҙың үткән ғүмер юлын ҡыҫҡаса ҡарап сыҡтыҡ. Нияз Мәжитов хаҡында тағы ла мәғлүмәттәр менән танышырбыҙ, осрашыуҙар ойошторорбоҙ. Мин һеҙгә әсәйемдең Нияз Мәжитов менән бергә уҡыған осорон һөйләп китәм.

Минең әсәйем – Ғафури районының Һабай ауылы ҡыҙы Сәғиҙә Ҡужина. Нияз Мәжитовтың атаһын, Абдулхаҡ Абдулла улын, Бөйөк Ватан һу­ғышы ваҡытында Ҡауарҙы мәктәбенә директор итеп ебәрәләр. Русса өйрәнһен типме икән, Нияз менән Назия апаһын Ҡауарҙы менән Һабай араһында урынлашҡан Таҡман тигән рус ауылына (атаһы ике ауылға бер директор булған) IV класҡа уҡырға биргәндәр. Әсәйем дә шунда уҡырға барған. Бына шунда улар бергәләп бер йыл уҡып ҡалғандар. Әсәйем, кейеме булмау сәбәпле, артабан уҡый алмаған. Нияз менән Назияның ата-әсәһе лә Ҡауарҙыла оҙаҡ эш­ләмәгәндәр, кире Туғайға ҡайтып киткәндәр.

Мин был сәйәхәт һеҙҙең өсөн ҡы­ҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булғандыр, тип уйлайым. Һәр туҡталыш буйынса үҙегеҙҙең уй-фекерҙәрегеҙҙе әйтегеҙ. (Уҡыусылар һөйләй.)

– Йәнле һәм мауыҡтырғыс сәйәхәт өсөн экскурсоводтарға һәм саҡырылған ҡунаҡтарға оло рәхмәтемде еткерәм.

Дәресте үҙем ижад иткән шиғыр менән тамамлайым. «Нияз Мәжитов тураһында әсәйем һөйләгәндәрҙән» тип атала ул.

– Һөйөнсөләп ҡайттым әле,–

Тип өндәштем әсәйгә.

– Ултыр, балам, һөйләп ебәр,

Һөйөнөсөң нимәлә?

 

– Бөйөк кешенең исемен

Бирҙеләр мәктәбемә!

– Ниндәй ҙур шатлыҡ булған,

Мәктәбеңә – мәртәбә!

 

Ғафури исеме булһа,

Нәҫелең була инде!

Уның намыҫын һаҡларға

Бер сәбәп кенә инде!

 

– Юҡ, әсәй, Ғафури түгел,

Мәжитов Нияз ағай,

Ул исемде ишеткәнең

Булмағандыр ҙа, буғай?!

 

– Нисек белмәй инде, бына,

Белмәгән ҡайҙа инде!

Уның менән бер мәктәптә

Уҡырға тура килде!

 

Бер мәктәптә, бер класта

Уҡыныҡ бергә-бергә!

Игеҙәктәр ине улар,

Таяныс булды беҙгә!

 

Нияз менән Назия –

Тырыш булды уҡыуҙа.

Аталары – директор,

Тырышмай, китәң ҡайҙа?!

 

Башҡорт теленән башҡа

Бер телде лә белмәйбеҙ.

Рус телен дә бергәләп,

Башҡортса өйрәнәбеҙ!

 

Математиканы бик тә

Яратҡанғамы әллә,

Назия менән бергәләп

Сисә инек мәсьәлә.

 

Ҡайһы саҡта минең дөрөҫ,

Ҡайһы саҡта уныҡы.

Абдулхаҡ ағай бик маҡтай:

«Тырыш, ти, яҡшы уҡы!»

 

Атай ҡайтманы һуғыштан,

Йәтим ҡалдым бик иртә.

Кейергә йүнле кейем юҡ,

Бер ҙә күрмәнек иркә...

 

Назияла яңы күлдәк,

Аяҡ кейеме – ҡата.

Ә миндә ямаулы кейем,

Аяғымда сабата!

(Әсәйемдең шул һүҙенән

Илап ебәрҙем хатта...)

 

Атайым һуғыштан иҫән

Әгәр ҙә ҡайтһам, тигән,

Бер ҡыҙымды лётчик итәм,

Береһен – врач, тигән!

 

Беҙгә ул бәхет теймәне,

Тормоштар булды ауыр...

Шул ваҡыттар иҫкә төшһә,

Һыҙлана йөрәк-бауыр...

 

– Йә дауам ит, әсәкәйем,

Һөйлә әле дауамын,

Ә Нияз нисек уҡыны?

Белгем килә аҙағын!

 

– Уҡыуҙы һәйбәт уҡыны,

Математик булды ул...

Рус телен дә һәйбәт белде,

Гел «бишле»ләр алды ул!

 

Һәр ауыл малайы кеүек,

Шуҡ малай ине иллә...

Акрам менән «Быҙыбыт...*» тип,

Уйнайҙар ине бергә...

 

«Быҙыбыт, быҙыбыт,

Быҙыбыттың көйө юҡ...»

Таҡмағының аҙағына

Көлмәгән бер кеше юҡ!..

 

Тағы бер иҫтәлек ҡалған,

Ҡыҙыҡ түгел, ҡыҙғаныс...

Баҫтырышып уйнағанда,

Булды был хәл – аяныс.

 

Ҡыҙҙарҙы баҫтырам тиеп,

Һөрлөгөп барып ятты.

Аяғын һындырҙы тиеп,

Барыбыҙ ҙа шаҡ ҡаттыҡ...

 

Ярай әле быуын ғына

Сығып насар эшләне.

Имсене лә тиҙ табалмай,

Атаһы бик этләнде...

 

Һабайҙан мәзин бабайҙы

Ул табып алып килгән.

Мулла бабай имсе булған,

Быуындарҙы ла белгән...

 

Шау-гөр килеп беҙ йәшәнек,

Бала – ул бала инде...

Ауыр ваҡыттар булһа ла

Уҡыуҙы дауам иттек.

 

Һуғыш ваҡыты тип тормай,

Мәктәптәр ябылманы.

Тик миңә генә уҡыуға

Күп  йөрөргә яҙманы...

 

¤ләсәйем ике улын

Юғалтыуҙан ныҡ көйөп,

Ауырып ауҙы түшәккә,

Ятты тик мине һөйөп:

 

«Балаҡайым – һин улымдың

Берҙән бер аманаты,

Үҙеңде һаҡлаһын Аллаһ,

Һин – минең уң ҡанатым!»

 

Шулай уҡыуҙы ташланым,

Булһа ла бик ауырҙан,

Нияз менән Назия ла

Күсеп китте ауылдан.

 

– Бына шулай, балаҡайым,

Ниязды шунан беләм...

(Әсәйем һүҙен тамамлай,

Ә мин ғорурлыҡ тоям!)

 

Ниндәй бөйөк кеше менән

Бергә уйнап үҫкән ул,

Замандар ауыр булһа ла

Бик бәхетле булған ул!..

 

– Һин элеккене һөйләнең,

Мин дә һөйләйем әле,

Нияз Мәжитов шәхесен

Асып китәйем әле:

 

Нияз ағай –  ысын ир-ат,

Етмеш төрлө һөнәрле,

Тарихсы, ғилем яҙыусы,

Археолог-ҡаҙыусы...

Бар һөнәре кәрәкле.

 

Һәр оло шәхес донъяла

Теләйҙер ҡәҙер-хөрмәт.

Эшләгәнде күреүселәр

Булыуы ла мәслихәт!

 

Музейын да булдырырҙар

Туғандар менән бергә.

Дандары шулай таралыр

Райондаштарға, беҙгә!

 

Гимназия был исемде

Бик юғарыла тотор.

«Мәжитовсы»лар тырышып,

Илебеҙҙә дан алыр.

 

Һөйөнсөнө уртаҡлашҡан

Һәр берегеҙгә рәхмәт!

– Тыныслыҡ килһен тиҙерәк,

Йәшәүе булыр рәхәт!

 

Аяттарын уҡый-уҡый,

Әсәйем доға ҡылды.

Һөйөнсөгә бер самауыр

Сәйҙе өҫтәлгә ҡуйҙым.

 

Рәхим итегеҙ сәйгә!

Рәхмәт әйтеп әсәйгә!

Нияз Мәжитов –  халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы (Дәрес-сәйәхәт)
Нияз Мәжитов –  халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы (Дәрес-сәйәхәт)
Нияз Мәжитов –  халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы (Дәрес-сәйәхәт)
Нияз Мәжитов –  халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы (Дәрес-сәйәхәт)
Нияз Мәжитов – халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы (Дәрес-сәйәхәт)
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас