Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килгән уҡыусылар коллективтары үҙ яҡташтарын иҫтә ҡалырлыҡ итеп күрһәтә алды. Архангелдәр күренекле артист, режиссер Олег Ханов тураһында сәхнәләштерһә, белореттар «Заһир моңо – былбыл моңо» тип мәшһүр композитор Заһир Исмәғилев яҙмышын тасуирланы. Ейәнсуралар тел белгесе, рус графикаһы менән яҙылған беренсе "Әлифба" авторы Мөхәммәтхан Ҡулаев тураһында, иглиндәр опера йырсыһы Мәғәфүр Хисмәтуллин хаҡында эҙләнеү эштәре башҡарған. Ғөмүмән, һәр сығыш йөкмәткеле, уйландырырлыҡ ине. Конкурс барышында уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо.
Конкурсты ябыу тантанаһында Әлшәй районы муниципаль район хакимиәте башлығы Наил Рәшит улы Әбелғужин, хакимиәт башлығы урынбаҫары Айҙар Тимерхан улы Солтанғолов, мәғариф бүлеге начальнигы Чупова Зилә Әхмәт ҡыҙы, район Пионерҙар йорто Надежда Александровна Самойлова мәғариф Министрлығының милли мәғариф идаралығының дәүләт программаларын һәм төбәк ара хеҙмәттәшлекте тормошҡа ашырыу буйынса бүлек начальнигы Вадим Зөфәр улы Рәхмәтуллин, «Аҡ тирмә» милли үҙәге рәйесе Рәйсә Абдрахман ҡыҙы Күзбәкова, рәйес урынбаҫары Мәрүә Мирсәйет ҡыҙы Ғилметдинова, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррир урынбаҫары Римма Фәйзулла ҡыҙы Баймырҙина, «Йәншишмә» балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенең яуаплы сәркәтибе Лилиә Раил ҡыҙы Фазлетдинова ҡатнашты. Үҙенсәлекле был конкурс проекты авторы Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева үҙенең ҡотлауын аудиояҙма аша ишеттерҙе.
Шулай итеп, конкурс йомғаҡтары буйынса иң-иңдәр:
«Хазина» коллективы – Гран-при (Ҡырмыҫҡалы районы Малай мәктәбее, етәксеһе Ғәйфуллина Миләүшә Радик ҡыҙы ).
I дәрәжә - «Иләймән» коллективы (Белорет ҡалаһы, Я.Хамматов исемендәге гимназия, етәкселәре Ҡаһарманова Сәриә Мөхәмәтйән ҡыҙы, Ғилманова Гөлнара Насретдин ҡыҙы)
II дәрәжә – «Акйондоҙ» коллективы (Ҡыйғы районы, етәксеһе Яруллина Сәриә Сәлим ҡыҙы).
III дәрәжә — М.Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы базаһындағы пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң «Аманат» коллективы (Әлшәй районы, етәкселәре: Вәлиәхмәтова Әлфиә Закир ҡыҙы, Зәйнуллина Гөлназ Ғәзим ҡыҙы, Муллағәлина Миләүшә Хәлил ҡыҙы)
«Иң яҡшы театр постановкаһы сценарийы» махсус номинацияһында Рәсәй Геройы Алмаз Сафин исемендәге 2-се мәктәптең «Беренсе рәт» коллективы еңеү яуланы.
Шулай уҡ иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, ир-егет роле һәм башҡа номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде. Етәкселәргә һәм командаларға Мәғариф министрлығы, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы, «Йәншишмә» балалар гәзите, «Аҡтирмә» милли мәҙәни үҙәгенең
Рәхмәт хаттары һәм дипломдар һәм М. Бураҡаева исеменән китаптар тапшырылды.
Халыҡтың иң ҡиммәтле хазинаһы – һүҙ һәм йыр сәнғәтенең бәҫен күтәрҙе был конкурс.