

«Гөрләүек» балалар ансамбле 2019 йылда уҡ тамашасыларга үҙенең бейеүҙәрен тәҡдим итеп, уларҙың һөйөүен яуланы.
Балалар менән эшләүе бер яҡтан еңел кеүек: йәштәр тиҙ өйрәнә. Икенсе яҡтан, уларҙан яҡшы бейеүселәр әҙерләп кенә өлгөрәһең, уларға мәктәп тамамлап төрлө яҡтарға таралырға тура килә. Шулай ҙа ошо бейеү байрамына ихлас йыйылды улар.
«Хазина» бейеү ансамбленең бейеүселәре лә халыҡты таң ҡалдырҙы. Был төркөмдә 45- 80 йәшлектәр булһа ла, төркөм булып ойошҡандарына ни бары ике йыл ғына. Шулай булһа ла бейеүҙәр тигеҙ һәм дәртле башҡарылды.
Ансамблдәге йыр һөйөүселәр тамашасыларҙы йырҙары менән дә шатландырҙы.
Мин башҡарған «Бөрйән ҡыҙҙары» бейеүе лә, башҡорт бейеүенә атап яҙған шиғырым да тамашасыларға оҡшағандыр, тип уйлайым.
Берҙән-бер ир-егет Ғәзинур Хәсәншин да үҙе яҙған шиғырҙы һәм татар бейеүен бүләк итте.
Клара Рафкатовнаның уңыштарын күреп, һәр ваҡыт терәк булған коллегаһы Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре , профессор Дания Сибғәтуллинаның сығышы йәм өҫтөнә йәм өҫтәне.
Сығыш яһаусыларға бүләктәр әҙерләгән тамашасыларға рәхмәтебеҙ бик ҙур.Шулай уҡ Татарстан башҡорттарының етәксеһе Ғәли Әхтәр улына айырыуса рәхмәтебеҙ сикһеҙ.
Байрам «Шишмә» мәҙәниәт үҙәгенең тантаналар залында байрам табыны менән тамамланды. Һеҙгә үҙем ижад иткән шиғырҙы тәҡдим итәм.
Башҡорт бейеүе
Беҙҙең башҡорт араһында
Бейемәгән кеше юҡ.
Тыҡылдатып бейеп алһаң ,
Күңелең булмаҫ бойок.
Бейеү булһа, матур була
Беҙҙең туйҙар, байрамдар.
Милли кейем кейеп ебәр –
Халыҡ ҡалыр хайрандар.
Ҡат-ҡат әүеркә күлдәгем
Дагалы ситектәрем.
Елберләй алъяпҡысымдың
Сәскәле итәктәре.
Бейеүемде күргән кеше
Ҡалмай йөрөй артымдан.
Ҡайҙа бейергә өйрәндең,
Әйтсе тиҙәр, тартынма.
Саллылагы халыҡтарҙың
«Шишмә» тигән йортонда.
Бейергә өйрәтәләр шунда,
Йәштәрен дә ҡартын да.
Бейергә өйрәтеүсебеҙ
Йәлләмәй көсөн һала.
Балаларҙы, ололарҙы
Үҙ ҡурсауына ала.
Күп бейеү һалып өлгөрҙө
Беҙҙең Клара һылыу.
Эх, бик бәхетле итә ул
Үҙ бейетеүсең булыу.
Хәҙер һеҙгә күрһәтергә
Мин әҙерләнем бүләк.
Маэстро, «Бөрйән ҡыҙҙарын»
Әйҙә, ҡабыҙ тиҙерәк.
Рауза МУСИНА,
Яр Саллы ҡалаһындағы 86-сы мәктәптең уҡытыусыһы.
«Йэш йөрәктәр» ирекмән-пенсионерҙар төркөмөнөң, Яр Саллылагы яҡташтар «Ағинәйҙәр» төркөмөнөң етәксеһе.