

Һәр укыусының йөрәк түрендә изге, матур хәтирәләр ҡалдырыр был мәртәбәле сараға йәнлелек индереп, сәхнә түренә мәктәптең Зилә Исмаҡова етәкселегендәге «Гөрләүек» бейеү ансамблендә шөғөлләнеүсе – бейеүсе уҡыусыларыбыҙ «Гөлнәзирә», «Йәшлек» бейеүҙәре менән ҡатнашыусыларға
сағыу байрам кәйефе бүләк иттеләр. Байназар мәктәбе директоры, Рәсәй Федерацияһының Почетлы мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, тап ошо сараға 2016 йылда нигеҙ һалыусы – «Алдынғылар слеты» мөһим проектының авторы Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев тантаналы рәүештә асҡандан һуң,
сараны мәктәптең хәрби етәксеһе Фәнил Ғәйәз улы Мөхәмәтйәнов етәкселегендәге «Любизар» хәрби - патриотик клубында шөғөлләнеүсе уҡыусы егеттәр башлап, илһөйәрлек рухы менән һуғарып, берҙәм сафҡа теҙелеп баҫып, Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагтарын индергәндән һуң, барлыҡ ҡатнашыусылар аяғүрә баҫып, Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының гимндарын тыңланы.
Слеттың иң башында сәхнә түрендә Йәмил Ишбулды улы ғаиләләрендә ике отличник уҡыусы тәрбиәләп үҫтереүсе ата- әсәләрҙе тәбрикләп, иң изге теләктәрен еткерҙе һәм уҡыусыларға махсус бүләк, маҡтау ҡағыҙы, ата- әсәләргә Рәхмәт Хаттары тапшырҙы.
Бөрйән районы мәғариф бүлеге вәкиле Лилиә Наил ҡыҙы Кульчикованың был шәп сараға килеп ҡатнашыуы мәртәбә генә өҫтәне. Ул уҡыусыларҙы һәр ваҡытта ла тырыш, егәрле, әүҙем булырға, ата-әсәйҙәрен, тыуған мәктәбен, тыуған ерен данлап йәшәргә саҡырҙы һәм башланғыс класс уҡыусыларына, атай-әсәйҙәренә Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт Хаттары тапшырып, бүләктәр бирҙе.
5 - 8 класс отличниктарына Маҡтау ҡағыҙҙарын, бүләктәрен һәм ата - әсәләренә Рәхмәт хаттарын Гөлнәзирә Илдар ҡыҙы Иванова тапшырһа, ә инде отличниктар слетына ҡотларға килгән мәктәбебеҙҙең элекке сығарылыш уҡыусыһы, шәхси эшҡыуар, мәктәбебеҙгә бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтеүсе әүҙем, хәстәрлекле әсәйҙәрҙең береһе, Гөлсинә Бәхтинур ҡыҙы Ҡонафина 9 - 11 класс уҡыусыларына Маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр, уларҙың атай-әсәйҙәренә Рәхмәт хаттары тапшырҙы һәм 4 уҡыусыға 3-сө класс уҡыусыһы Алтынбаева Аделинаға, 7А класынан Рәхмәтуллин Айҙарға, 9А класынан Тләүбаева Азалияға, Мораҙым филиалының 9 класс уҡыусыһы Даян Мөхәмәтйәновҡа бассейнға «Урал» физкультура - һауыҡтырыу комплексының сертификаттарын бүләк итте.
Уҡыусылар бүләкләнгәндән һуң, сәхнә түренә отличниктарға белем һәм тәрбиә биргән остаздары - класс етәкселәре, уҡытыусылары сығып баҫты. Ниндәй ғорурлыҡ! Уҡытҡан уҡытыусыһына үҙенең хеҙмәтенең емешен куреүҙән дә оло бәхет юҡтыр ул!
Бына шулай был сарала директор Йәмил Ишбулды улы остаздарға фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн Рәхмәт хаттары тапшырҙы һәм йомғаҡлап слетта ҡатнашыусы уҡыусыларҙы ихлас ҡотлап, артабан да ныҡышмалы, эшһөйәр, алдынғы булырға өндәне, бөтә уңыштарҙың да нигеҙе тырышлыҡта икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Белемле кеше бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай, кеше белем менән ҙур юғарылыҡтарға өлгәшә, тырышып уҡыу төп бурысығыҙ икәнлеген иҫегеҙҙән сығармағыҙ, һеҙ әле тормоштоң башында ғына, һеҙҙең алда белемле һәм заманға лайыҡлы кеше булырға тигән ҙур маҡсат торорға тейеш. Ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә, белем – ул иң беренсе таянысығыҙ. Һеҙҙең өсөн уңайлы уҡыу шарттары тыуҙырылған. Уҡырға тырышығыҙ, белем киләсәккә яҡты юл асасаҡ. Йәшәүегеҙҙең ҡәҙерен белеп, тырышып уҡығыҙ, тигән матур фекерҙәрен еткерҙе.
Ысынлап та, мәктәбебеҙ уҡыусыларының уҡыуҙа ла, фәнни эштәрҙә лә, сәнғәттә лә, спортта ла, хеҙмәттә лә, бөгөнгө көндә махсус хәрби операция барышында ла һынатмауҙары шатландыра.
Ошондай шәп мәктәптә үткән байрамдың шәптән дә шәп уҡыусыларын ҡотлау сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Бейеү серҙәренә һөйөү хисе уятыусы, хореограф Зилә Йәнғәле ҡыҙы Исмаҡова етәкселегендәге бейеүселәр ансамбле, мәктәптең тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары, музыка уҡытыусыһы Эльмира Ильяс ҡыҙы Муллағолова етәкселек иткән сығыштар сараға йәм өҫтәне. 6Б класы уҡыусыларының «Яҙ етә» йырын, Юлиана Муллағолованың «Айҙар ғынайым» башҡорт халыҡ йырын, Нәғим Шәрипов башҡарыуындағы «Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә» йырҙарын яратып тыңлап, көслө алҡыштарға күмделәр. Муллағолов Вадим, Әлхәмов Алмаз, Шәрипов Нәғим башҡарыуындағы «Был минең Башҡортостан» триоһы ла бөтәһенә лә бик оҡшаны. Гәзим Уйылдан улы Ғәлиуллин етәкселегендәге уҡыусылар тарафынан башҡарылған ҡурай моңдарын яратып тыңланылар.
Йырсы уҡыусы ҡыҙҙарҙың, малайҙарҙың моңло тауыштары һәр кемдең күңелдәргә үтеп инде. Һәр номерҙы слетта ҡатнашыусылар яратып ҡабул итте.
Һәр сараның матур үтеүе уны йәнле итеп алып барыусыларҙан тора. Беҙҙең был сарабыҙҙы һоҡланғыс итеп мәктәптең юғары категориялы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәзим Уйылдан улы Ғәлиуллин һәм директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Эльмира Ильяс ҡыҙы Муллағоловалар алып барҙы.
«Белеме бар меңде йығыр», ти халыҡ мәҡәле. Тормошҡа етди ҡараған, төплө белемгә эйә булырға ынтылған уҡыусыларыбыҙҙың күплеге барыбыҙҙы ла һоҡландырҙы. Уҡыусыларҙы яңынан-яңы ҡаҙаныштарға илтеүсе остаздарға ауыр, ләкин маҡтаулы эштәрендә уңыштар теләге килә. Сара һуңында фотоға төшөү ойошторолдо.
Алдынғы уҡыусыларҙың атай-әсәйҙәре мәғариф системаһын үҫтереүгә, мәктәптәрҙең матди-техник базаһын нығытыуға, һәләтле балалар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға ҙур иғтибар бүлгәне өсөн республика Хөкүмәтенә, район Хакимиәтенә, район мәғариф идаралығына, Байназар мәктәбе етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, ҡыуанышып таралышты.
Был сағыу сара уҡыусылар күңелендә оҙаҡҡа иҫтә ҡалыр, киләсәктә ҡыйыу аҙымдар яһарға, оло ҡаҙаныштар яулауға заряд бирер, тигән теләктә ҡалабыҙ. Уҡыусыларыбыҙға был слет уҡыу йылын тағы ла юғары үрҙәр менән тамамларға йүнәлеш биреренә, имтихандарҙа яҡшы билдәләргә өлгәшергә әйҙәүенә ышаныс бик ҙур. Әле мәктәптең йөҙөк ҡашы булған уҡыусылар киләсәктә халҡыбыҙҙың ғорурлығына әүерелеп, арҙаҡлы шәхестәр сафына баҫыр, Ил – йортобоҙҙоң ҙур биҙәге – илһөйәрҙәр булырҙарына ышаныс ҙур.
Белемлеләр юғалмаҫ.
Шуны ла әйтеп үтеү кәрәк: Йәмил Ишбулды улы һалған һуҡмаҡтан тайпылмайынса, традицияны боҙмай ғына «Отличниктар слеты» ун йыл рәттән районда тик беҙҙең Байназар мәктәбендә генә үтә. Шулай уҡ данлыҡлы Байназар мәктәбендә, филиалдар уҡыусылары менән бер рәттән, Нәби, Ҡурғашлы, Килдеғол ауылдарынан да уҡыусылар яратып белем һәм тәрбиә ала. Был бик маҡтаулы эш, әлбиттә. «Афарин!» тиергә ҡала.
Сәйҙә СӘЙӘХОВА,
Бөрйән районы, Байназар ауылы.