

Был сарала Ейәнсура районы Атайҙар ҡоро етәксеһе Ришат Рәшит улы Ҡыуатовтың, Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Нурия Мөхтәр ҡыҙы Ҡунысбаеваның, атайыбыҙ, махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан Ҡарабаев Шамил Камил улының, яҡын арала әрме сафтарынан, тыуған ил алдындағы бурысын атҡарып ҡайтҡан, ағайыбыҙ, гимназияны тамамлаған, Ишмөхәмәтов Ғәлим Ғәлләм улының, 4-се кластың атайҙарының ҡатнашыуы кисәгә йәм өҫтәне. Сараның «15 май Халыҡ-ара ғаилә көнө» ндә үтеүе лә бик ҡыуаныслы ине.Һуңғы йылдарҙа ғаиләләрҙә “атай абруйы”, “атай һүҙе” тәғлимәттәренең бәҫе төшөп китте. Ата-әсәләр йыйылышы булһынмы, ата-әсәләр чаттары булһынмы, бала тәрбиәләүҙә килеп тыуған мәсьәлә тураһында һөйләшеү булһынмы, күберәк әсәйҙәр хәл итә. Ә атайҙар ғаиләне тәьмин итеү өсөн сит яҡтарға китеп аҡса эшләй, ғөмүмән, ғаиләне тәьмин итеүҙе хәл итә.
Борон-борондан башҡорт ғаиләләрендә атай һүҙе, атай тәрбиәһе , туғанлыҡ төшөнсәләре, атайға хөрмәт, ағай-эне мөнәсәбәте тығыҙ һаҡланған. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, халҡыбыҙҙа атай абруйы, атай һүҙе ни тиклем көслө мәғәнәғә эйә булыуын күрәбеҙ. Быға “Урал батыр” эпосы асыҡ миҫал булып тора. Халыҡ уҡытыусыһы Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева үҙенең “Тормош һабаҡтары” дәреслектәрендә лә атай тәрбиәһенә ҙур иғтибар бүлә. Үҙебеҙ үҫкәндә лә өләсәй, ҡәрсәй, әсәйҙәр ҙә атайҙы хөрмәт итергә саҡырып, “Атаң нимә тейер”, ашарға ултырғанда ла “Атайың урыны”, “Атаңды көтәйек”, тип һәр ваҡыт ғаилә башлығының мәртәбәһен юғары ҡуйҙы. Ошо рәүешле атай һүҙенең ҡеүәтен арттырып, ата-ул, балалар араһында үҙ-ара ихтирамлы мөнәсәбәт булдырыуға ярҙам итте.
Быйылғы йыл республикабыҙҙа “Ҙур һәм татыу ғаилә” йылы тип иғлан ителеүе лә бушҡа ғына түгел. Ғаилә ҡиммәттәренә иғтибар итеү, юғалып, бәҫһеҙләнеп барған тәғлимәттәрҙе күтәреү тип ҡабул итергә кәрәктер.
Бөгөнгө сара уҡыусылар өсөн , ата-әсәләр өсөн дә, килгән ҡунаҡтар өсөн дә тәрбиә йәһәтенән бик әһәмиәтле булды. Сығыш яһаусылар менән уҡыусыларҙың сығышы сиратлашып барыуы отошло булды.
Ришат Рәшит улы сығышында: “Беҙ үҫкән саҡта атайҙар көнө буйы колхоз эшендә булды, беҙ йоҡонан тороуға атай эш ҡушып китә ине, ул ҡайтыуға атай ҡушҡан эште эшләп ҡуя инек тине. Был атайҙың ҡарашынан ҡурҡып ҡына түгел,ә ихтирам йөҙөнән дә эшләнә ине, тине. Атай өйҙә булмаһа ла. Ул өйҙәгеләй итеп йәшәй инек, ғаиләлә иң өлкәне ағай кешегә атай башҡа туғандарҙы ҡарарға, күҙ-ҡолаҡ булырға ҡуша ине. Шулай туғанлыҡ ебе нығынған, үҙ-ара йылы мөнәсәбәт һалынған”,- тине.
Нурия Мөхтәр ҡыҙы :” Борон-борондан йәшәп килгән төп мәңгелек ҡиммәттәр: ата хаҡы, әсә наҙы, мөхәббәт, дуҫлыҡ,намыҫ, илгә тоғролоҡ, илһөйәрлек, телһөйәрлек ата хаҡынан башланған. Башҡорт ир-егеттәренең ҡанына һалынғандыр атайҙар тыуған илен һаҡлап, ғаиләһен яҡлап бер туҡтауһыҙ яуға күтәрелгән, милләт сәңгелдәге янындә өләсәйҙәр торған, әммә, атай өйҙә булмаһа ла, өләсәй, әсәй, ҡәрсәң телендә атай тәрбиәһе булған. Беҙҙең кем булыуға ҡарамаҫтан алдыбыҙға өс бурыс ҡуйылған:
1.Ата-әсәй алдындағы бурыс. Тимәк,атай-әсә алдындағы бурыс, ата хаҡын, быуындан быуынға тапшыра торған бурыс.Быуындар бәйләнеше. Был бәйләнеш өҙөлмәҫкә тейеш.
2.Милләт алдындағы бурыс. Милләт, ил тигән ваҡытта ир тигән һүҙ йәнәш тора. Бында ла атай ҡанын күскән телебеҙҙе һаҡлап, киләһе быуынға тапшырыу тора.
3.Тәбиғәт алдындағы бурыс. Беҙ тәбиғәт балаһы. Тәбиғәт ҡанундарын үтәүсе атай кеше. Тәбиғәт ҡомартҡылары менән дә атай , әсәй таныштыра, тарихын һөйләй.Тәбиғәткә сыҡҡанда, арбала ултырып китеп барабыҙ, минең ҡолағымда һаманда атайҙың моңло көй көйләй -көйләй һәр бер атамаһы менән таныштырыуы күҙ алдында тора. Абдрахман ҡыуағы, Сейәле ҡыуаҡ, Алабайтал. Тәбиғәткә булған мөнәсәбәт тә атай һалған тәрбиә ул”.
Шамил Камил улы сығышын:” Нимә ул батырлыҡ?” , тигән һорауҙан башланы. Уҡыусылар батыр кеше – бер нимәнән ҡурҡмаған, көслө, ҡурмай торған кеше тине. Төрлө кешеләр батырлыҡты үҙенсә аңлай. Ир –егеттең бурысы , яуҙа йөрөгәндә илде һаҡлау. Бының өсөн һаулыҡ, физик культура менән йәштән шөғөлләнеү кәрәк. Ундағы шарттарҙан ҡурҡмайынса маҡсатҡа, алға барыу. Беҙ йәш саҡта армияға бармаған егеттәргә ҡыҙҙар кейәүгә сыҡмай торған ине”, – тине. Ғаиләлә атай абруйын үҫтереүсе - әсәй кеше. Әгәр әсәй кеше атайҙы хөрмәт итә белһә, балалар әсәйгә ҡарап күп нимәгә өйрәнә ала”.
Беҙҙең гимназияны тамамлап, әрменән ҡайтҡан Ғәлим Ғәлләм улы йәштән спорт менән дуҫ булыуын, был шөғөлөнөң хеҙмәт иткәндә ярҙам итеүен әйтеп үтте. Буласаҡ һалдат малайҙарҙы спорт менән дуҫ булырға саҡырҙы.
Үткәрелгән сара аҙағында киләһе уҡыу йылына ай һайын атайҙар менән сара уҙғарырға тигән бурыстар алынды. Уҙғарылған саранан барыһы ла ҡәнәғәт таралышты.
Гөлйөҙөм Рәүеф ҡыҙы КҮСӘКОВА, башланғыс кластар уҡытыусыһы.