«Беҙ булдырҙыҡ, һеҙ ҙә булдырырһығыҙ!»

20 майҙа «Башҡортостан»  дәүләт концерт залында «III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына 35 көн» тигән тантана үтте. Ошо көндән алып фольклориадаға тиклем ҡалған көндәрҙе кирегә һанау башлана.  Сарала В. Поленов исемендәге Рәсәй Халык ижады йорто директоры урынбаҫары Андрей Беляев, мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов, Татарстандың Традицион мәҙәниәтте үҫтереү республика үҙәге директоры Алһыу Мифтахова ҡатнашты.  

«Беҙ булдырҙыҡ, һеҙ ҙә булдырырһығыҙ!»«Беҙ булдырҙыҡ, һеҙ ҙә булдырырһығыҙ!»
«Беҙ булдырҙыҡ, һеҙ ҙә булдырырһығыҙ!»
  • Уникаль проектҡа старт бирҙек. Был проектты хуплаған Республика Башлығына ҙур рәхмәт. Беҙ бөтәһен дә был матур сарала көтәбеҙ, төрлө халыҡтарҙың милли мәҙәниәтен күрерһегеҙ, – тине Андрей Беляев. Рәсәйҙең 80 төбәгенән меңдән ашыу
  • Рәсәйҙең 80 төбәгенән меңдән ашыу төрлө көллективтарҙың килеүе көтөлә, төрлө халыҡтарҙың бай мәҙәниәте, йолалары, традициялары менән танышырбыҙ, тәжрибә уртаҡлашырбыҙ, йолаларыбыҙҙы үҫтереү мөмкинлеге лә ул, – тине Фәнүр Шәйхисламов.
  • Беҙ булдырҙыҡ, һеҙ ҙә булдырырһығыҙ, – тине үҙ сығышында Алһыу Мифтахова эстафетаны тапшырып.

Әйткәндәй, беренсе Бөтә Рәсәй фольклориадаһы 2022 йылда Сыуашстанда уҙһа, II Бөтә Рәсәй балаалар фольклориадаһы 2024 йылда Татарстанда үтә. Эстафетаны Башҡортостанға тапшырырға Татарстан Дәүләт йыр һәм бейеү ансамбленең балалар составы ла килде. Ижади кисәлә Ҡырмыҫҡалынан Рәсәйҙең атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы «Далан» өлгөлө хореография ансамбле, Туймазынан Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы «Сәфәр» өлгөлө хореография ансамбле, Әҙеһәм Исҡужин исемендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамбле  ҡатнашты. Шулай уҡ концерт залының фойеһында күргәҙмә ойошторолдо, балалар менән халыҡ уйындары уйнатылды. Фольклориада сараларына рәхим итегеҙ!

Александр Королев фотолары.

«Беҙ булдырҙыҡ, һеҙ ҙә булдырырһығыҙ!»
«Беҙ булдырҙыҡ, һеҙ ҙә булдырырһығыҙ!»
«Беҙ булдырҙыҡ, һеҙ ҙә булдырырһығыҙ!»
«Беҙ булдырҙыҡ, һеҙ ҙә булдырырһығыҙ!»
«Беҙ булдырҙыҡ, һеҙ ҙә булдырырһығыҙ!»
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас