Йәш спортсыларҙы оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!

Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығына арнап Астраханьҡалаһында Миксфайт буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары уҙҙы. Унда Рәсәйҙән 500-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Беҙҙең Рәхмәт мәктәбенән дә VIII класс уҡыусыһы Әхмәҙиева Гүзәлиә менән V класс уҡыусыһы Әхмәҙиев Ильястың ҡатнашып яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүҙәре беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс булды. Гүзәлиә абсолют чемпион исемен яуланы һәм чемпион билбауын алды, ә Ильяс III урынға лайыҡ булды. ( тренерҙары А. К. Соколов).

Йәш спортсыларҙы оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!Йәш спортсыларҙы оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Йәш спортсыларҙы оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!

Әлбиттә, был еңеүҙәрҙе яулауы еңелдән бирелмәгән. Дүрт йыллыҡ тырыш һәм ныҡышмал эш һөҙөмтәһе ул. Гүзәлиә менән Ильяс мәктәптә лә тик «5» билдәләренә уҡыйҙар, кластан тыш сараларҙа актив ҡатнашапар. Гүзәлиә үткән уҡыу йылында йәмғиәтте өйрәнеү фәненән муниципал этапта призер булһа, быйылғы уҡыу йылында еңеүсе булды. Ильяс Кубок Гагарина олимпиадаһында ( физкультуранан) муниципал этапта еңеп, республика этабында ҡатнашты.
Йәш спортсыларҙы оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, юғары үрҙәр теләйбеҙ.


 Рәғиҙә ҒИРФАНОВА,

Әбйәлил районы.

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас