

Ҡәҙерле сығарылыш класс уҡыусылары! Һеҙҙе ихлас күңелдән байрам менән тәбрикләйбеҙ. Һеҙҙең өсөн өр-яңы донъяның тормош ишектәре асыла. ә ҡыңғырау сыңы бала сағығыҙҙың, онотолмаҫ мәктәп йылдарының моңо булып һәр берегеҙҙең хәтерендә ҡалһын. Ә инде дөрөҫ юлдан барырға өйрәткән, донъя серҙәрен төшөндөрә-төшөндөрә тормошҡа әҙерләгән, һәр саҡ өлгө, белем, тәрбиә биреүсе уҡытыусыларығыҙға айырым рәхмәт белдерге килә!.
Алда – ауыр имтихандар осоро, уны лайыҡлы ла һеҙгә үтергә яҙһын. Унан һуң инде - оло тормошҡа беренсе аҙым, һөнәр һайлау. Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ уҡыу йылдарында тупланған белемдәрен һәм һәләттәрен тормошҡа ашырыуын, ниәтләгән маҡсатҡа ирештерәсәк юлды табыуығыҙҙы теләйбеҙ.
Күңелегеҙ саф, ниәттәрегеҙ изге булһын! Һеҙгә һаулыҡ, сабырлыҡ, бәхетле киләсәк һәм барлыҡ хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашһын!
Аҡ юл Һеҙгә, ҡәҙерле уҡыусылар!