

III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында Милли музейҙа «VI CIOFF Бөтә донъя фольклориадаһының мираҫы» тигән күргәҙмә асылды. Азалина Сәйфуллина «Урал батыр» эпосын башҡорт һәм рус телдәрендә һөйләне. Ҡурайҙа Арыҫлан Оморҙаҡов башҡарҙы. Асыу тантанаһын «Тамыр» каналының билдәле алып барыусылары Рәсүл Ниғмәтов Һәм Әнилә Әлмөхәмәтова алып барҙы.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов әйтеүенсә, VI Бөтә донъя фольклориадаһы тураһында иҫтәлектәр әле һаман күңелдәрҙә һаҡлана, ул саҡта әлеге балалар фольклориадаһына старт бирелде тип әйтеү ысынбарлыҡҡа тура килә.
В.Д. Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова, Башҡортостандағы фольклориаданың юғары кимәлдә тора ойошторолғанына рәхмәт белдерҙе.
– Рәсәй – күп милләтле дәүләт, беҙҙә 194 халыҡ йәшәй, улар 270-тән ашыу телдә һөйләшә, – ти «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» дөйөм Рәсәй дәүләт ойошмаһының генераль директоры урынбаҫары Наталья Альтнер.
Милли музейҙа күргәҙмә бик бай ойошторолған, уны 6 сентябргә тиклем барып ҡарай алаһығыҙ.