+25 °С
Ясно


Әйткәндәй, был уның диңгеҙ буйында урынлашҡан Бөтә Рәсәй кимәлендәге лагерҙарҙа тәүге ялы түгел. Алтынай бығаса «Артек» халыҡ-ара үҙәгендә - ике, «Смена» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә - ике һәм «Орленок»та бер тапҡыр ял итергә өлгөрҙө. Һуңғыһына юлламаны сәнғәт өлкәһендә еңеүҙәре өсөн ала. Һылыу ҡыҙ оҫта итеп думбыра сиртә.
- Теләк һәм тырышлыҡ булһа, маҡсатыңа ынтылһаң, барыһы ла килеп сыға, - ти Алтынай тиҫтерҙәренә һәм үҙе кеүек әүҙем булырға саҡыра.
Сығанаҡ: Үҫәргәндәр ере – Ейәнсура