Диананың уңышы

Мәскәүҙә  һынлы сәнғәт белгестәре өсөн ҙур ярышта илдең төрлө төбәктәренән 143 кеше үҙ көсөн һынап ҡараны. Педагог Дарья Иванова етәкселегендәге Диана Әсиғолова Башҡортостан данын яҡланы. Йәш талант эйәһе бөтә һынауҙарҙы ла лайыҡлы үтте, ә ярымфиналда һәм финалда иҫ киткес күрһәткестәргә өлгәшеп, мөмкин булған барлыҡ мәрәйҙәрҙе йыйҙы.

Диананың уңышыДиананың уңышы
Диананың уңышы

Диананың  «МАФ» студияһында шөғөлләнә унда алған белем ҙур уңыштарға илтте.
Диананы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Сығанаҡ:  «Сәләм» ТВ

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас