Физкультурниктар көнө менән!

Хөрмәтле спортсылар, тренерҙар, физик тәрбиә биреү уҡытыусылары, спорт ветерандары һәм спорт һөйөүселәр ! Һеҙҙе спорт һәм һаулыҡ байрамы – Физкультурниктар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Республикала спорт йылдан йыл үҫешә, яңы спорт объекттары төҙөлә, спортсыларыбыҙ зона, республика, ил кимәлендәге ярыштарҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә, ҡаҙаныштары менән шатландыра.

Физкультурниктар көнө менән!Физкультурниктар көнө менән!
Физкультурниктар көнө менән!

Мәктәптәрҙә спорт саралары үткәрелә, стадиондарҙа балалар рәхәтләнеп уйнай. Хәрәкәттә — бәрәкәт, ти халыҡ мәҡәле. Шул хәрәкәттән ғүмергә көс, йәшлек һәм рух килә. Елдәй етеҙ булып елдереп йөрөгөҙ, һәр кемебеҙ һау, имен булайыҡ!

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас