+7 °С
Ясно
– Бөгөнгө байрам үҫеп килеүсе быуынға тарихын, йолаларын һәм матурлығын күрһәтергә мөмкинселек бирә. «Йәйғор»уртансы төркөм балалары менән музейға барҙыҡ, бик ҡыҙыҡһынып ҡаранылар. «Тирмә» уйынын да уйнаныҡ, ихлас бейенеләр. Артабан тәрбиәләнеүсәләр ҙур теләк менән рәсем дәресендә түбәтәйҙе лә буярға өлгөрҙөләр. Бөгөнгө көн бик күңелле, йөкмәткеле һәм бай үтте, – ти тәрбиәселәре Айгөл Аҡбулат ҡыҙы Мәсәлимова.
Кескәй саҡтан һалынған матурлыҡ балаларҙа тыуған еребеҙгә, йолаларыбыҙға ҡарата һөйөү тәрбиәләй.