«ШАЙМОРАТОВСЫ» исемен лайыҡлы йөрөтөргә ант итәм!

          9 октябрҙә, Республика көнө алдынан, Өфөнөң Совет майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «шайморатовсылар» сафына ҡабул итеү тантанаһында ҡатнашты. Унда «Йәйге Шайморатов уйындары» еңеүселәре – биш ҡаланың һәм 11 райондың 24 класынан, шул иҫәптән биш республика гимназияһынан 550 бала ант итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
«ШАЙМОРАТОВСЫ» исемен лайыҡлы йөрөтөргә ант итәм!«ШАЙМОРАТОВСЫ» исемен лайыҡлы йөрөтөргә ант итәм!
«ШАЙМОРАТОВСЫ» исемен лайыҡлы йөрөтөргә ант итәм!
  • Ҡәҙерле балалар! Хөрмәтле ветерандар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар. Хөрмәтле уҡытыусылар, ҡәҙерле ата-әсәләр! Республика көнө алдынан ошо майҙанда, мөһим тантанаға генерал Шайморатов һәйкәле янында йыйылыу йолаһы бар. Ул инде етенсе тапҡыр үтә.
    • Бөгөн «шайморатовсы» булыу – оло быуындың батырлығы һәм ҡаһарманлығы өлгөһөнә тиңләшеү генә түгел. Киләсәккә ҡарап, яңы белемгә, яңы технологияларға ынтылырға кәрәк. Быйыл йәй «шайморатов» хәрәкәте илдә патриотик тәрбиә буйынса иң яҡшыларҙың береһе тип танылды. Һеҙгә был юғары исемде ғорурлыҡ менән йөрөтөү өсөн ысын «шайморатовсы»ның характерын нығытырға кәрәк әле. Хәрби остаздарға, уҡытыусыларға, мәктәп директорҙарына, ата-әсәләргә лайыҡла алмаш әҙерләгәнегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә теләйем.
    • Ҡәҙерле балалар! Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, уҡығыҙ, яратығыҙ һәм Ватаныбыҙҙы яҡлағыҙ. Барығыҙҙы ла тантаналы ҡабул итеү һәм яҡынлашып килгән Республика көнө менән ҡотлайым», – тине Радий Хәбиров.

Һуңынан отряд командирҙарына «шайморатов» кластары байраҡтары тапшырылды.

«Бөгөнгө  тантаналы көндә дуҫтарыбыҙ, уҡытыусыларыбыҙ алдында «ШАЙМОРАТОВСЫ» исемен лайыҡлы йөрөтөргә ант итәм! Үҙемдең халҡыма тоғро булырға ант итәм! Тыуған ил өсөн һәләк булыусылар исеменә тап төшөрмәҫкә ант итәм. Тыуған еребеҙҙең тоғро улы һәм ҡыҙы булырға, төплө белем алырға, Илебеҙгә намыҫлы хеҙмәт итергә ант итәм! Салауат тоҡомдары сигенә белмәй!» девизына тоғро буласаҡмын. Ант итәм!»

Тантаналы анттан һуң, балалар Совет майҙаны буйлап марш менән үтте.

Әйткәндәй, 2026/2027 уҡыу йылында 40 яңы» шайморатов» класы асылған. Улар Башҡортостанда хәҙер 293 һанға еткән. «Шайморатов» кластарында ил тарихына хөрмәт, илһөйәрлек, Ватан, республика өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы кавалерҙарының ҡаһарманлығы миҫалында рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла.


Азат МӨХӘМӘТЙӘНОВ һәм Олег ЯРОВИКОВ фотолары

«ШАЙМОРАТОВСЫ» исемен лайыҡлы йөрөтөргә ант итәм!
«ШАЙМОРАТОВСЫ» исемен лайыҡлы йөрөтөргә ант итәм!
«ШАЙМОРАТОВСЫ» исемен лайыҡлы йөрөтөргә ант итәм!
«ШАЙМОРАТОВСЫ» исемен лайыҡлы йөрөтөргә ант итәм!
«ШАЙМОРАТОВСЫ» исемен лайыҡлы йөрөтөргә ант итәм!
«ШАЙМОРАТОВСЫ» исемен лайыҡлы йөрөтөргә ант итәм!
«ШАЙМОРАТОВСЫ» исемен лайыҡлы йөрөтөргә ант итәм!
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас