Бөтә яңылыҡтар
24 Ғинуар 2022, 10:21

Республикала уҡыусылар араһында COVID-19 менән ауырыу осраҡтарының артыуы теркәлде

Республика властары бер аҙна уҡығандан һуң мәктәптәрҙә уҡыусылар араһында яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыу осраҡтарының артыуын теркәне.

Республикала уҡыусылар араһында COVID-19 менән ауырыу осраҡтарының артыуы теркәлде
Республикала уҡыусылар араһында COVID-19 менән ауырыу осраҡтарының артыуы теркәлде

Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итте.

«24 мәктәптә 36 класс өйҙән уҡыуға күсерелде, — тип билдәләне ведомство вәкиле. — Сирлеләрҙең күбеһе Өфөлә. Роспотребнадзор менән эшләйбеҙ һәм балаларҙы өйҙән уҡыуға күсерәбеҙ. Балалар баҡсаларына килгәндә, хәл тыныс».

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, республика халҡына үҫмерҙәрҙе вакцинациялау тураһында аңлатырға кәрәк.

«Тәүҙе аҙнаны эш режимында үткәрҙек. Аратабан да шулай дауам итербеҙ»,  — тине республика етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-01-24/v-bashkirii-zafiksirovan-rost-zabolevaemosti-covid-19-sredi-shkolnikov-2665871

Автор: Гульшат Байназарова
Читайте нас