Трилогия «Тән ғазабы» («Yasak meyvenin tadi»), «Йән ғазабы» («Nefret») һәм «Йән дауаһы» («Sevinc») романдарынан тора.
Башҡортостандың Яҙыусылар берекмәһенән хәбәр итеүҙәренсә, әҫәрҙе руссанан төрөксәгә Озджан Перска тәржемә иткән. Флүр Ғәлимовтың ҙур яңғыраш алған трилогияһы «Ағиҙел», «Бельские просторы», «Юность», «Роман-газета» (Мәскәү) журналдарында баҫылып сыҡты, «Китап», «Нәфис әҙәбиәт» (Мәскәү) нәшриәттәрендә, «Проза.ру» «Литрес» нәшриәттәрендә, Мәскәүҙә 31-се халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһендә донъя күрҙе.
Трилогия рус, ҡаҙаҡ, төрөк, инглиз телдәренә тәржемә ителде, 2015 йылда «Башҡортостан» гәзите Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына, ә 2018 йылда Чечняның халыҡ яҙыусыһы, академик, Нобель премияһы номинанты Канта Ибраһимов Рәсәй Федерацияһының Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһына күрһәтте. «Йәшлек» гәзите трилогияны «2018 йыл әҫәре» тип атаны, ә «Башҡортостан» гәзите Флүр Ғәлимовты «2018 йыл яҙыусыһы» тип иғлан итте. «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы Валентин Катаев исемендәге әҙәби премияға (2018) һәм Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһына (2019) лайыҡ булды.
Флүр Ғәлимов – профессиональ яҙыусы, 14 китап авторы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Валентин Катаев исемендәге әҙәби премия, Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһы һәм Әбү Насир Фараби исемендәге халыҡ-ара әҙәби премияһы лауреаты.
https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-01-26/kniga-bashkirskogo-pisatelya-flyura-galimova-vyshla-na-turetskom-yazyke-2668928