Конференцияны Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһы Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә ойоштора. Уҡыусыларҙың һәләтен асыу, уларға йүнәлеш биреү, туған телде уҡытыуҙың алдынғы эш тәжрибәләрен өйрәнеүҙе пропагандалау маҡсатында үткәрелгән конференцияға ғилми-тикшеренеү эштәре 2022 йылдың 31 ғинуарына тиклем ҡабул ителә. Эштәр Башҡорт дәүләт университеты һәм уның Стәрлетамаҡ филиалы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ғалимдары тарафынан баһаланасаҡ.
Фәнни-ғәмәли конференцияның эше 5 йүнәлеште үҙ эсенә ала:
1. Күп милләтле Рәсәй шарттарында башҡорт теле: бөгөнгөһө һәм киләсәге.
2. Башҡорт телен тарихи һәм мәҙәни мираҫ булараҡ һаҡлауҙа Ж. Кейекбаевтың ғилми-педагогик, әҙәби мираҫы.
3. Юбиляр телсе, яҙыусы, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ижадына арналған фәнни эҙләнеүҙәр.
4. Милли ижад һәм башҡорт халҡының мәҙәни мираҫына арналған эҙләнеүҙәр.
5. Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған «Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла…» ижад конкурсы.
Конференция сиктәрендә уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр өсөн «Күп теллелек шарттарында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү һәм үҫтереүҙең инновацион моделдәре» һәм «Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы туған башҡорт теленә өйрәтеү» тигән темаларға методик конкурстар ҡаралған.
Конференцияға Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә - 21 февралдә йомғаҡ яһаласаҡ. Еңеүселәрҙе Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Дипломы менән бүләкләү ҡаралған. Бынан тыш, конференция материалдарын электрон йыйынтыҡта баҫтырыу ҙа күҙаллана.
#минобрнаукирб
#киекбаевскиечтения
#миллимәғариф