«Республикала кластарҙы һәм мәктәптәрҙе ябыу кеүек карантин саралары етерлек, ләкин ата-әсәләргә балаларҙың өҫтәмә белем биреү учреждениеларына, түңәрәктәргә, секцияларға йөрөүенә юл ҡуйырға ярамай тип әйтке килә. Ата-әсәләрҙе бына шуға иғтибар итергә саҡырырға кәрәк», — тине Анна Казак республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда ике меңдән ашыу класс COVID-19 буйынса карантинда. Өфөлә 21 мәктәп дистанциялы уҡытыуға күсерелде.
https://www.bashinform.ru/news/social/2022-02-02/zhiteley-bashkirii-poprosili-ne-vodit-detey-na-kruzhki-sektsii-i-v-torgovye-tsentry-2676684