Бөтә яңылыҡтар
2 Февраль 2022, 05:11

Февраль айы менән бәйле һынамыштар

Тәбиғәтте күҙәтеү — быуын-быуындан килгән ғәҙәт, сөнки бик боронғо замандарҙан алып кешенең тормошо тәбиғәт күренештәренә бәйле булған. Хәҙер ҙә игенселек һәм баҡсасылыҡтағы отоу-отолоуыбыҙ күп осраҡта йылдың нисек килеүенә, һауа торошона, яуым-төшөмдөң булыу-булмауына бәйләнгән. Күп йылдар һыналып килгәнгә күрә лә халыҡ һынамыштарының күбеһе ысынға тура килә.

Февраль айы менән бәйле һынамыштар
Февраль айы менән бәйле һынамыштар

❄Ғинуарҙың көнө ҡыҫҡа, февралдең айы ҡыҫҡа.
❄Февралдә ҡайын ботағында ҡар алҡа-алҡа булып аҫылынып торһа, ул йылды иген уңыр.
❄Февралдә һыуыҡ: «Һыйыр мөгөҙөн һындырыр инем дә, көнөм генә ҡыҫҡа, тип әйтә», — имеш, ти.
❄Февраль ҡыш мөгөҙөн һындыра.
❄Февраль — ҡарға, ә апрель һыуға бай.
❄Йылы февраль һыуыҡ яҙ килтерә.
❄Февраль – бүреләрҙең айы.
❄Бесәй моронон ҡаплап ятһа, һыуыҡҡа.
❄Ҡышҡы урман ныҡ шаулаһа, йылы көндәр килеүен көт.
❄Эт ҡарҙа аунаһа, буран сығыр.
❄Ҡарға ҡарҡылдаһа, ҡар яуа.
❄Ҡояш ҡолаҡланһа(эргәһендә дүңгәләк булһа), көн һалҡыная.
❄Ике ҡатлы тәҙрәләр парланһа, һалҡын булыр.
❄Ҡыш йондоҙ баҙыҡ янһа – һыуыҡҡа, тоноҡ янһа, йылыға тарта.
❄Ҡыш көнө шәре сыҡһа, ашлыҡ уңыр.
❄Ат ҡуршылдаһа – буранға.
❄Ҡаҙ һыңар аяҡта баҫып торһа, көн һыуыта.
❄Ат ҡарға ятһа, йылыға тарта.
❄Кәзә ҡолағын шапылдатһа, буранға.
❄Эт моронон ҡуйынына тығып ятһа, ҡар яуа.
❄Ҡыш ҡар күп һәм ҡалын булһа, йәй иген уңыр.
❄Ҡыш томан булһа, йәй йүкәнең балы күп булыр.
❄Тау баштарында ҡар күп булһа, еләк уңыр.
❄Беренсе февраль төнөндә йондоҙҙар күренһә – яҙ һуңға ҡалып килер.
❄Икенсе февралдә көн йылы булһа – яҙ иртә килер һәм йылы булыр.
❄Икеһендә иртә менән ҡар яуһа – ашлыҡтың иртә сәскәне уңыр, кис менән ҡар яуһа – һуң сәмкәне уңыр.
❄Ун бишенсе февралдә көн йылы булһа – яҙ һәйбәт килер.

Автор: Гульшат Байназарова
Читайте нас