Бөтә яңылыҡтар
7 Февраль 2022, 06:33

Бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа 88 йәш

Мортаза Рәхимов Башҡортсотандың ике тиҫтә йылға яҡын етәкселек иткән тәүге Президенты булып тарихҡа инде, бөгөн ул төбәк тормошо менән әүҙем ҡыҙыҡһына.

Бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа 88 йәш
Бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа 88 йәш

Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 88 йәшен билдәләй. Ул 1934 йылдың 7 февралендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын 1956 йылда нефть эшкәртеү заводында оператор булып башлай. Өфө дәүләт нефть университетында белем алғандан һуң, ҡулайлама начальнигы вазифаһына, 1986 йылда XXII  партсъезд исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводы етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 1990 йылдың мартында Мортаза Рәхимов Башҡорт АССР-ының халыҡ депутаты итеп һайлана һәм шул уҡ йылда республиканың Юғары Советы рәйесе вазифаһына күсә. 1989 йылда, Өфө нефть эшкәртеү заводы директоры булараҡ, Мортаза Рәхимов СССР-ҙың халыҡ депутаты итеп һайлана.

Ул Башҡортостандың Юғары Советына етәкселек иткән осорҙа республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителә, Башҡортостан исеменән Федератив килешеүгә һәм уға ҡушымтаға ҡул ҡуйыла. Башҡортостан парламенты республиканың Рәсәй Федерацияһы субъекты тигән статусын билдәләне. 1993 йылдың 24 декабрендә Башҡортостандың яңы Конституцияһына ҡул ҡуйылды.

1993 йылдың 12 декабрендә Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты итеп һайлана.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы етәкселек иткән осорҙа республика үҫеш импульсы алды. Төҙөлөш индустрияһы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте, юлдар һалынды, ауылдарға газ үткәрелде, шифахана-курорт комплексы яңынан төҙөлдө, бик күп спорт, мәҙәни ҡоролмалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, күперҙәр, юл үткәргестәр һалынды.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мортаза Ғөбәйҙулла улын 85 йәшлек юбилейы менән ҡотлағанда юбилярҙың Башҡортостан үҫешенә тос өлөш индергәнен билдәләп үтте.

Мортаза Рәхимов Башҡортсотандың ике тиҫтә йылға яҡын етәкселек иткән тәүге Президенты булып тарихҡа инде, бөгөн ул төбәк тормошо менән әүҙем ҡыҙыҡһына.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-02-07/segodnya-pervomu-prezidentu-bashkortostana-murtaze-rahimovu-ispolnyaetsya-88-let-2682680

Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас: