Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фронтта ил яҙмышы өсөн көрәш барһа, ә төпкөл Башҡорт ауылында тыуасаҡ сабый яҙмышы хәл ителә.
Бер өй эсендә өс ҡатын, донъяға өс ҡарашлы кеше йәшәй. Актрисалар Зиләрә Юлтаева, Физәлиә Рәхимова, Вәкилә Ҡалмантаева ролдәрҙе оҫта башҡарып, шул осор ҡатындарын сағылдыралар.
Өлкән быуын кешеһе булған өләсәйҙәре бар ваҡытын намаҙ уҡып, зекер әйтеп үткәрә. Уның ҡыҙы, урта быуын вәкиле Fәйшә донъя көтә, әсә менән ҡыҙы араһында өҙгөләнһә, йәш ҡыҙ Хазина бер кемгә лә иғтибар итмәй, һөйгән йәре Мәғәфүрҙән хаттар ғына көтә.
Өскөл хаттың оҙаҡ килмәүенә аптыраған ҡыҙ үҙен дә, балаһын да бер кемгә лә кәрәкмәгән кеүек тоя һәм нисек тә булһа сабыйынан ҡотолорға уйлай. Тик был аҙымдан уны ауылдың хат ташыусыһы ҡотҡара. Һөйгән йәренән ике хат алыуына Хазина ҡыуанып бөтә алмай, тик ул өсөнсөһө лә булыуы тураһында белмәй. Уныһы инде Мәғәфүре һуғыш яланында батырҙарса һәләк булыуы хаҡында ҡара ҡағыҙ була.