Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт телен һалып иңдәренә күтәрҙе ул донъя кимәленә

Халыҡтарҙың тарихында шундай кешеләр була: улар быуындарҙы үҙҙәренең ижады менән генә түгел, ә һоҡланғыс ғүмере, сағыу тормош юлы, юғары кешелек сифаттары менән дә тәрбиәләй.

Башҡорт  телен һалып иңдәренә күтәрҙе ул донъя кимәленә
Башҡорт телен һалып иңдәренә күтәрҙе ул донъя кимәленә

Ғалим, яҙыусы, фольклорсы Ж.Ғ. Кейекбаевтың тыуыуына – 110 йыл

Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев төрки донъяһында телсе ғалим булараҡ ҙур танылыу яулай. Яҡташы, әҙәбиәт белгесе һәм яҙыусы Ә. Вахитов уның хаҡында: “Туғандаш телдәр системаһында башҡорт теленең урыны хаҡында уйланыу һәм оҙайлы, һөҙөмтәле тикшеренеүҙәр Жәлил Кейекбаевты ҙур асыштарға алып килде. Уның исеме бөтә донъя тюркологтарына барып етте. Әммә телсе ғалим талантлы яҙыусы ла булды. Башҡорт телен өйрәнеү буйынса Н.К. Дмитриев башлап ебәргән эште дауам иттереүсе һәм артабан үҫтереүсе, юғары талаптарға яуап бирерлек ысын мәктәп барлыҡҡа килтереүсе лә булды ул”, – тип яҙҙы. Мәҡәләлә беҙ уның башҡорт һүҙ сәнғәтендә ҡалдырған рухи мираҫы хаҡында фекер йөрөтәбеҙ.

Атаҡлы башҡорт ғалимы, донъя төрки тел ғилемендә киң билдәле шәхес һәм талантлы әҙип, профессор Ж.Ғ. Кейекбаевтың фәнни-теоретик һәм әҙәби мираҫы башҡорт филологияһында һәм мәҙәниәтендә айырым бер урында тора. Был тәбиғи, сөнки профессор Ж.Ғ. Ке­йекбаев – хәҙерге заман башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыу­сы ғалим, ул үҙенең ғил­ми мәктәбен булдырҙы. Профессор Н.К. Дмитриев: “Ж.Ғ. Ке­йекбаевтың был эше башҡорт филологияһы һәм башҡорт тел ғилеме тураһында яҙылған фәнни тикшеренеүҙәр араһында бөтөнләй айырым бер урын алып тора. Быға тиклем башҡорт теленең орфоэпияһын өйрәнеүгә берәү ҙә тотонғаны юҡ ине әле. Башҡорт театры һәм радиоһы өсөн, шулай уҡ мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыу процесын­да актуаль булған был тема Ж.Ғ. Ке­йек­баев тарафынан бик киң эшләнгән. Унда беҙ орфоэпияның дөйөм билдәләмәһен дә, башҡорт телендәге өндәрҙең классификацияһын да, уларҙың фонетик характеристикаһын да, башҡорт теленең баҫымы һәм интонацияһы тураһында очерк таба алабыҙ. Редукция, интонация, мелодия һәм башҡорт һөйләштәрен интонацион төркөмдәргә бүлеү кеүек деталдәр талантлы һәм күҙәтеүсән автор тарафынан яһалған ысын фәнни асыш һанала”, – ти. Профессор Ғәли Сәйетбатталов Жәлил Кейекбаевты лингвист-философ тип атаны, ул яҙыусы-философ та ине. Уның таң ҡалырлыҡ ябай, шул уҡ ваҡытта иҫ киткес бай йөкмәткеле әкиәттәрен уҡыусылар йылы ҡабул итте. Автор кескәй уҡыусыларға яҡшылыҡ менән яуыз­лыҡ­ты, уңғанлыҡ менән ялҡаулыҡты, матурлыҡ менән яманлыҡты конкрет һәм фәһемле образлылыҡ аша аңлатып бирә. “Урман әкиәттәре” менән танышып, уҡыу­сы тәбиғәт һәм уның йәнле тормошо, урман, йәнлектәр, ҡош-ҡорттар ха­ҡын­да мәғлүмәт ала. Һәр әҫәрҙең төп фәһеме иһә тормош хаҡындағы нигеҙле фәлсәфәгә барып тоташа. Бының өҫ­тә­үенә Жәлил Кейекбаев үҙ әкиәттәрендә ҡатмарлы дидактик проблемаларҙы хәл итә. Ошо йәһәттән, ул – ҙур педагог та.

“Халыҡтарҙың тарихында шундай кешеләр була: улар быуындарҙы үҙҙәренең ижады менән генә түгел, ә һоҡланғыс ғүмере, сағыу тормош юлы, юғары кешелек сифаттары менән дә тәрбиәләй. Профессор Жәлил Ғиниәт улы тап шундай шәхес, үҙ халҡының аҫыл улы ине”, – тип яҙа филология фәндәре докторы, профессор, Татарстан Республикаһының Фәндәр академияһы академигы Мирфатих Зәкиев.

Профессор Ж.Ғ. Кейекбаев 1940 йылдың 18 мартында “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитендә баҫылған “Башҡорт телендәге ҡайһы бер мәсьәләләр тураһында” тигән мәҡәләһендә башҡорт яҙма әҙәби телен артабан үҫтереү, байытыу өсөн ниндәй саралар күреү кәрәклеге тураһында яҙа. Ул, мәҫәлән, орфография тураһында гәзит биттәрендә фекер алышыу ойош­торорға тәҡдим итә. Башҡорт теленең орфоэпик нормаларын тәртипкә килтереү өсөн махсус комиссия төҙөргә кәрәклеген әйтә. Ғалим үҙ мәҡә­ләһендә ул саҡта башҡорт теле алдында торған бик мөһим һәм көнүҙәк мәсьәләне күтәреп сыға. Артабан бөтә ғүмерен башҡорт филологияһын юғары фән дәрәжәһенә күтәреү эшенә бағыш­лай.

Башҡорт тел ғилемен донъя фәне кимәленә күтәргән ғалим Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың башҡорт әҙәбиәте өлкәһендә лә уңыштары ҙур. Ул әҙәбиәткә бик йәштән ылыға, фольклор материалдарын йыйыу, баҫтырыу буйынса ла бихисап эштәр эшләй. 1942 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы булған Ж. Ке­йекбаев үҙ исемен ҡуйып та, “Ж. Табын” имзаһы менән дә гәзит-журнал биттәрендә төрлө әҫәрҙәрен йыш баҫтыра.

Белеүебеҙсә, утыҙынсы йылдар аҙағы ауыр репрессия йылдары була, башҡорт әҙәбиәте Дауыт Юлтый, Афзал Таһиров, Ғабдулла Амантай, Имай Насыри һәм башҡа күп әҙиптәрҙе юғалта. Шуға күрә лә был йылдарҙа әҙәби процестың, бигерәк тә прозаның әкренәйеүе күҙәтелә. Оҙон ун йыл буйы күләмле әҫәрҙәр бик аҙ яҙыла. Ә Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хикәйә һәм очерктар ғына ижад ителә. Ул йылдарҙа Ж.Ғ. Кейекбаев Советтар Союзы Геройҙары Зөбәй Үтәғолов, Александр Матросов хаҡында әҫәрҙәр яҙа.

Жәлил Кейекбаев халыҡ шиғыры – ҡобайыр формаһын ғәжәп оҫта ҡуллана, “Ленин хаҡында”, “Бөйөк Ватан һуғышы ту­раһында”, “Дуҫ тигәнең шул булыр”, башҡорттарҙың Мәскәү дәүләтенә ҡушы­лыуына арналған “Дуҫлыҡ хаҡында ҡоба­йыр” һәм башҡа ҡобайырҙары был жанр­ҙың асылын тәрән аңлауын күрһәтә. Ул ҡобайыр формаһын башҡорт поэзияһына индереүсе, был бай традицион шиғыр формаһын арымай-талмай пропагандалау­сыларҙың береһе була. Билдәле булыуынса, башҡорт халыҡ ҡобайырҙары үҙҙәренең төп асылы менән героиканы данлауға ҡайтып ҡала. Шуның менән бергә улар ара­һында әхлаҡ-этик йөкмәткелеләре лә бар. Жәлил Кейекбаев ҡобайыр­ҙың шиғыр формаһына ғына түгел, йөкмәтке үҙенсәлегенә лә таяна. Уның Ленинға, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына арналған әҫәрҙәре юғары стилдә яҙылып, героик характерҙа булһа, “Дуҫлыҡ хаҡында ҡобайыр”, “Дуҫ тигәнең шул булыр” тигәндәре  иһә хәҙерге әхлаҡи нормалар ерлегендә тыу­ған.

Оло таланттарға һәр ваҡыт күп яҡ­лылыҡ хас, Жәлил Кейекбаев та ил­һамлы шағир, ҡобайырсы, йор һүҙле әкиәтсе, оҫта тәржемәсе була.

Жәлил Кейекбаев шиғырҙарында йыр стихияһының киң һулышы һиҙелә, “Егеттең ҡыҙға әйткәне”, “Һәләүек” шиғыр­ҙары – ошоға асыҡ миҫал. Ул әҫәрҙең те­ма­һына, идея-йөкмәткеһенә ярашлы ритмика һәм интонация һайлай. Әйтә­йек, уның ҡайһы бер ҡобайыр һәм ши­ғыр­ҙарына публицистик пафос хас. Германия пролетариатының юлбашсыһы Эрнест Тельманға арналған “Германия” тигән шиғыры шуны раҫлай.

Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы балалар тормошон сағылдырған “Дуҫ­лыҡ” тигән мажаралы повесы яҙыусының балалар психологияһын яҡшы белеүен күрһәтә. Ә Советтар Союзы Геро­йы Зөбәй Үтәғолов хаҡындағы очеркы буласаҡ ҙур әҫәренең бер варианты кеүек ҡабул ителә. Автор Зөбәй Үтәғолов менән Ишембай районының Маҡар мәктәбендә белем ала, икеһе лә вуздан һуң уҡытыусы булып эшләй. Шуға ла Зөбәй Үтәғолов образы Жәлил Кейекбаев өсөн бик ҡәҙерле була.

Ике телде ле берҙәй үк яҡшы белгән ижадсы немец әҙәбиәт өлгөләрен башҡорт уҡыусыһына еткереүҙә күп көс һала: Вольфганг Гёте, Генрих Гейне, Эрих Вайнерт, Вилли Бредель шиғырҙарын һәм хикәйәләрен тәржемәләй. Фридрих Вольфтың М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уңыш менән барған “Профессор Мамлок” пьесаһын да туранан-тура башҡорт­саға Жәлил Кейекбаев тәржемә итә. Шулай уҡ бер туған Гриммдарҙың әкиәттәре лә уның тәржемәһендә башҡорт уҡыусыһына килеп етә. Уның тәржемәләре яҙыусының стилен, дөйөм эске һулышын, милли колоритын һаҡлауы менән үҙенсәлекле.

Шиғыр һәм ҡобайырҙары, хикәйә һәм әкиәттәре, художестволы очерктары һәм повестары, ниһайәт, “Туғандар һәм таныштар” романы Ж.Ғ. Кейекбаевтың бынамын тигән һүҙ оҫтаһы, стилист икәнлеген раҫлай. Әҫәрҙең эпик ҡоласлығына, матур тасуирилығына, лексик байлығына һоҡланмай мөмкин түгел. Айырыуса романдағы ғәжәйеп бай тормош материалы, үҙенсәлекле характерҙар, әҫәрҙең һәр яҡлап халыҡсанлығы хайран итә. Тау башҡорттарының йолаһына, ғөрөф-ғәҙәтенә, шөғөл-һөнә­ре­нә бәйле һәр ваҡиға-тамаша, кешеләрҙе оҫта ҡылыҡһырлауҙар, халыҡ һөйләше, халыҡ географик терминдары оҫта ҡулланыла.

1946 йылдың июль айында ҙур эпик ҡоласлы “Туғандар һәм таныштар” романы тамамлана. Тик ул, автор үлгәндән һуң, 1975 йылда ғына донъя күрә. Әҫәр башҡорт һәм рус телдәрендә бер нисә тапҡыр нәшер ителә.

Романда композицион яҡтан йыйнаҡ, үҙенсәлекле сюжеттар, үҙ-ара бер-береһен тулыландырып, герой характерын тулайым аса. Әҫәр нигеҙендә Ташбатҡан ауылындағы ваҡиғалар моронлай ҙа артабан икенсе тарафтарҙа үҫә. Төп геройҙар Сөнәғәт һәм Фатиманың образы уларҙың ҡылығы, эшмәкәрлеге һәм баш­ҡа образдар менән мөнәсәбәттә асыла бара. XX быуат башындағы социаль тигеҙһеҙлеккә ҡаршы көрәш, ҡатын-ҡыҙ азатлығы, милли ерлектәге башҡа мәсьә­ләләр менән бергә мәғариф үҫеше лә күҙ уңынан ысҡындырылмай. Роман ике ҙур өлөштән, XXI бүлектән тора. Әҫәрҙең сюжет динамикаһы, образдар системаһының бай булыуы, төрлө композицион алымдарҙың  оҫта ҡулланылыуы романды уҡымлы итә. Ғәжәп матур бай тел, төрлө стиль саралары тормош картинаһын күҙ алдына баҫтыра. Ж.Ғ. Ке­йекбаев­тың “Туғандар һәм таныштар” ро­манының поэтикаһы жанрҙың бар талаптарына яуап бирә һәм милли әҙәбиәттең күркәм бер биҙәге булып тора.

Күренекле башҡорт тел белгесе, төркиәтсе, яҙыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре  Ж.Ғ. Кейекбаевтың барлыҡ эшмәкәрлеге  башҡорт һәм төрки донъяһының ҡабатланмаҫ бер күренешен тәшкил итә.

З.А. ӘЛИБАЕВ,

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты,

филология фәндәре кандидаты

Автор:Тимур Рахматуллин
Читайте нас: