– Оҙон юлда һинән йыр, кәләш. Нисәмә йыл йәшәп, йырлағаныңды бер ишеткән юҡ. Ике мең саҡрымды бараһы ла, бараһы. Радио ялҡытып, һөйләшергә хәбәр бөтһә, йырлап ебәрерһең. Килештекме?
– Һуң, беләһең бит, Сәлмән, моңом юҡ минең. Йыр боҙоп ултырайыммы инде, белгән-белмәгән көйөнә мөңгөрләп? Үҙеңә ҡыйын булыр. Күкле-йәшенле тауышымдан сығып ҡасырҙай булырһың.
– Нишауаа! Түҙергә тырышырмын.
Хәбәрҙе шаяртыуға борһа ла, иренең был сәйер үтенесенә берауыҡ аптырап ҡалды Ләйсән. Бына һиңә, иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ.
Ихлас ҡатышҡанға оҡшай. Бер әйтте, юлға сығырға һанаулы көндәр ҡалғас, тағы иҫенә төшөрҙө. Һы, өйрәнмәй булмаҫ, ахырыһы. Оҙон юлдарҙа рулдәге иренең күңелен күреү, кәйефен төшөрөрҙәй нәмәләрҙән тыйылып тороу һымаҡ нәмәләр уның ҡарамағында. Эргәлә барыусыға нимә, тирә-яғын күҙәтеп, һоҡланғанына һоҡланып, аптырарҙайына аптырап, ултырып китеп тик бара. Һин минең штурман, тип ҡупырайтып ебәргән була әле иргенәһе. Штурман тигәндән, бер ирмәк хәл иҫенә төштө. Ваҡытында күңел ҡырған ваҡиға, бөгөн ирмәк итеп иҫләрлек. Ике йыл элек шулай оҙон юлға сыҡтылар. Юлда ҡайҙа туҡтап тамаҡ ялғау, ҡуныу урынын һайлау, барыһы ла Ләйсәнгә йөкмәтелгән. Федераль трассаларҙа, ғәҙәттә, тамаҡ ялғау урындары, эреле-ваҡлы ҡунаҡханалар күп. Төшкө тамаҡ ваҡыты етте. Нишләптер юл ыңғайы осрап торған урындарға туҡталаһы килмәне Ләйсәндең. Тышҡы йыһазымы, исеменме килештермәне. Әйҙә саҡ ҡына барайыҡ, һәйбәт кафе булырға тейеш тигәнен тыңланы ире. Әмәлгә ҡалғандай, ике йөҙ саҡрым араһында ҡапҡылап сығырлыҡ бер урын осраманы ла ҡуйҙы. Һөмһөрө ҡойолоп, шымып киткән иренә һүҙ ҡушырға шөрләңкерәп килә Ләйсән. Астың асыуы яман тигәндәй, бер һүҙ ысҡындырһа, нимә ишетерен һиҙә ине. Ялҡытты былай булып килеү. Һүҙ ҡушыуы булды, иренең:
– Башымды ҡатырмай тор, мин энергосберегающий режимда – тигәненә көлөп ебәреүҙән саҡ тыйылып ҡалды.
Бөгөн шул хәбәр араларында лаҡап булып йөрөй. Аш һуңлап китһә, йә юлда булһалар,
"энергосберегающий режимды ҡуялар".
Ниндәй йыр йырлаған булыр икән? Тик торғанда бына бер проблема. Шиғыр һөйлә, йә хикәйәләр уҡып бар тиһәсе инде. Хәҙер ни, интернет тулы, тегеһе лә, быныһы ла. Йырла тисе.
Ошо уйҙар менән өйөнөң артынан ғына башланған урманға ыңғайланы Ләйсән. Күңеленең матур бер мөйөшөн биләп, йәйен-ҡышын, яҙын-көҙөн серҙәше, әхирәте, хис донъяһы булған урманға барып инһә, йөрәге тыныслана, тын алышы киңәйә Ләйсәндең. Бында ул күңелен әйләндереп кейә. Һағыштары менән барып инһә, илһам алып ҡайта. Һөйөнөслө мәлендә, ҡайындарҙың суҡтарына шатлыҡ элеп, һиллек, ял алып ҡайта. Ҡышын, урмандың татлы йоҡоһонда, йыраҡтан тороп, һил ипкенен тойоу ҙа күңеленә рәхәтлек бирә . Йоҡо алдынан һауа һуларға сыҡҡанда , урам, ауыл еҫенән урманға ғына хас булған айырым бер еҫте айырып ала белә ул. Хушбуйҙай был еҫтә япраҡ ыуыҙы, сәскәләрҙең хушлығы, үләндәрҙең ҡатнаш сафлығы – барыһы ла бар. Яҙғы урманға Ләйсән һаҡ ҡына аяҡ баҫа. Көҙгө япраҡтарҙы иңдәре менән ҡалҡытып сығып барған төймәләй генә күк сәскәләрҙе тапап ҡуйырмын тип ҡурҡа. Һаҡланыуының тағы шуныһы: ҡайындарға эленгән төрлө ҡиәфәттәге һауыттарҙы күргеһе килмәй. Төрлөһө бар кешеләрҙең. Кемдер һаҡ ҡына, тәрән итмәй яралай. Кемгәлер ағас олоно шәрбәт аҡҡан торбалай күренә. Яра яра инде. Олоһо ла, кесеһе лә тәнде ҡыя. Шул яраларҙы бәйләп китерҙәй була. Үҙе бер ваҡытта ла йыймай ул ҡайын һыуын. Ҡайындарҙың ҡанын эсһенме?..
Ә йәйге урмандың хозурлығы?! Сәскәләр, күбәләктәр туйынан, ҡоштар моңонан туң күңел дә елкенер. Еләк мәле үҙе бер ғүмер. Еләккә тип иң башта ошо урманға килә Ләйсән. Бер бәлешлек бешкән еләктәрҙе урмандың ситенән сүпләп ала. Көндәлек бешеп өлгөрөп тора, бәләкәй һауытын тотоп сығып йыйып тора. Кешеләр әллә ни йөрөмәй был тирәгә. Ҙур биҙрәлек еләктәр икенсе яҡта. Ә Ләйсәнгә еләктең күплеге түгел, мәле ҡәҙерле. Эйелеп өҙөп алған һәр еләкте тәбиғәттең бер мөғжизәһендәй күрә. Ә сәскә өҙмәй урмандан Ләйсән. Ҡарап, һоҡланып үтеү үҙе күңел байрамы бит.
Бөгөн көҙ. Зәп-зәңгәр күктә бер болот әҫәре юҡ. Урмандың матурлығын һүҙ менән яҙып килештерерлек түгел. Тып-тын, шылт иткән тауыш юҡ. Ошо һиллекте боҙған аяҡ тауышына ризаһыҙлыҡ белдереп, ара-тирә "фыр" итеп ҡоштар осоп китә. Ләйсән туҡтап ҡалды. Күккә ҡарап тора биргәс, күҙҙәрен йомдо. Туҡта! Шул саҡ әллә ҡайҙан йыраҡтан, ҡолағына йыр ишетелгәндәй булды:
Урмандарга керһәң, ағас киҫһәң,
Кәкереһен киҫмә, төҙөн киҫ.
Кәкереһен киҫмә, төҙөн киҫ.
Гелән генә, бергә, булып булмаҫ,
Ултырайыҡ әле бөгөн кис.
Һиҫкәнеп киткән Ләйсән телефонын йәһәт кенә ҡабыҙып, эҙләүескә йырҙың һүҙҙәрен яҙҙы. Күңелен рәхәт арбап, Ирек Ноғомановтың бәрхәт тауышы яңғыраны:
Урмандарға керһәң, ағас киҫһәң,
Кәкереһен киҫмә, төҙөн киҫ.
Кәкереһен киҫмә, төҙөн киҫ.
Гелән генә бергә булып булмаҫ,
Ултырайыҡ әле бөгөн кис.
Урмандарға кереп аптыраным
Йәш имәндең бөгөлгәненә.
Барса ғына халыҡ хайран ҡалһын,
Һеҙҙең өсөн өҙөлгәнемә.
Урмандарға керһәң — һыҙғырып кер,
Шауламаған ағас ҡалмаһын.
Сит ерҙәрҙә йөрһәң — яҡшы йөрө,
Һоҡланмаған кеше ҡалмаһын!
Һоҡланмаған кеше ҡалмаһын!
Ҡушылып йырлаған Ләйсәндең йөрәге дөпөлдәне, күңеле һағышҡа тулды. Алыҫ бала сағында атаҡайы йырлаған был йыр бар булмышын биләне, һағышлы күңеленең аҫтын өҫкә килтерҙе.
Рәхмәт, урманым! Күңелем юҡҡа тартылмаған һиңә. Саҡырғанһың бит. Илһамға ураған да һин инең, моңға сумдырған да һин. Иншә Алла, сит ерҙәрҙә матур йөрөп, иҫән-имен тыуған яҡтарға ҡайтырға яҙһын. Сит ерҙәрҙең һауаһы һинең саф һауаңдай булмаҫ, беләм. Һағынып ҡайтырмын.
Наилә Хәмбәлиева.
* Автор Учалы районы Наурыҙ ауылында тыуып үҫкән. Яңы Байрамғол ауылы егетенә тормошҡа сығып, өс балаға ғүмер бирәләр. Совхозда баш бухгалтер булып эшләй, ауыл советында эштәр менән идара итә. Әлеге көндә хаҡлы ялда. Учалы яҙыусылар ойошмаһы, Башҡортостан яҙыусылар берлеге ағзаһы. Өс китап авторы. Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премия лауреаты.