Бөтә яңылыҡтар

Тыуған яҡ йырсыһы Мортазин Ҡамса Дәүләтбай улы, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре туған тел уҡытыусыларының ассоциация етәксеһе, филология фәндәре кандидаты

Зәңгәр күлдәр иле ҡыҙы, "тыуған яҡ йырсыһы" тигән данлы исем алған Силәбе шағирәһе Кәтибә Кинйәбулатованың тормошо һәм ижады буйынса дәрес-квест ойоштороу өлгөһөн тәҡдим итәбеҙ.

Тыуған яҡ йырсыһы   Мортазин Ҡамса Дәүләтбай улы, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре туған тел уҡытыусыларының ассоциация етәксеһе, филология фәндәре кандидаты
Тыуған яҡ йырсыһы Мортазин Ҡамса Дәүләтбай улы, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре туған тел уҡытыусыларының ассоциация етәксеһе, филология фәндәре кандидаты

                                                                                                (Дәрес-квест)

           Тыуған яҡ яҙыусыларын биш бармағың кеүек белеү мөһим шарт – был туған тел уҡытыусыһының бер эш принцибы, инҡар иткеһеҙ талап, һәм, иң мөһиме - мөҡҡәдәс бурыс! Кәтибә Кинйәбулатова – намыҫлы уҡытыусы, арҙаҡлы аҫыл шәхес, күңелендә күлдәр тәрәнлеге йөрөткән ҡабатланмаҫ лирик шағирә ине. Уның тормош юлы күптәргә өлгө, ә ижады – йән һыуһыны.
           Был дәресте йәки кластан тыш сараны уҙғарыу алдынан шағирәнең тормош юлы һәм ижады буйынса етди әҙерлек эше башҡарыла. Шарты буйынса уҡыусылар дәрес-уйын барышында постарҙа һынау үтәләр. Алдан махсус әҙерләнгән уҡыусы-волонтерҙар йәки әҙәби түңәрәк ағзалары постарҙа һынау алалар һәм яуаптарҙы баһалайҙар.
             Дәрес-уйын башында консультация ойоштола. Бында төркөм (класс) бер нисә командаға бүленә, исемдәре уйланыла. Унан постарҙың исемдәре, һынау тәртибе һәм ваҡыт бүленеше аңлатыла. Һәр командаға старт рәүешендә үҙаллы маршрут-бит тапшырыла.
             Дөйөм ваҡыт бүленеше: консультация – 10 минут, постарҙа һынау – 5 минут. Дәрес-квест барышы - 45 минут.
                                                  Уйын маршруты
Команданың исеме ______________
Ҡатнашыусылар ________________

№ Постарҙың атамалары 
                                                            
1 «Ғаилә башлығы»
2 «Шағирҙар аллеяһы»
3 «Ер теле - топонимика»
4 «Күлдәр лабиринты»
5 «Моң сүлмәге»
6 «Әсәйем, әсәкәйем!»
7 «Әкиәт илендә»

Дөйөм балл

                                                                                               Дәрес-квест барышы

 1-се пост.  «Ғаилә башлығы». Шағирәнең атаһының портретын телдән төҙөгөҙ: уның исемен әйтегеҙ, һөнәре һәм эшмәкәрлеге тураһында һөйләгеҙ. Уның яҙмышы тураһында һеҙ тағы ла нимәләр беләһегеҙ?
2-се пост. «Шағирҙар аллеяһы». Дүрт фото бирелә. Ҡадир Даян, Ғәлимов Сәләм, Хәй Мөхәмәтйәров, Кәтибә Кнйәбулатова – Силәбе шағирҙары. Мобиль телефон ҡулланып, Википедия аша уларҙың  кемдәр булыуын асыҡлағыҙ һәм улар өсөн дүртдөйөм  уртаҡлыҡты билдәләгеҙ.
3-сө пост.  «Ер теле - топонимика». Арғаяш районының Айбат ауылы янында бер шишмә бар,– топонимика буйынса шишмәнең исеме Кәтибә Кинйәбулатова шәжәрәһе менән бәйле. Был шишмә нисек атала? Ни өсөн?
 4-се пост. «Күлдәр лабиринты». Ни өсөн Кәтибә Кинйәбулатова үҙенең тыуған яғын «Күлдәр лабиринты» тип атаған? Мобиль телефон ҡулланып, карта аша шағирәнең тыуған ауылын табығыҙ, уның тирә-яғындағы күлдәрҙе  асыҡлап, теҙеп яҙығығҙ.
5-се пост  «Моң сүлмәге». Кәтибә Кинйәбулатова бала саҡта  халыҡ ижадының ниндәй  жанрын уйлап сығарырға әүәҫ булған? Ниндәй халыҡ йырын йырларға яратҡан? Ул ниндәй мызыка ҡоралында уйнаған? (Шағирә башҡарыуында фонояҙма тыңлау ойошторорға мөмкин.)
 6-сы пост.  «Әсәйем, Әсәкәйем!». Шағирәнең әсәһе кем, уның ҡушаматы ниндәй булған?  Ул ҡыҙына ниндәй высят әйтеп ҡалдырған? (Йәки уҡыусыларға шағирәнең биографияһына бәйле текст бирергә мөмкин.)
 7-се пост. «Әкиәт илендә». Өҫтәлгә телеп һалынған әкиәт-мозаиканы йөкмәткеһе буйынса төҙөгөҙ һәм уны ролдәргә бүлеп сәхнәләштерегеҙ. Кәтибә Кинйәбулатованың «Тиле тейен һәм аҡыллы ҡуяндар» исемле әкиәте тәҡдим ителә.
Иҫкәртмә: Һәр бер поста эш биреме - һорауҙар һәм яуаптар уҡытыусы ҡарамағында ҡала. Мәҫәлән, «Шағирҙар аллеяһы» посында яҡынса яуап: дүрт уртаҡлыҡ - Силәбе ерендә тыуып үҫкәндәр; уларҙың барыһы ла атаҡлы шағирҙар; Башҡорт дәүләп педагогия институтын тамамлағандар, юғары белемлеләр; замандаштар - үткән быуаттың утыҙынсы йылдарында йәшәгәндәр, ижад иткәндәр һ.б.

                                                                                               Ҡулланылған әҙәбиәт:
1. Кәтибә Кинйәбулатова. Гөр килә өйҙөң эсе=Голоса родного края: шиғырҙар,әкиәттәр, хикәйәләр/Төҙ. Ф.Ғөбәйҙуллина. Өфө: Китап, 2020. – 120 бит.
2. Кәтибә Кинйәбулатова. Аҫылташтар илендә. Шиғырҙар,поэмалар, тәржемәләр. Өфө: Китап, 2000. – 288 бит.
3. Ҡамса Мотразин. Күңел анттары: әҙәби тәнҡит һәм публицистик мәҡәләләр [электрон ресурс]. Уфа«Китап» , 2016.www.kitap-ufa.ru [email protected]

Новые сообщения

Автор:Гульсира Шагиева
Читайте нас: