Бөтә яңылыҡтар

Күмертауҙа - ҙур сара

        15 апрелдә Күмертау ҡалаһының 10-сы мәктәбендә, башҡорт теле буйынса алып барылған инновацион майҙансыҡтың эшен йомғаҡлап, "Кәрәҙле бәйләнеш" төбәк-ара белем биреү конвенты үткәрелде. Унда Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы редакцияһы вәкилдәре, Күмертау, Өфө ҡалаларының, Ырымбур өлкәһе, Көйөргәҙе, Күгәрсен райондары белем биреү ойошмаларының етәкселәре, методистары, уҡытыусылары ҡатнашты.

         15 апрелдә Күмертау ҡалаһының 10-сы мәктәбендә, башҡорт теле буйынса алып барылған инновацион майҙансыҡтың эшен йомғаҡлап, "Кәрәҙле бәйләнеш" төбәк-ара белем биреү конвенты үткәрелде. Унда Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы редакцияһы вәкилдәре, Күмертау, Өфө ҡалаларының, Ырымбур өлкәһе, Көйөргәҙе, Күгәрсен райондары белем биреү ойошмаларының етәкселәре, методистары, уҡытыусылары ҡатнашты.

         Төп эшкә күсер алдынан ҡунаҡтар өсөн мәктәп буйлап экспресс-тур ойошторолдо, Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы эргәһендәге кадет ротаһының сығыштары тәҡдим ителде.
         Мәктәп директоры, Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре Ә. Р. Корепина, сәләмләү һүҙенән һуң, мәктәптә башҡорт теленең туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытылыуы, инновацион майҙансыҡтың эше, уҡыусыларҙың ҡаҙаныштары хаҡында әйтеп үтте. Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт теле һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты Э.Ф. Рәхимова, инновацион майҙансыҡтың фәнни етәксеһе булараҡ, эш һөҙөмтәләре хаҡында һөйләне.
       "Күмертау ҡалаһының 10-сы мәктәбендә инновацион майҙансыҡ 2019/2020 уҡыу йылында асылды. Уға тиклем үк бында “Модалы башҡорт теле” мәктәп проекты эшләй башлаған, проект сиктәрендә бик күп матур саралар ойошторолған, ярайһы уҡ уңыштар яуланған ине.

       2019/2020 уҡыу йылынан Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт теле һәм башҡа туған телдәр кафедраһы менән берлектә мәктәптә “Башҡорт теле уҡытыуҙа белем сифатын тәьмин итеү өсөн төбәк-ара белем учреждениеларының бәйләнеш моделе” тигән инновацион майҙансыҡ астыҡ. Майҙансыҡтың фәнни етәкселәре итеп 10-сы мәктәптең директоры Ә.Р. Корепина, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт теле һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире Э.Ф. Рәхимова билдәләнде. Беҙ 10-сы мәктәп уҡытыусылары менән берлектә башҡорт теле дәрестәренең уҡытыу сифатын күтәреү өсөн күп кенә эштәр башҡарҙыҡ.
        Эште башлар алдынан план, положение төҙөнөк, майҙансыҡтың исемен һайланыҡ. Аҙаҡ ошо проектты Әлфиә Ринат ҡыҙы һәм Зөлфиә Файзрахман ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтына килеп презентациялап, майҙансыҡты асыуға өлгәштеләр.
       Майҙансыҡтың төп бурыстарының береһе – мәктәптә туған телдәрҙе уҡытыуҙың сифатын арттырыу менән берлектә, күрше өлкәләр менән дә бәйләнеш булдырыу", - тине ул.

        Артабан, "Башҡорт теле уҡытыуҙа белем сифатын тәьмин итеү өсөн төбәк-ара белем учреждениеларының бәйләнеш моделе” проектына ярашлы, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде.
       Уҡытыусы-новатор Л. Ю. Поляница, туған телдәр буйынса директор урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы З. И. Усманова "EduS crum - уҡытыуҙы ойоштороуҙа заманса алым" (Crum - англ. "схватка, алыш); башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Л.Р. Батыршина, уҡытыусыларҙың методик үҙәге етәксеһе Л.Р. Мәҡсүтова "Полиглот мәктәбе" Meetup ойоштороу үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. (Meetup - онлайн-төркөмдәр ойоштороу өсөн ҡулланылған сервис.)

       "Йыл уҡытыусыһы" конкурсының муниципаль этабы призеры Е.Н. Хрипунова "Бетеү" тип аталған воркшоп (практик эшкә баҫым яһалған өйрәтеү сараһы) күрһәтте. Кумертау ҡалаһы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы белгесе, "Семәр" оҫталыҡ студияһы етәксеһе Ә.Р. Дәүләтшина "Башҡорт халыҡ сәнғәте" оҫталыҡ дәресендә селтәр эшләү буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашты, уның етәкселегендә дәрестә ҡатнашыусылар барыһы ла кескәй селтәр эшләп өлгөрҙө. 

       Сараның йомғаҡлау өлөшөндә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек булдырыу бүлегенең әйҙәүсе белгесе Г.Б. Дилмөхәмәтова күрше региондарҙа туған телде уҡытыу торошо менән таныштырҙы. "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының бүлек мөхәррире Г. Ф. Шаһиева Көйөргәҙе районы, Күмертау ҡалаһы уҡытыусыларының журнал менән хеҙмәттәшлеге хаҡында мәғлүмәт еткерҙе,  күрһәтелгән оҫталыҡ дәрестәренең уҡытыусыларға файҙалы булыуын билдәләне. Кумертау ҡалаһы мәғариф идаралығы начальнигы Н.С. Черепанов осрашыуҙы ябып, төбәк-ара кимәлдә  үткәрелгән матур байрам өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

       "Кәрәҙле бәйләнеш" төбәк-ара конвентында ҡатнашҡан педагогтар үҙ-ара аралаштылар, башҡорт телен заманса уҡытыу буйынса яңы тәжрибә өлгөләре менән таныштылар, фекер алышыу мәлендә үҙ эштәрендә ҡулланған уңышлы алымдар менән уртаҡлаштылар. Юғары кимәлдә ойошторолған сара барыһы ла оҡшаны.

 

Г.Ф. Шаһиева, журналдың бүлек мөхәррире.

Автор:Гульсира Шагиева
Читайте нас: