Егерме беренсе быуатта был инде икенсе афәт ине. 2010 йылдағы ҡоролоҡ та ҙур ғына зыян килтергәйне.
Эҫе, ҡоро йәйҙәр булып тора. Тик беҙ уларҙы хәтерҙән тиҙ сығарабыҙ. Бына 1975 йыл. Уның йәйе быйылғыға торош иткәндер. Ҡышҡылыҡҡа малдар өсөн хатта селектәрҙе лә саптылар, ағас ботаҡтарынан япраҡ әҙерләп ҡалдылар. Колхоз-совхоздар, бесән булмағас, Балтика буйы илдәренән вагонлап һалам ташынылар. Һалам менән бергә “ҡунаҡ” та килгән икән шул. Шул йылдан башлап колорадо ҡуңыҙы беҙҙең картуф баҡсаларына “хужа” булып китте...
Егерменсе быуаттағы ҡоролоҡ бының менән генә сикләнмәгән, тап йөҙ йыл элеккеһе, йәғни 1921 йылғыһы, бигерәк тә аяуһыҙ булған. Әҙәби әҫәр булғанлыҡтан Зәйнәб апай Биишева “Кәмһетелгәндәр” романында йыл һанын әйтмәй, шулай ҙа “Үткән йылдар, уҙған йылдар” тип аталған автобиографик яҙмаһында “Бибиғәйшә инәй менән бабайы 1921 йылғы аслыҡта үлеп ҡалдылар” тип яҙа. Романдан ҡоролоҡҡа ҡағылышлы өҙөк килтерәм: “Көндәр һаман ҡыҙыулана ғына барҙы. Ураҡ ваҡыты етте. Тик урырға ашлыҡ ҡына юҡ ине”.
“Ямғыр тураһында һүҙ сыҡҡас, Байгилде ағай көрһөнөп ҡуйҙы.
– Яуыр ҙа бит. Тик ҡасан яуыр?.. Күрәһең, июнь етеп килә, хатта йүнләп ысыҡ та төшкәне юҡ. Әгәр яңынан ун-ун биш көн шулай торһа, ашлыҡ көйә башлаясаҡ”.
Тап былтырғыса. Ә ул йылда... “Күптәр, илап-ялбарып, Хоҙайҙан ямғыр теләй. Барлы-юҡлы малын ҡорбанға салып, әлеге шул Әхмәҙулла муллаға ашата”. “Ауылда береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ, шомлораҡ һүҙҙәр таралды. Халыҡ тамам өмөтһөҙлөккә бирелде. Рәхимһеҙ аслыҡтың аяуһыҙ тырнағы әле үк муйындарына бата башлағанын тойоп, күптәр эш, аҙыҡ эҙләп ары ағылды, бире һуғылды. Һәр кемдә баш ҡайғыһы китте”.
“Оло Эйек буйында” романында ла әҙибә ҡоролоҡ, аслыҡ темаһына туҡталып китә.
Кешеләр “... ямғыр теләп урамдарға сыҡтылар, аҡ ҡорбандар салдылар, Ғаббас мулланан өшкөртөп, Оло Эйеккә һуйырташтар ырғыттылар. Ә ямғыр яуманы. Игендәр тамырҙа ҡатып ҡалды. Ғәҙәттә, ат инһә, күренмәй торған һыубаҫар сабынлыҡтар юҡҡа сыҡты. Донъя һуғышынан һуң ике-өс йылға яҡын һуҙылған граждандар һуғышы мәлендә тамам бөлгән, ғаилә баштарын юғалтҡан, тиф, биҙгәк, ваба ауырыуҙары арҡаһында хәлдән тайған ярлы-етем халыҡ өҫтөнә дәһшәтле аслыҡ ҡомһоҙ ҡосағын йәйҙе.
Кешеләр, бигерәк тә бала-саға, ҡарт-ҡоро, ярты ҡыш етмәй, күпләп үлә башланы. Эйе, күптәр, ғәҙәттәгесә, яҙмышҡа өнһөҙ баш эйеп, зарланмай-һөйләнмәй, хәйер-саҙаҡа һоранмай, шешенеп-күбенеп, өйҙәрендә күләгә шикелле тауыш-тынһыҙ шыуышып йөрөй-йөрөй үлделәр ҙә үлделәр...”
Яҙыусы ҡот осҡос хәлдәрҙе һүрәтләй. Байгилденең балалары – Бибеш, Иштуған, Йәнеш һәм Емеш төрлө кәмһетелеүҙәр, ауырлыҡтар менән бер рәттән, аслыҡтан да, ҙур түҙемлек күрһәтеп, ҡотолоп сыға алғандар.
Хәҙерге заманда, йәшәү шарттары һәйбәтләнгәс, ҡоролоҡ һөҙөмтәләре аслыҡҡа алып барып еткермәй.
Көнө лә төн һымаҡ көндәр
Әҙәби тәнҡитсе Әнүр Вахитовтың “Философик ҡарашлы трилогия” исемле аналитик мәҡәләһендә ошондай юлдар бар: “Трилогия “төн” һүҙе менән асыла. Автор был һүҙҙе шул осор тормошо, социаль тигеҙһеҙлек, ауыр көнкүреш, хоҡуҡһыҙлыҡ, томана наҙанлыҡ менән ассоциатив планда алып, ябай метафоранан ҙур социаль йөкмәткеле символик яңғырашлы образға әйләндерә. Яҙыусы “Төн” тигән атама һөйләмдән һуң ҡапыл уны ҡырт киҫеп, “башҡорт ҡыҙының тәңкәле еләне” менән сағыштыра”. Артабанғы “Төн” һәм “башҡорт ҡыҙы”, йәғни төн кеүек ҡараңғы, шомло тормош һәм шунда көн күреүсе башҡорт ҡыҙының яҙмышы”, минеңсә, төп сюжет линияһы. Ошо әйтелгәндәрҙе иҫбатлап ҡарайыҡ.
Байгилде менән Сәғүрә бер-береһен һөйөп-яратып, татыу йәшәһәләр ҙә, мөхәббәт тыуҙырған дүрт баланы үҫтереп еткереү өсөн ҙур ауырлыҡ менән тормош йөгөн тарталар. Күпме генә тырышып ҡараһалар ҙа, донъялары бер ҙә алға китмәй.
“Сәғүрә еңгә иренең, ҡасандыр дала бөркөтө шикелле ҡыйыу ҡарашы менән үҙенең йөрәген дер һелкеткән, әле инде ҡайғылы тынып ҡалған һөрмәле ҡара күҙҙәренә, сөйәлләнеп ҡатҡан ҙур көслө ҡулдарына моңайып ҡарай ҙа: «Эй-й, бәхет тигәнең матурлыҡта ла, егәрлелектә лә түгел икән дә ул... Байгилде менән беҙ матур булманыҡмы ла егәрле булманыҡмы! Еләк кеүек үҫтек, ен кеүек эшләнек. Булмағас булмай икән дә ул”, – тип уйлай. Ә Байгилде ағай һаман өндәшмәй. Сәғүрә еңгә унан күҙен алмай уйын дауам итә: “Донъяла, Байгилде, һин эшләмәгән ниндәй генә эш ҡалды икән һуң?! Көтөү ҙә көттөң. Итек тә тектең. Мейес тә сығарҙың. Ҡыуғын ҡыуып, Эйек, Һаҡмар, Яйыҡ буйлап күпме ер үттең? Ҡарамыш байҙан башлап Ташлының Тимаш баярына хәтле икәүләп бөтә байҙың күпме урағын урҙыҡ”.
Ярлынан бай тыуғанын кем күргәне бар? Уйланыуҙарҙың аҙағы ошоноң менән тамамланды. Байҙар байығанда ярлылар тағы ла нығыраҡ бөлгөнлөккә бата. Хатта икмәккә лә туйына алмайҙар.
“Йәнеш менән Емеш өйҙөң күләгә яғына сығып, нигеҙ буйына ултырҙылар. Көн тын алғыһыҙ томра ине. Йәнеш, нәҙек кенә аяҡтарын ҡалас кеүек ишеп, тубыҡтарына күлдәк итәген ҡаплап ҡуйҙы.
– Һин дә ошолай ултыр, һылыу, йәме. Ашағанда икмәк валсыҡтарың ситкә төшмәһен, – тип өйрәтте ул. Унан: “Ашаһаң бөтә лә китә бит”, – тип йәлләп, икмәкте әйләндереп-тулғандырып бик оҙаҡ ҡарап ултырғандан һуң:
– Йә, һылыу, кем аҙ ҡабырҙан ашайыҡ, йәме, – тип тәҡдим итте.
– Йә,– тине Емеш тә, күҙҙәрен ҡыҫҡылап, икмәгенә текләп. – Мин гел бәләкәс кенә ҡабып ашайым бит ул.
Улар, икмәкте ваҡ ҡына өлөштәргә бүлеп, тел остарына ғына һалып ашарға, был татлы минутты нисек тә оҙағыраҡ һуҙырға тырыштылар. Ләкин ул барыбер бик тиҙ ашалып бөттө. Бынан ары Йәнеш йәнә бер йыуаныс уйлап тапты:
– Икмәктең энә осондай ғынаһы ла кешенән оло ти ул. Уны ергә төшөрөп тапаһаң, харап яман гонаһ була, ти. – Хатта мең йыл тамуҡта янаһың, ти. Йә, һылыу, итәгебеҙҙәге валсыҡтарҙы йыйып ашайыҡ”.
Әҙибә халыҡты бәхетһеҙлеккә дусар итеүселәр рәтендә иң беренсе етәкселеккә үрмәләп менеп, унан хакимлыҡты ҡулдарынан ысҡындырмаған ауыл һатлыҡ йәндәрен – мулла, старшина, староста, уларҙың ҡуштандарын күрә. Сәғүрәнең үлемен яҡынайтып, меҫкендең балаҫын әжеренә алған Әхмәҙулла, яуыз Ғаббас муллалар, Собхан старшина һәм халыҡты иҙеүсе башҡалар тураһындағы мәғлүмәт “Кәмһетелгәндәр”ҙә тулы сағылыш таба.
Хәҙергә әле ҡараңғы, шомло көндәр дауам итә.
Төндән - көнгә, яҡтылыҡҡа
Зәйнәб апай Биишева: “Емештең тормошо – ул минең бала сағым. Әлбиттә, ул бында, әҙәби әҫәргә хас рәүештә үҙгәртеп, дөйөмләштереп алынған. Шуныһы факт – бында уйлап сығарылған деталь юҡ. Бөтәһе лә күрелгән, кисерелгән”, – тип яҙа.
Ошо юлдарҙан һуң Емештең бала сағы – уның бала сағы, Емештең күргәндәре – уның күргәндәре икәнен белгәс, әҫәргә лә, уның авторына ла ҡараш күпкә үҙгәрә. Ниндәй түҙемле, сабыр, шул уҡ ваҡытта ҡыйыу, бығаса боҙоҡ донъя ҡоролошо менән килешмәүсән оло йөрәкле шәхес булыуына һоҡланаһың, хөрмәтең тағы ла арта.
Емеш бала сағының тәүге көндәренән тиерлек ата-әсә ҡәҙеренән киртелеп, уның юлына бер-бер артлы сығып торған кәмһетелеүҙәргә, иҙелеүҙәргә түҙеп, аңлап бөтмәһә лә яҡшылыҡҡа өмөт итеп, төндөң көнө лә буласағына ышанып йәшәгән. Һәм бына революция елдәренең ауылға ла килеп етеүен күҙәтеп, был хәрәкәттең яҡшылыҡҡа, яҡты көндәргә юл асырына шикләнмәй. Һәм бына тәүге шатлыҡтар.
“Оҙаҡ йылдар Собхан старшинаға хеҙмәт иткән Иҙрис ҡарт ашығып өйөнә инеп китте. Унан, күп тә тормай, ҡыуал осона тағылған ҙур ғына ҡыҙыл сепрәкте баш осона күтәреп, ҡайтанан сыҡты ла йәштәрсә яңғырауыҡлы, ап-айыҡ тауыш менән:
– Йәшәһен ҡыҙыл ғәскәрҙәр!.. Беҙҙе ҡотҡарыусы батыр ҡыҙыл ғәскәр йәшәһен! — тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Кешеләр, йәшенгән ерҙәренән сығып, берәм-берәм уның янына йыйылды. Бына иң элек Шәүрәнең әсәһе Зөбәржәт еңгә сыҡты. Унын, артынса Таиба әбей, кескәй генә төйөнсөктәй улын күкрәгенә ҡыҫып, бәхетле йылмайып, Бибеш, Хисбулла, яр аҫтынан йүгереп ҡайтып килгән Баҙыян еңгә, Сабира, Сәмиғалар, тағы башҡа бик күп ҡатын-ҡыҙ, бала-саға ҡыҙыл флаг аҫтына йыйылды. Урамда ҙур ғына халыҡ төркөмө барлыҡҡа килде. Шатлыҡлы көлөү, ҡыуаныслы һөрәнләү яңғыраны”.
Ярты быуаттан ашыу йыл йәшәгәндән һуң Зәйнәб апай Бөйөк Октябргә мәҙхиә яҙа: “Бөйөк Октябрь бына шундай мөғжизә яһаны. Эйе, ул, Бөйөк Октябрь революцияһы ғына, беҙҙе тормоштоң иң ҡараңғы, тынсыу төпкөлөнән тартып алып, яҙғы ҡояш нуры аҫтында гөрләп сәскә атҡан гөл-баҡса шикелле көләс, яҡты һәм иҫ киткес иркен яңы донъяға, бәхет донъяһына сығарып ҡуйҙы. … Мин бөтә ғүмерем буйына үҙемде туған Совет хөкүмәте, бөйөк Коммунистар партияһы алдында икһеҙ-сикһеҙ бурыслы тойҙом. Бөтә булған көсөмдө, һәләтемде, йөрәк йылымды уға, тик уға ғына һибә итергә тырыштым. Ил өсөн, халыҡ өсөн намыҫлы хеҙмәт минең иң ҙур бәхетем булды… ». Был юлдарҙы иҫке донъя этлектәре үҙәгенә үткән кеше генә яҙа ала!
Яҡтылыҡҡа юл асыҡ
Сәрбиямал, Емештәрҙең үгәй әсәһе, “Яҡтыға” трилогияһының башынан аҙағына тиклем килгән образ. Яһиллығы, ҡанһыҙлығы, ҡомһоҙлоғо һәм башҡа насар сифаттары менән романдарҙа сағылдырылған барлыҡ әҙәмдәрҙең ҡылыҡтарын үҙ эсенә алған дөйөмләштерелгән “герой” тип аңларға кәрәк. Элек халыҡты иҙеп, ә инде яңы тормош өсөн ҡаты көрәш башланғас, ирек бирмәҫкә тырышҡан старшина, мулла һәм башҡалар берәм-берәм язаға тарттырылалар, бәғзеләре алыш барышында юҡ ителәләр. Сәрбиямалдың да ғүмере үкенесле тамамлана. Башы ҡаты ауырыуҙы күтәрә алмай, күҙе алдына төрлө ҡиәфәттәр килеп баҫа. “Ҡайһы саҡта ҡан баҫып, ағы әйләнеп торған кескәй генә күҙҙәрен шар асып, ниҙер тыңлап торҙо-торҙо ла:
– Килделәр! Бирмәйем, бирмәйем! Үҙемдеке! Мин... Мин... Минеке! – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра әйберҙәрен “ҡотҡарырға” керешеп китте. Тюк-тюк тауарҙарын, йөндәй еңел күтәреп, иҙән уртаһына ташланы, Николай батша, Керенский, Дутов, Колчактар заманынан ҡалған ҡағыҙ аҡсалар тултырылған тоҡтарҙы йәшергән ерҙән тартып сығарҙы, һандыҡтан тәңкә-елән, селтәр-ҡашмау кеүек затлы әйберҙәрен дә өҙөп-йолҡоп, аһылдай-уһылдай шул бер өйөмгә өйҙө.
– Йәһәтерәк! Ат егегеҙ, ат! Китәм, алып китәм! У-у... Иблестәр, бирмәйем һеҙгә, бирмәйем!
Ахыр, иҙән уртаһына өйгән әйберҙәрен бер юлы күтәреп алмаҡсы булып, ҡулдары менән генә түгел, аяҡтары менән дә ҡалтырана-ҡалтырана-дерелдәй шыҡырҙатып ҡыҫып ҡосаҡланы. “Әһ” тип бер көсәнде лә, ҡан һура-һура ҡорбанының тәненә барып инеп киткән талпан шикелле ялпашып өйөм өҫтөндә ятып ҡалды”.
Был ғәҙәти булмаған күренеште автор былай йомғаҡлай: “Әйтерһең, ғүмере буйы үҙенсә тырышып-тырмашып та бәхеттең ни икәнен дә белмәй донъя ҡуйған тынғыһыҙ меҫкен ҡатындың ғына түгел, бәлки кешеләрҙе шулай аяуһыҙ һаташып йәшәргә, һаташып барып үлергә дусар иткән иҫке быуаттың да һуңғы минуты ҡалғайны был өйҙә. Эйе, йән өшөткөс күренеш ине был”.
Иҫке донъя нисек кенә ҡарышмаһын, большевиктар етәкселегендә совет власы урынлаштырыла, ваҡ крәҫтиән хужалыҡтары нигеҙендә күмәк хужалыҡтар – колхоздар ойошторола, тормош яҡшыра бара. Тома наҙан ауыл халҡы белемгә ынтыла, донъя цивилизацияһы ҡаҙаныштары ауылға ла килеп етә.
Емеш иһә үҙенә хыялға оҡшаш ҙур маҡсаттар ҡуя. “Бөйөк маҡсаттар менән янып йәшәргә теләйем! Һәр минут, һәр сәғәт мин яҡтыға, яҡшыға табан үрләргә, быуаттар буйына күҙҙәре томаланып килгән халҡымдың күҙен асыуҙа ҡатнашырға, уның өсөн донъяны матурларлыҡ, Алланың үҙе булған кешегә – тәбиғәттең иң ғәжәп хазинаһы булған кешегә, үҙенә хас бәхетле тормош төҙөп йәшәү бәхетенең ни хәтле бөйөклөгөн тәрән төшөндөрөрлөк көс менән йөрәгемде нурларға теләйем мин!”
Байрас та: “Атайҙар иҫтәлеге алдында йөҙ ҡыҙармаҫлыҡ итеп йәшәргә тырышырбыҙ. Ҡараңғынан яҡтыға табан юлға сыҡҡанбыҙ икән, түбәгә таш яуһа ла, кирегә боролоу булмаҫ”, – тип ҡеүәтләй һөйөклө ҡыҙының уй-фекерен, яҡты хыялын.
Емеш, Байрас һымаҡ ялҡынлы йөрәкле йәштәр, иҫкелекте артты ҡалдырып, яҡшы, яҡты донъяны ныҡлы урынлаштырыу теләге менән алға, оло юлға сығалар.
Ә һеҙ ни уйларһығыҙ?
Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишеваның ғүмере аҙағында дингә ҡарашы ниндәй булды икән? Мин белмәйем. Дин тотһа ла, икеле-микеле булғандыр, тип уйлайым. Сөнки бала, үҫмер йылдарында хакимдарҙан тыш, “Беҙ – Аллаһ бәндәләре, халыҡ өсөн йәшәйбеҙ” тигән муллаларҙан, мәзиндәрҙән күргән ыҙалары муйындан ашҡан. Уларҙың ҡылыҡтары аптырау тыуҙырған, ҡурҡытҡан, тәрән уйланыуҙарға һәм ҡайһы бер һығымталарға этәргән, шикләнергә мәжбүр иткән. Шулай булмай һуң, ҡарағыҙ: Әхмәҙулла мулла Сәғүрәгә им-том яһағаны өсөн ғаиләнең берҙән-бер һөт кәзәһен әжер итеп алырға тора. Кәзә мәзин, йомартлыҡты Ҡөрьән бик маҡтай тип, халыҡты хәйер-саҙаҡаны күберәк бирергә өндәй, ә үҙе- һарандарҙың-һараны. Ғаббас мулла һымаҡтар ауылдаштарын, хатта туғандарын да кафырлыҡта ғәйепләп, зыяраттан тыш, сүплектә ерләргә бойороҡ бирәләр.
“Муллаһына хәтлем яман булғас, ҡайҙан, кемдән яҡшылыҡ көтмәк кәрәк?” – тип ғәжәпләнә Зөбәржәт еңгә һәм өҫтәп ҡуя:
– Был Хоҙай Тәғәләне лә әйтер инем, илгә афәт, кешегә михнәт ебәреүҙән башҡаны белмәҫ булып китте.
Ҡарасәс инәй ҙә һүҙ ҡата: “Ана, Ғаббас мулла менән Кәзә мәзин бер ҙә, теге донъяла булыр әле тип, был донъяларынан баш тартып тормайҙар. “Биргәндең күҙенә ҡарама! – тип, биргән-бирмәгәнде өҙөп-йолҡоп алып ҡына торалар. Үҙҙәре эшләмәһәләр ҙә, ялсыларынан эшләтеп, донъяны нисек ҡыуалар!”
Үҙенең автобиографияһында Зәйнәб апай ошондай эпизодты килтергән: “Исем Сапыҡ ауылы мәхәлләһенә инә ине. Шул уҡ ваҡытта бында Әхмәҙулла ишандың мөриттәре лә бар. Паралич һуҡҡас, үҙенең ғәриплеген халыҡты тағы ла нығыраҡ алдауҙа файҙаланыу маҡсаты менән тотош аҡ сепрәккә уранған булып әҙәм аҡтығы Исемгә йылдың иң матур сағында, йәй айҙарында килеп сыға (ҡайһы ауылда йәшәгәнен белмәйем). Уның менән ауылға:
– Ул тотош сихри нур менән ҡапланған икән. Гонаһлы донъяға нурлы йөҙөн күрһәтмәҫ өсөн аҡ бөркәнсек бөркәнгән икән, – тигән серле һүҙҙәр килеп етә.
Ишанды мөриттәре ашҡа өйҙән-өйгә күтәреп йөрөтәләр. Бығаса ғәҙәти генә йөрөгән ир кешеләр ишан килеү менән тилергән, аҡылдан яҙған кеше төҫөнә инәләр. “Һеү ҙә һеү! – тип ҡысҡыра-сыйылдай, эт өйөрө кеүек өйкөмләшеп, ғәрип ишандарын күтәреп, урам тулып йөрөй башлайҙар. Улар артынан бер көтөү бала-саға эйәрә. Мин дә шул балалар кеүек йөрөргә теләйем. Ләкин атайым беҙҙе сығармай:
– Уның нимәһен ҡыҙыҡ күрәһегеҙ, – ти. Ул – әҙәм күргеһеҙ ғәрип, ишәк кеүек наҙан, саян кеүек яуыз бер йән. Мөриттәренә эшләү, тырышыу, уҡыу-уҡытыу – шайтан эше. Аллаһ бәндәһе эшләмәҫкә, тырышмаҫҡа, Аллаға һәм ишанға табынып йәшәргә тейеш, тип өйрәтә. Ә үҙе ғәрип көйө лә, дүрт-биш ҡатын алып, әллә ни хәтле ялсылар тотоп, баяр кеүек йәшәй”, – ти”.
Тағы ла бер өҙөк:
“ ...Бөтә кешене лә яҡшы, изге күңелле итеү өсөн берәй сара табыу тураһында мең төрлө план ҡороп, төндәр йоҡламай уҙғара инем. “Әй, Алла, ниңә һин бәндәләреңде бер-береһенең уйын-теләген, ни эш ҡылырға йыйыныуын, үҙе әйтмәһә лә, башҡалар белеп торорлоҡ итеп яратманың? Ул саҡта донъяла бер ҙә яуыз ниәтле кешеләр булмаҫ. Бер кем дә насар уй уйларға баҙнат итмәҫ ине, – тип Алланың эштәре хаҡында ла йыш ҡына баш вата һәм, уйлаған өсөн гонаһлы булыуҙан ҡурҡып, тағы ла ауырыраҡ тойғолар эсендә ғазаплана инем”.
Тел байлығы – һүҙ байлығында
Зәйнәб Абдулла ҡыҙы, яҙыусы булараҡ, башҡорт теленең бар мөмкинлектәрен файҙаланған. Тасуирлау, һүрәтләү оҫталығы тураһында һөйләп торорға ла кәрәкмәй. Үҙенең телен яратҡан һәм яҡшы белгән кеше тәүге юлдарҙан уҡ көйлө, матур һәм бай һүҙ донъяһына сумыр.
Хәҙерге заман һәм элегерәкке телмәр араһында байтаҡ ҡына айырма бар икән. Бөгөн күптәргә аҙ таныш йәки бөтөнләй ҡулланылмаған һүҙҙәр теҙмәһен бирәм. Уларҙың аңлатмаһын “Башҡорт теленең һүҙлеге”нән алдым. Рәхим итегеҙ.
Ас күҙләнеү – туйына алмау, йыраҡа – һыу йырған тәрән соҡор, йырғанаҡ; инселәү – малды берәй кеше исеменә атап, иң һалыу; күтәрмә – өйгә инә торған таҡта баҫҡыс, кештәк – күлдәктең ҡултыҡ аҫтына, ыштандың балаҡ төбөнә ҡыҫтырып тегелгән дүрткел ҡорама; ҡаразирә – ағыулы үлән, ҡуржын – юшҡын, ҡарыулашыу – бер-береңдән үс алыу, ҡәһет (ғәһед) – биргән һүҙ, ант; етеү – саманан артыҡ үҫкән, етек, оҙон, матҡыу – бармаҡтарҙы батырып аймау, соға (камзул) – юғары сифатлы йоҡа буҫтау, нәҙер – шартлы вәғәҙә, өлтәй (баш) – тарайып баҫып торған, өлтөк; алап – иген йәки башҡа нәмә һалыр өсөн ҡабыҡтан тегеп эшләнгән оҙонса ҙур һауыт, он алабы; тупыс – өҙөлөп ҡыҫҡарған (бармаҡҡа ҡарата), тыу – был осраҡта байраҡ (ҡыҙыл тыу), текешләү – ныҡ иғтибарлау, ентекләп; тула (салбар) – йөндән һуғып, кейеҙләп баҫҡан туҡыма; таҫтар – ырыуҙан ҡалған ҡатын-ҡыҙ башына урай торған бер осо сигеүле аҡ матҡал, хәситә – тәңкә-мәрйенле ҡатын-ҡыҙ биҙәүесе, бетеү; һеңгәҙәү – ҡаты бәрелеү, һуғылыуҙан иҫтән, хәлдән яҙып, ҡуҙғала алмаҫ хәлгә килеү; һил – шау-шыуһыҙ, тауышһыҙ, тын; ылаш – башлы йәш ҡоротто теҙеп һалып киптереү өсөн йәш талдан үрелгән, дүрт ҡаҙыҡ өҫтөнә ҡуйылған ҡоролма; ытырғаныу – әшәке, бысраҡ күреп ерәнеү хисен кисереү; химая – кемдеңдер яҡлауы, ҡурсалауы; яйлаҡ (яйҙаҡ) – эйәр һалынмаған, эйәрһеҙ.
Яҙыусы быларҙан тыш, урындағы һөйләште лә ситкә этмәгән. Көрөҫ, үҙәләнеү, һәләмә, йөҙнөкләү, йерәк һымаҡ һүҙҙәрҙе мин диалект тип уйлайым.
Башҡорт теле уҡытыусыларына, телде үҙаллы өйрәнеүселәргә Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәренә мөрәжәғәт итергә кәңәш бирер инем.
Йыуаса кеүек алһыу йөҙлө
Күңеленә илһам ҡошо ҡунып, ҡулына тәү тапҡыр ҡәләм алған һәм оло шағирлыҡ юлына баҫырға теләгән йәштәргә ябай ғына кәңәш бирге килә. Һеҙ башта тел байлығын арттырыу менән мәшғүл булығыҙ, телдең мөмкинлектәрен, нескәлектәрен, сифаттарын өйрәнегеҙ. Был йәһәттән Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәрендә тел байлығын нисегерәк ҡулланғанына иғтибар итегеҙ. Был юлы мин уның, әҙәби ысул булараҡ, сағыштырыу алымдары менән һөйләмдәрен нисек биҙәгәнен күрһәткем килә. Бына һөйләм уртаһындағы бер өҙөк: “...уның был ярһыу ҡыуанысы йүкә күмере шикелле ҡапыл һүрелеп тә ҡуйҙы”. “Ярһыу ҡыуаныс” һәм “йүкә күмере”, уларҙы нисек аңларға? Белеүебеҙсә, ҡаты ағастың, мәҫәлән, имәндең, күмере лә тығыҙ, ҡаты була һәм шуға ла һүнмәйенсә оҙаҡ һаҡлана. Ә йүкә – йомшаҡ ағас, тиҙ янып бөтә.
Ә хәҙер ғәжәп матур сағыштырыуҙар булған өҙөктәрҙе артабан дауам итәйек:
“...өмөтһөҙ йомортҡаларҙы баҫып өтәләп бөткән ҡаҙ шикелле”; “Ҡауҙы (ҡош) муйыны шикелле арыҡ оҙон муйынын нәфис һуҙып...”; “Оло Эйек ҡамышы шикелле нәҙек аяҡтарын”; “Оло Эйек яңы һауған һөт шикелле йылы тулҡындары”; “ҡаймаҡ шикелле йомшаҡ ҡом...”; “...сәүкә шикелле саңҡылдашалар сходта”; “...был ерҙәр егет ҡулы теймәгән йәш ҡыҙ кеүек кенә бит”; “тутыҡҡан тимер тауышы”. Мин тимерҙең сыңлаған тауышын күп ишеткәнем бар, ә бына тутыҡҡан тимер тауышы, моғайын тоноҡ ҡына ишетеләлер.
Тағы ла бер сағыштырыу: “...тау йылғаһы кеүек ярһып”. Беҙҙең яҡтағы йылғалар тыныс, тымыҡ ҡына ағалар, сөнки улар бейек ҡаялы тауҙарҙан башланмай. Үҙем үҫмер саҡта кинәнеп һыу инеп йөрөгән Ташлы ла шулар иҫәбенә инә.
Өс йыллыҡ хәрби хеҙмәтте мин Тажикстандың баш ҡалаһы Сталинабадта үттем. Хәҙер ул Дүшәнбе (элекке исеме) тип атала. Йәйҙең эҫе бер көнөндә яҡында ғына ағып ятҡан Дүшәнбе йылғаһына һыу инергә киттем. Йәнәһе, йөҙә беләм тип йылға уртаһына ынтылдым һәм шунда уҡ аяҡтан йығылдым. Дүшәнбенең ағымы көслө һәм тиҙ булғанын иҫәпкә алмағанмын. Ул ҡаланан алыҫ түгел тауҙарҙан ағып килә. Бына шулай була икән тау йылғаһы! Ә уны әҙибә ҡайҙан белде икән?!
Минеңсә, Зәйнәб апай яҙған әҫәрҙәрҙе ҡулға ҡәләм-ручка алып уҡырға кәрәк. Ысын һүҙ оҫтаһының яҙғандарынан үҙеңә бик күп файҙалы өлгөләр алырға мөмкин.