Бөтә яңылыҡтар

Уҡытыусылар ижады

Руша Солтанғолова,декабрь, 2023 йыл.

Уҡытыусылар ижады
Уҡытыусылар ижады

Аҡ ҡайындар

Аҡ ҡайындар араһынан
Киләм моңланып, йырлап.
Ҡышҡы буран һырынтыны
Биҙәкләп ҡуйған һырлап.
Аҡ ҡайындар аҡ бишмәттән,
Баштарында ап – аҡ шәл.
Буран тынып,баҫылған саҡ,
Бер илаһи, сихри мәл.
Сатлама һыуыҡ иртәлә
Ҡайындар тора бейеп.
Шаян елкәй ҡайындарға
Сыҡҡан аҡ йондоҙ һибеп.
Мөғжизә эҙләү кәрәкмәй,
Күҙ алдында бар йыһан.
Урман эстәренә шулай
Барлыҡ гүзәллек һыйған.
Күңел йырлай ҡыуаныстан,
Сафлыҡ түгелә күктән.
Ҡышҡы урман эстәрендә
Булмағанмын бит күптән...
Бәҫ һибелә ҡайындарҙан
Күреп туйып булмаҫлыҡ.
Күңелемә ләззәт алдым
Мәңге лә юйылмаҫлыҡ.
Руша Солтанғолова.
Декабрь, 2023 йыл.

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: