Бөтә яңылыҡтар

Уҡытыусылар ижады

"Уҡытыусыма" Рәсимә Сәйетғәлина.

Уҡытыусылар ижады
Уҡытыусылар ижады

Уҡытыусыма
Һаман иҫтә, уҡытыусым,
Көләс йөҙҙәрең.
- Гел яҡтыға ынтылығыҙ, -
Тигән һүҙҙәрең.

Бәхетемә ҡапҡа асҡан
Бөйөк кеше һин.
Бар донъяға нур өләшкән
Ҡояш ише һин.

Матурлыҡҡа, сабырлыҡҡа
Өндәгән дә һин.
Кешелеккә һөйөү утын
Дөрләткән дә һин.

Ғорурланам, уҡытыусым,
Гел һинең менән.
Шуға һәр саҡ һиңә маҡтау
һүҙҙәрен теҙәм!

✍Рәсимә Сәйетғәлина

Һүрәттә: уҡытыусыға һәйкәл. Илеш районы, Үрге Йәркәй ауылы.

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: