Бөтә яңылыҡтар

Егәрленең ҡулы ете

Һәр саҡ көләс йөҙлө, етеҙ хәрәкәтле, тынғыһыҙ был ханымға ҡарап, уның шул тиклем дәрт-ынтылышы, тәүәкәллеге ҡайҙан, ижади ҡомарының сығанағы ниҙә тип аптырап та, һоҡланып та ҡуяһың. Һүҙем Сибай гимназия-интернаты уҡытыусыһы, Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, С. Галин исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзаһы Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Кәримова-Алдырханова хаҡында.

Егәрленең ҡулы ете
Егәрленең ҡулы ете

Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы 1963 йылдың 18 мартында таланттар төйәге – Баймаҡ районының Моҡас ауылында күп балалы Алдырхановтар ғаиләһендә етенсе бала булып донъяға килә. Бәләкәйҙән уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ ҡыҙ, "Сибай ҡалаһындағы " 3-сө республика полилингваль күп профилле гимназия-интернатын тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында белем ала. Студент йылдарында уни верситеттың «Шоңҡар» әҙәби берекмәһендә буласаҡ яҙыусы-шағирҙар менән аралашып, тәүге ижад емештәре – нәҫерҙәре, хикәйәләре менән үҙен танытып та өлгөрә.

«Йәнгүзәл» фольклор түңәрәгендә яратып шөғөлләнеүе иһә киләсәкке һөнәрен камиллаштырырға ярҙам итә. Шаулап-гөрләп торған студент йылдары артта ҡала. Ҙур әҙерлекле, энергияһы ташып торған йәш белгес, яҙмыш ҡушыуы буйынса, Татарстан Республикаһының Яр Саллы ҡалаһының 29-сы мәктәбенә өлкән пионер-вожатый булып эшкә урынлаша. Дәртләнеп эшләп йөрөгәндә, бер кис телевизорҙан ҡалала ундан ашыу милләт вәкилдәренең йәкшәмбе мәктәбе һәм ойошмалары барлығы тураһында мәғлүмәт ишетеп ҡала ла тынғылығын юғалта. Мәғариф бүлеге етәксеһенә барып, ни өсөн ҡалала башҡорт йәкшәмбе мәктәбенең булмауы менән ҡыҙыҡһына. Белгес булмау сәбәпле башланмай торған була был эш. Мәғариф етәкселәре Әлнисә Рәхимйән ҡыҙының мәктәптә уҡытыу тәҡдименә ҡуш ҡуллап риза булалар һәм башҡорт йәкшәмбе мәктәбен асыуға фатиха бирәләр. Ә.Р. Алдырханова, ҡалалағы 52 мәктәптең класс журналдарынан башҡорт фамилиялы балаларҙы эҙләп табып, адрес буйынса йөрөп, уларҙың ата-әсәләрен өгөтләп, 1992 йылда 12 уҡыусы менән башҡорт йәкшәмбе мәктәбе, уларҙың ата-әсәләре менән “Юлдаш” башҡорт ойошмаһы асыуға өлгәшә. Киләһе йылына мәктәп менән ҡыҙыҡһыныусылар һаны арта, уҡыусылары 24-кә етә. Шулай итеп, ул өс йылда Яр Саллы ҡалаһында балаларға ла, уларҙың атай-әсәйҙәренә лә башҡорт халыҡ бейеүҙәрен, йырҙарын өйрәтә, ҡалала уҙған һәр сарала ҡатнашып, башҡорт йолаларын күрһәтеп өлгөрә ойошма ағзалары. «Бөтә йәшлек дәртемде һалып, йөҙөп йөрөп эшләгән мәлдәремде, уҡыусыларымды, ашҡынып ойошмаға йөрөүселәрҙе әле лә һағынам. Ойошманың бөгөн дә һаҡланыуына шатланам. Уның хәҙерге етәксеһе Рәмилә Йосопова мине, тәү ойоштороусы булараҡ, башҡорт ойошмаһы һәм мәктәбенең 25, 30 йыллыҡ юбилейҙарына ҙурлап саҡырҙы, уға бик рәхмәтлемен. Әлбиттә, ул осор менән хәҙерге ваҡыт араһында айырма бик ҙур. Бөгөн ойошма ағзалары һәр яҡлап Башҡортостан Республикаһының ярҙамын тойоп эшләйҙәр. Сәхнә өсөн костюмдар бүләк ителә, кинәнеп эшләү өсөн бөтә шарттар булдырыла. Йәкшәмбе мәктәбе уҡыусыларына, күрше төбәктәр иҫәбенә конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урын яулауға юлдар ҙа асыҡ. 1992 йылдарҙа былар барыһы ла тик хыял ғына ине. Мин ойошма етәксеһе һәм ағзалары менән тығыҙ аралашып торам, 7-се йыл нигеҙ һалған мәктәбемдең иң рухлы уҡыусыһына премиямды тапшыра киләм», – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Ә.Р. Алдырханова. Сит ерҙәрҙә эшләп, тәжрибә туплаған, ҡанат нығытҡан уҡытыусы үҙ төбәгендә эште дауам итеү еңелерәк булыр тигән уйҙар менән тыуған яғына юллана. «Сибай – Баймаҡ – Яр Саллы дуҫлыҡ күпере төҙөлөп, матур бәйләнеш булдырылғайны, шулай ҙа Сибай мине ҡолас йәйеп ҡаршыламаны. Яр Саллылағы эшемә аяҡ салыусының нахаҡ һүҙен тыңлаған етәксе минең бында эшкә урынлашыуыма кәртә ҡуйҙы, ҡайҙа барһам да, үкенескә ҡаршы, юлдар ябыҡ ине.

Ошо мәлдә үҙемә, тырышлығым менән эш һөҙөмтәләремде мотлаҡ күрһәтәсәкмен, тигән һүҙ бирҙем. Ул ваҡытта мине Сибай ҡалаһының 2-се мәктәбе директоры Зифа Сөләймәнова, мәктәптә башҡорт фольклорын күтәреү шарты менән эшкә ҡабул итте. Ҙур ихласлыҡ менән яратҡан эшемә тотондом, ерле материалды ентекле өйрәндек, яңы сценарийҙар менән сығыш яһап, һәр конкурста гран-приҙар яуланыҡ», – тип ул осорҙағы етәксеһенә сикһеҙ рәхмәтен белдерә хеҙмәт ветераны. Һуңынан инде ул эшен үҙе тамамлаған Сибай гимназия-интернатында дауам итә. Хәҙер тыуған мәктәбендә хеҙмәт итеүенә 23 йыл булып киткән. Ошо йылдар эсендә Ә.Р. Алдырханова республикабыҙҙа үҙ эшенең оҫтаһы – төплө белемле ысын педагог, башҡорт халҡының мираҫын тәрән өйрәнгән белгес, әүҙем йәмәғәтсе, ижадсы булараҡ танылды. Уның тарафынан яҙылған кисә сценарийҙарының, әҙерләнгән һәм күрһәтелгән асыҡ дәрестәрҙең, сараларҙың, яһалған сығыштарҙың, уҡыусылары менән бергә яуланған уңыштарҙың иҫәбе-һаны юҡтыр. Әүҙем, фантазияға бай, һәр башланғыс ты күтәреп алырға әҙер ижади ҡарашлы, бөтмөр уҡытыусы ул. Республика кимәлендәге башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткәрелгән олимпиада, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, ижади конкурстарҙа ул, уҡыусыларын уңышҡа ҡанатландырып, гел бергә йөрөй, һәр саранан бер ҡосаҡ грамота, бүләктәр менән ҡайта улар. Тәжрибәле педагогтың, үҙе әйткәнсә, һәр дәресе асыҡ. Ә улар ябай ғына түгел, милли йолаларҙы, ерле материалды үҙләштереү, тарихи үткәнеңде барлау – милли үҙаңды үҫтереү дәрестәре. Халыҡ педагогикаһына таянып белем һәм тәрбиә биреүҙе уҡытыусы үҙенә маҡсат итеп ҡуйған һәм ошо юлынан тайпылмай атлай. Уҡытыусы белем биргән кабинетҡа кереү менән балаларҙы «Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр” тигән мәҡәл ҡаршы ала. Уҡыусылар шулай уҡ “башҡорт теле бүлмәһендә тик башҡортса һөйләшәбеҙ” тигән ҡағиҙәнең мотлаҡ үтәлергә тейешлеген белә. Тәжрибәле уҡытыусы йыш ҡына дәрестәренә республиканың күренекле шә хес тәрен саҡыра. Халыҡ йырҙарын үткәндә – йырсыларҙы, дини темаға – дин әһелдәрен, сәсәндәр ижадын өйрәнгәндә сәсәндәрҙе саҡырып дәрес-осрашыуҙар ойоштороу уның өсөн ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Бындай дәрестәрҙә балалар йырлап, һамаҡлап өйрәнә, хатта бейеп тә ала, драмаларҙы уҡығанда, темаға ярашлы костюмдар менән сәхнәләштереүҙәр ҙә ойошторола. Ижади дәрестәрҙе үҙ иткән уҡытыусының уҡыу йылы аҙағында мәктәп тамамлаусы балаларға Р. Солтангәрәевтың “Тыуған йорт” хикәйәһе буйынса асыҡ дәрес бүләк итеүе – үҙе бер матур йола. Тыуған ергә тоғролоҡ, илһөйәрлек тойғолары менән үрелгән был уйландырырлыҡ дәрес XI класс уҡыусыларының күңелендә оҙаҡҡа һаҡланып ҡала. Уҡытыусы һәм уның ижадты яратҡан уҡыусылары яҙыусылар, арҙаҡлы шәхестәр, республика баҫмалары менән дә тығыҙ бәйләнештә тора. «Өфөнән Сибайға яҙыусылар, гәзит-журнал хеҙмәткәрҙәре килһә, мотлаҡ гимназияла улар менән осрашыу үткәреп ҡалырға тырышам. “Аҡ ҡауырһын” ижад түңәрәгендә, фольклор түңәрәгенә һәләтле уҡыусылар менән дауамлы эш алып барам. Ижад емештәрен туплап, 50-гә яҡын уҡыусымдың китапсыҡтарын сығарҙым. Биш уҡыусым “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеһе. Филология йүнәлешен һайлаған уҡыусыларым бихисап, шуларҙың бер нисәһе: Сәлиә Мөхәмәтғәлина, Әлфирә Сәғитова (Сынбулатова), Фәтих Мулләхмәтов, Гөлниса Сафина, Нурия Фәтхуллина, Гөлдәр Ишйәрова, Байрас Азаматов, Салауат Заманов, Фәрүәз Рафиҡов – Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһы журналистары. БДУ-ла белем алған уҡыусыларым Гөлшат Исхаҡова менән филология фәндәре кандидаты Гөлдәниә Һағынбаева М. Кәрим исемендәге грантҡа эйә булды. Заһит Ғәбитов, Рифат Йәмлихин, Илгиз Абдрахманов, Тимур Вәлитов мәктәптәге сараларҙа кинәнеп сығыш яһап, ҙур сәхнәгә юл алды», – тип уҡыусыларының уңыштары хаҡында ғорурланып һөйләй педагог. Әйткәнебеҙсә, тырыш уҡытыусының уҡыусылары башҡорт теле буйынса уҙғарылған төбәк-ара олимпиадаларҙа ҙур уңыштарға ирешә, “Урал батыр” эпосы буйынса, “Башҡортостан ынйылары” республика конкурстарында һынатмай. Шулай уҡ фәнни-эҙләнеү эштәрендә лә күп еңеүҙәре бар уларҙың. «Уҡыусыларым менән республика кимәлендәге конференцияларҙа ҙур теләк менән ҡатнашабыҙ. “М. Кәрим уҡыуҙары”, “Вәлиди уҡыуҙары”, “Йосопов уҡыуҙары”, “Ғафури уҡыуҙары”, “Кейекбаев уҡыуҙары”, “З. Биишева уҡыуҙары”, “Кинйә Арыҫланов уҡыуҙары”, “Н. Нәжми уҡыуҙары”, “Ғарипов уҡыуҙары”, “Р. Бикбаев уҡыуҙары”, “А. Игебаев уҡыуҙары”, “М. Рәхимов уҡыуҙары”, “Өмөтбаев уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияларында, кесе фәндәр академияһы конференцияларында ҡатнаштыҡ. Фәнни-эҙләнеү, проект эштәре менән Бөтә Рәсәй конферен-цияларында, Мәскәүҙә, Ҡазанда, Туймазыла, Санкт-Петербургта булып, ҙур еңеүҙәр менән ҡайттыҡ. Уҡыусыларымдың фәнни эшкә ынтылышы бик һөйөндөрә, киләсәктә ошо йүнәлештә эшен дауам итеүселәр булыр тип уйлайым», – ти Ә.Р. Алдырханова. Тынғыһыҙ педагогты хәҙерге заман мәғарифы, уҡыу-уҡытыу өлкәһендәге проблемалар ҙа борсомай ҡалмай: «Хәҙерге балаларға әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡытыуы ауыр, китапханаларға йөрөүселәр ҙә аҙ. Башҡорт балалары рус теллегә әйләнеп бөтөп бара. Урал арьяғынан килгән балаларҙың күбеһе туған телен насар белә, русса фекер йөрөтә. Ата-әсәләре менән башҡортса аралашмаған балаларҙы үҙ телендә һөйләшеүгә ылыҡтырыуы ауырыраҡ. Уҙған йылда ҡабул итеү имтиханында ултырып, һөҙөмтәлерҙе күреп, йәнем әсене. Башҡорт мәктәптәренән килгән балалар ҙа башҡорт теленән имтиханды «2»-легә эшләгән. Килештәрҙе, һүҙ төркөмдәрен белмәйҙәр, һөйләм төҙөй алмайҙар. Иншаларҙа телмәр ярлылығы, фекер йөрөтә белмәү күҙгә ташлана». Ошоларҙың ба/ рыһын да иҫәпкә алып, уҡытыусы үҙ дәрестәрендә күберәк аралашыу, фекер алышыу, ижади эштәр ойоштора. Ғ. Хөсәйеновтың парсаларынан һығымталарҙы, М. Бураҡаеваның аҡыллы фекерҙәрен, мәҡәл-әйтемдәрҙе, дини хәҙистәрҙең матур өлгөләрен миҫалға килтереп, фекерҙәрен йомғаҡларға өйрәтә. Төрлө темаларға миҫалдар эҙләгәндә баҫма материалдарға таяныуҙы талап итә, сөнки уҡыусы бер юлы гәзит-журнал менән, ундағы материалдар менән дә таныша. Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы бөгөнгө уңыштарының нигеҙендә остаздарының хеҙмәтен, тырышлығын күрә. “Интернат-мәктәптә беҙ уҡыған осорҙа көслө, үҙ эшенең оҫталары булған педагогтар белем бирҙе. Тәрбиәсебеҙ, коммунист Фәриҙә Әхмәт ҡыҙы Сәлихова эшкә яуаплы ҡарарға, маҡсатлы, ынтылышлы булырға һәр нәмәне еренә еткереп ваҡытында эшләргә өйрәтте. Башҡортостан Республикаһының элекке мәғариф министры Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы Мөхәмәтйәнова заманында беҙгә рус теленән уҡытты. Бай фантазиялы, көслө уҡытыусының дәрестәре ҡыҙыҡлы үтә ине. Уҡытыу сыбыҙ беҙгә, ауылдан килгән, русса насарыраҡ белгән балаларға, өйөндәге уйынсыҡтарҙы алып килеп, уларҙы һатыусы итеп русса һөйләштерә йә әкиәттәр уйната, ҡыҙыҡлы алымдар менән телгә ылыҡтыра ине. Мин үҙем дә бөгөн, ошо иҫкермәҫ алымды ҡулланып, дәрестә уйынсыҡтар менән әкиәт яҙҙырам, сәхнәләштерергә ҡушам. Олуғ остазым, Сибай мәктәп-интернатында 40 йылға яҡын балаларға башҡорт теленән белем биргән Сәлимә Сафа ҡыҙы Өмөтбаеваның хеҙмәт юлын өйрәнеп, уның исемендәге музей кабинет булдырып, исемен мәңгеләштерҙем. Сәлимә Сафа ҡыҙының улдары Илгиз һәм Илдар Хәйруллиндар алдынғы уҡыусыларға йыл да әсәләре исемендәге премияны тапшырып килә”. Ошондай күркәм шәхестәрҙән өлгө алып, ваҡытының һәр минутын ҡәҙерләп эшләргә өйрәнгән педагог Ғ. Хөсәйеновтың «Файҙалы үткәрһәң, ваҡытҡа үҙең хужа, заяға үткәрһәң, ваҡыт һиңә хужа”, тигән һүҙҙәренә таянып эшләй һәм йәшәй. Әүҙем уҡытыусылыҡ эше араһында Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы әҙәби әҫәрҙәр яҙырға, балалар өсөн йырҙар ижад итергә, тыу ған яғының билдәле шәхестәрен данлаған кисәләр ойошторорға, сәхнәләрҙә сығыш яһарға, гәзит-журнал биттәрендә мәҡәләләрен баҫтырырға ла өлгөрә. Йөҙөп йөрөп эшләү өсөн бар мөмкинлектәр тыуҙырған тормош иптәшенә, дәрт-илһам биргән яҡындарына, гимназия етәкселегенә, коллегаларына сикһеҙ рәхмәтле Ә.Р. Алдырханова.

 «Егәрленең ҡулы ете», ти халыҡ мәҡәле. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2002” республика конкурсы лауреаты, “Ҡурай даны” телевизион конкурсы, “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы еңеүсеһе, Башҡортостан һәм Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары гранттары, Башҡортостан Башлығы гранты һәм бик күп конкурстар еңеүсеһе, 16 китап авторы, әүҙем йәмәғәтсе, ҙур хыялдар, матур маҡсаттар менән йәшәүсе Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Кәримова-Алдырханова кеүектәр хаҡында ул.

 Г.Ф. ШАҺИЕВА,

журналдың бүлек мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: