Башҡорт телем
(акрошиғыр)
Башҡорт теле - минең туған телем,
Ата-бабаларҙан ҡомартҡы!
Шул тел генә беҙҙе халыҡ итә,
Ҡотло итә беҙҙең тормошто!
Оло бәхет - үҙ телеңде белеү,
Рух ныҡлығы - әсә телеңдә!
Тик башҡортса һөйләш башҡорт менән
Туған телдә тыуған илеңдә!
Ерем, телм, илем - өс хазина,
Лайыҡ улар һәр саҡ ҡәҙергә!
Ете быуының васият ит -
Мәңге һаҡланасаҡ хәтеҙә!
Альмира ЯҠШЫБАЕВА,
Ғафури районы Юлыҡ мәктәбе уҡытыусыһы.
+1 °С
Болотло