Бөтә яңылыҡтар

Йыуатҡан да, уйлатҡан да, илатҡан да һөнәрем...

Ф.Р. НАФИҠОВА,Өфө ҡалаһының Халыҡтар дуҫлығы орденлы М. Горький исемендәге 3-сө гимназияһы уҡытыусыһы, Педагог һәм остаз йылына арналғанРеспублика конкурсы призеры

Йыуатҡан да, уйлатҡан да, илатҡан да һөнәрем...
Йыуатҡан да, уйлатҡан да, илатҡан да һөнәрем...

«Өләс, өләс, ниңә ул ҡолоған, амма бумайма хәҙел? Амма ашаһым килә, амма кәләк. Амма, амма…». Теле яңы ғына асылған һеңлемдең бәләкәй генә ҡулдары менән ҡороған алмағастың ботаҡтарын һелкетеп-һелкетеп илағаны бөгөнгөләй күҙ алдымда. Былтыр алмаларын күтәрә алмай ултырған алмағастарҙы, бәләкәй генә булһа ла, хәтерләүен әйтәле. Эйе, ҡасандыр атайым яратып, балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем кинәнеп ашаһын тип ултыртҡан өс төп алмағасы, үҙе беҙҙе бер терәкһеҙ ҡалдырып, яҡты донъянан китеүенең икенсе яҙына сәскә атманы… Май айында ап-аҡ сәскәгә күмелеп, йәй уртаһында йәшел генә алмасыҡтары күренеп бөтә ауылға йәм биреп ултырыр, алтын көҙҙә емеш өлгөртөр мәлендә өс алмағас урынына өсҡороған ағас һөлдәләре ғына ултыра ине.
Үкһеп илаған ейәнсәренә ҡарап әсәйем: «Илама инде, бәпкәм, быйыл олатайың тәрбиәләмәне шул уларҙы, миндә улар ҡайғыһы булманы…» – тип ейәнсәре күрмәҫ элек, йәшле күҙҙәрен һөрттө лә йөҙөндә йылмайыу сатҡылыры сығарҙы: «Алмағас тәмле емештәрен бирһен өсөн уларҙы бар күңелеңде һалып тәрбиәләп тороу зарур. Быйыл мотлаҡ тағы ла ултыртырбыҙ ҙа икәүләп уларҙы тәрбиәләп кенә торорбоҙ, йәме» – тип арҡаһынан һөйөп йыуатты. Һеңлем, балалығына барып: “Ялай, ялай…” – тип тиҙ генә ризалашып, өләсәһе биргән кәнфитте ҡабып артабан йүгерҙе. Йәйҙең эҫе көнөндә өй алдындағы кәртәләрҙе буярға тип сығып, һаман да эштең яртыһына ла етмәй ялҡауланып, ике ҡайындың күләгәһендә урынлашҡан эскәмйәлә бер вайымһыҙ, йәнәһе хәл алып ултырған ҡыҙ, йәғни мин, әсәйемдең һүҙҙәренән һуң уйға ҡалам.
Эйе… Һәр нәмәне лә үҫһен, йәшәһен, балҡып торһон тиһәң, уны тәрбиәләргә, ҡурсаларға, яратырға кәрәк шул. Анау баҡсала үҫкән сәскәләргә лә, тәтелдәп йөрөгән һеңлемә лә, картуф баҡсаһын бер туҙҙырып сабып йөрөгән быҙауға ла, эргәмә килеп мыраулап аяғыма уралған бесәй балаһына ла, шул бесәйгә ҡара сәүкелдәп өргән көсөккә лә, әсәйем менән атайым төҙөгән ошо оло өйгә лә – һәр нәмәгә тәрбиә кәрәк. Бөгөнгә сәскәләргә һыу һипһәм, һеңлемдең сәсен тарап үреп, тәмле мәмәй тотторһам, быҙауға әсәкәйе һәүкәштән яңы һауып алған һөтөн эсерһәм, иркә бесәйемә лә һөт һалһам, сәүек көсөккә ашарға бирһәм,бая уҡ башлаған ошо ялҡытҡыс, һыу инергә ҡамасаулап торған кәртәләрҙе буяп бөтөрһәм, минең елкәнән йөк төшә. Ошолай вайымһыҙ ғына, тормошҡа бер ҡатлы ғына ҡарап йөрөгән мәлемдә мин БДУ-ның IV курсында уҡый инем.

Бөгөн мин – 20 йыл эш стажы булған, үҙенә генә хас традициялы, бай тарихлы Халыҡтар дуҫлығы орденлы М. Горький исемен йөрөткән 3-сө гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Бер ни тиклем аҡыл яғынын да үҫкәнмен, етдиләнгәнмен, үҙемсә тормош тәжрибәһе туплағанмын. Йәш саҡтағы уй-хыялдарыма ла хәҙер икенсе күҙлектән ҡарайым. Янымда терәк булырҙай ғәзиз кешеләрем булһа ла, арҡа терәрҙәй иң яҡын кешем – атайымдың юҡлығын да иңдәремдә лә, йөрәгемдә лә, тормош юлында ла нығыраҡ тоям. Хәҙер минең ҡурсалауыма мохтаж булыусылар ҙа бернисә тапҡырға күберәк: әсәйем, ике улыҡайым, апайым, уның өс балаһы, үҙем уҡытҡан уҡыусыларым, телем һәм һөнәрем …
Эйе, эйе мотлаҡ 21 йыл бар көсөмдө, бар дәртемде, көс-ҡеүәтемде, ҡөҙрәтемде, күңелемде һалып башҡарған һөнәрем дә минең ҡурсалауыма, яҡлауыма мохтаж. Һуңғы йылдарҙа уҡытыусы һөнәренә яла яғыуҙар, уҡытыусыға ата-әсәләр, уҡыусылар тарафынан баҫым яһауҙар йәмғиәттә йыш күренеш булып китте.
Быға тиклем уҡытыусыларҙы маҡтап, һаҡлап, бар яҡтан да өлгө итеп ҡуйған йәмғиәт һуңғы арала ваҡытында һүндерелергә онотолған ҡайнаған һөткә оҡшап, һауытынан урғылып сыҡҡан кеүек уҡытыусыларға ябырылды. Уҡытыусыны тик хеҙмәтләндереүсе персонал итеп ҡарау үҙ һөҙөмтәләрен оҙаҡ көттөрмәне.
Яла яғыуҙар, дәрестәрҙе дөрөҫ үткәрмәйҙәр тип өйрәтеүҙәр, өйгә эштәрҙе күп бирәләр тип шелтәләүҙәр, кистәрен шылтыратыуҙар, ата-әсәләр айырым чаттар асып һәр предмет уҡытыусыларын энәһенән-ебенә тиклем тикшереүҙәр, ҡырҡ баланан тыуған ҡырҡ балаға индивидуаль мөнәсәбәт талап итеүҙәр, хатта эш урыны булған мәктәпкә килеп башҡа уҡыусылар, коллегалары, етәкселәреалдында уҡытыусының бәҫен төшөрөп
ҡысҡырыуҙар, шелтәләүҙәр, әрләүҙәр, унан да бигерәк уҡытыусылар менән аңлашмай туп-тура министрлыҡҡа яла яҙыуҙар... Бигерәк тә өйҙә үҙ балаһын тәрбиәләмәгән ата-әсәләр уҡытыусыларҙы тәрбиәләүгә ныҡ әүәҫ булып сыҡтылар. Былар, үҙ сиратында, мәктәптәрҙә уҡытыусыларҙың башҡа эшкә китеүенә килтерҙе. Педагогтарға ҡытлыҡ артты. Үткән аҙнала ғына интернет селтәрендә бер әсәйҙең уҡытыусыны туҡмауын, ә уның ҡыҙы әҙәби телдә тыйылған һүҙҙәр менән белем биреүсегә йоҙроҡтар менән ташланыуын күрһәткән ҡурҡыныс видеояҙма таралды. Ошоларҙы уйлай башлаһаң, барыһына ла ҡул һелтәп мәктәптән сығып китерҙәй ваҡыттар була. Ысынлап та, нисәмә йылдар буйы холоҡҡа һалынған яуаплылыҡ, бар эште лә ваҡытында тапшыра алыу һәләтлеге, рус һәм башҡорт теленән дә булған грамоталылыҡ, закондарҙы белеү, ваҡытында эшкә йөрөү ғәҙәте уҡытыусыларға башҡа өлкәләрҙә лә күп мөмкинлектәр аса. Интернет селтәрендә лә башҡа өлкәлә эш башлаған уҡытыусылар тураһында тик ыңғай ғына тәьҫорат менән һуғарылған яҙмаларҙы уҡырға мөмкин.
Фәҡәт мине мәктәптә нимә тота һуң? Телем, туған телкәйем, әсә телем тота, яратҡан уҡыусыларым, бер туғандай булып бөткән коллегаларым ... Һәм тағы ла ... дәрес башланды… Азамат исемле уҡыусым таҡта алдына сығып, иҫ киткес халыҡсан тауыш менән “Сибай”ҙы һуҙып ебәрҙе. Һуң уларҙы ташлап ҡайҙа сығып китәһең инде, йырлап бөткәнен көтөп, ҡосаҡлап арҡаһынан ҡағам… Һуң ни йәнең етеп күҙемә ҡарап торған шәптекәйҙәремде ташлап сығып китмәк кәрәк?! Туған тел ҡәҙерен белгән уҡыусыларым бит улар. Эйе, эйе мотлаҡ туған телем дә минең ҡурсалауыма, яҡлауыма мохтаж. Һәр кеше лә үҙ туған теле алдыда яуаплылыҡты тойһа, бәлки телемдең, халҡымдың яҙмышы ла икенсерәк булыр ине. Телебеҙ йәшәһен өсөн уны ҡурсалап, яҡлап, һаҡлап, һутландырып, уға нур һибеп, көс биреп торорға кәрәклеген һәр кем аңлаһын икән дә. Тик… Бөтә нимә лә беҙ теләгәнсә булмай шул. Әллә донъяһы шулай, телебеҙгә ҡарата һыуыныу, уның ҡәҙерен белмәү, уға ҡарата иғтибарһыҙлыҡ күренештәре күп. Бигерәк тә башҡорт халҡының йөҙөк ҡашы булған күренекле шәхестәрҙең балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең үҙ туған телен белмәүе ауыр уйҙарға һала мине.
Бөтә кешеләрҙе лә бер ҡалыпҡа һалып булмай, әлбиттә. Һәр йылғаның ике яры, таяҡтың ике осо, миҙалдың ике яғы булған кеүек араларында иҫ китерлек итеп башҡортса йырлағандары ла, олаталарының, өләсәләренең шиғырын һөйләгәндәре лә, шартлатып үҙҙәре ижад иткәндәре лә бар. «Алма ағасынан алыҫ төшмәй» – ти халҡым мәҡәле, ата-әсәһе өйҙә матур итеп үҙ туған телендә һөйләшһә, эргәлә йөрөгән бала ла телмәргә хатта үҙе лә һиҙмәҫтән ҡушылмай ҡалмай бит. Телгә ҡарата ҡараш та, ихтирам, иғтибар, һөйөү ҙә мотлаҡ ғаиләнән, олатай-өләсәйҙән, атай-әсәйҙән башлана.
21 йыл башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ һынағаным бар, үҙем уҡытҡан, үҙ туған телен яҡшы белгән уҡыусыларым да башҡа фәндәрҙән һынатмайҙар. Мәктәпкә уҡырға килгәндә лә, хатта үҙ туған телемде һайлайым тип ғариза яҙғанда ла һәр ата-әсә үҙ ирке менән яҙа, береһе лә көсләп, башҡа телде һайлағыҙ тип эргәләрендә тормай! Ата-әсәнең башҡорт булып та, үҙ балаһына башҡорт телен уҡытырға теләмәүе күп уҡытыусыларҙы ла аптырата. Бына мине лә аптырата, уйландыра, хафаға һала. Хатта шундайҙар араһында республикабыҙға исемдәре киң билдәле шәхестәр ҙә булыуы тетрәндерә. Был ни өсөн шулай,тигән һорауға күпме эҙләһәм дә яуап таба алмаҫмын кеүек. Үҙ туған телен уҡырға теләүселәргә бөгөн күп мөмкинлектәр бар. Мәҫәлән, беҙҙең Киров районының 3-сө гимназияһында башҡорт телен дәрес булараҡ уҡытыуҙан тыш, фольклор түңәрәктәре лә ойошторолған.
Өйҙә ярым-йорто ғына башҡортса һөйләшеп, баланың теле бай, һутлы булыуына өлгәшеп булмай. Балаға туған телдә шиғырҙар уҡыу, әкиәттәр һөйләү йыр тыңлау мотлаҡ, һәм ошо бурыстар беҙгә, башҡорт теле уҡытыусыларына, йөкмәтелә лә инде. Һәр дәресемдә мотлаҡ тик башҡорт телендә һөйләшәм. Үҙем уҡытҡан уҡыусыларымды йәмәғәт эштәрендә ҡатнаштырам, осрашыуҙар, конкурстар ваҡытында мотлаҡ башҡорт милләтенән булған уҡыусыны алып барыусы итеп ҡуябыҙ. Дәрестәремдә күберәк башҡорт халҡының тарихы, тәбиғәте, билдәле шәхестәре тураһында текстар ҡулланам, уларҙа милләтемә ҡарата ғорурлыҡ уятырға тырышам. Бәләкәй генә ваҡиғаға ла сикһеҙ ғорурланам, 1 сентябрҙә I класс уҡыусыларының саф башҡорт телендә шиғыр һөйләп, тантананы асып ебәреүе ол шатлыҡ булһа, байрамды алып барыусы XI класс уҡыусыһы Ғөбәйҙуллин Эриктың миңә ҡарап күҙ ҡыҫып, баш бармағын күрһәтеп, ғорур тороуы – күңелемә икеләтә байрам.
Район, ҡала һәм республика кимәлендә үткәрелгән бер сараларҙан да уҡыусыларымды ҡалдырмаҫҡа тырышам. Ошо сараларҙа ҡатнашыу балаларға аудитория алдында сығыш яһарға, үҙ фекерҙәрен еткерергә һәм ҡыйыулыҡ, үҙ-үҙен йәмғиәт алдында тота белеү һыҙаттарын үҫтереүгә ярҙам итә. Ата-әсәләр менән дә йыш аралашып торабыҙ. Башҡаларға өлгө булырлыҡ, олимпиадаларҙа, төрлө конкурстарҙа уңышлы сығыш яһаған, уҡыуҙары менән генә түгел, ә тәрбиәле булыуҙары менән дә башҡаларҙан айырылып торған, үҙ туған телен яҡшы белгән уҡыусыларым бихисап: Әйүпова Зөлхизә, Әйүпов Айтуған, Шәйәхмәтов Арыҫлан, Шәйәхмәтова Әминә, Ғәлиуллина Сулпан, Кинйәбаева Гөлмирә, Хәлитов Данис, Хәлитова Диләрә, Йосопов Әмир, Тимерғәлиев Азамат. Уларҙан тыш, мәктәпте тамамлаған уҡыусыларым да минең ғорурлығым:
Таһиров Таһир, Аҡманов Булат, Сәйетханов Динар, Ғөбәйҙуллин Эрик, Суфиянов Ильяс, Яҡупова Камила, Рәхмәтуллина Камила, Вафина Луиза, Рысаева Эльмира, Толобаева Әлиә, Абдуллина Ләйсән, Ғәлиева Зөлфиә, Мортазин Артур, Уколова Камилла, Садыҡов Сыңғыҙ, Шәйәхмәтов Рөстәмдәр гимназиябыҙға килеп, хәлдәребеҙҙе белешеп, саф башҡортса аралашып китәләр.
Улар барыһы ла юғары уҡыу йорттарында белем алалар, ҡайһылары ҡулдарынадиплом алып, эшләп йөрөйҙәр. Суфиянов Ильяс кеүек уҡыусыларымдың Интернетта дуҫтары менән башҡортса аралашыуы мине бигерәк тә ҡыуандыра.
Уларҙың ата-әсәләренә, олатай-өләсәйҙәренә мең рәхмәт!
Мәктәптәрҙә башҡорт теленең ниндәй кимәлдә булыуы, нисек уҡытылыуы тик башҡорт теле уҡытыусыларынан ғына тора. Бының өсөн уҡытыусының үҙенең башҡорт телен яратыуы, үҙ балаларын милли рухта тәрбиәләүе, бар сараларҙа ла әүҙемлек күрһәтеүе мотлаҡ, әлбиттә. “Үҙ туған телен яҡшы белгәндәр сит телдәрҙе яҡшыраҡ үҙләштерә”, йәки “Үҙ туған телендә теле асылған бала яҡшы өлгәшә һәм һәләтле була” тигән фараздар менән тулыһынса килешәм.
Үҙем уҡытҡан 3-сө гимназияла тик “5” билдәһенә өлгәшкән, үҙенең туған телендә иркен аралашҡан һәләтле уҡыусыларыма ҡарап һоҡланам, ҡыуанам һәм сикһеҙ ғорурланам мин. Башҡа предметтарҙы уҡытҡан коллегаларым да үҙ предметын сикһеҙ яратыуы, үҙ эшенең фанаты булғаны өсөн, тыуған ил алдындағы бурысын уҡытыу тип һанағаны өсөн һаман да мәктәптә эшләйҙәр, быға иманым камил.
…Әсәйем менән һеңлемдең алмағастары инде егерме йылдан ашыу һәр йыл яҙ шау сәскәгә күмелә, йомарт көҙҙә һутлы алмалары менән һыйлай. Уларҙың яҡлаусылары, һаҡлаусылары, әсәйем менән һеңлем, һәр ваҡыт яндарында ғына шул.
Уларҙан уҙып ошо алмағастарға тейепҡара! Ник тейгән хәлгә төшөрһөң! Шулай шул. Һәр нәмә яҡлауға, һаҡлауға, ҡәҙерләүгә мохтаж. Эх, уҡытыусыларға ла ҡараш бар кешеләрҙә лә ыңғай яҡҡа үҙгәрһен ине тигән теләктә ҡалам мин. Бала саҡтан күңелдәргә инсафлыҡ ҡына һалған, тәүтапҡыр яҙырға, уҡырға, һанарға, һүрәт төшөрөргә, дөрөҫ һөйләшергә өйрәткән уҡытыусыларыбыҙҙы һаҡлаһаҡ, яҡлаһаҡ ине. Яҡлаусылары булғанда ғорур яңғыраған уҡытыусы исеме тағы ла күтәрелер.

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: