Бөтә яңылыҡтар

“Ваҡиғалар ваҡыттарҙан киң саҡта…”

Р.М. АЛЛАМОРАТОВА, Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты

“Ваҡиғалар ваҡыттарҙан киң саҡта…”
“Ваҡиғалар ваҡыттарҙан киң саҡта…”

(М. Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһына бер ҡараш. XI класс)

Маҡсат. М. Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһының төп идея-тематик йөкмәткеһен асыҡлау; уҡыусыларҙы геройҙарҙың эш-хәрәкәтен анализларға, фекерләүҙең логик сылбырын төҙөргә өйрәтеү һәм аргументтар ярҙамында аналитик күҙаллау һәләтен үҫтереү; әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныу, үҙеңде шәхес булараҡ хөрмәт итеү, илһөйәрлек, дуҫлыҡ, тоғролоҡ, яуаплылыҡ хисен, төрлө ситуатив хәлдәрҙән сығыу юлын табыу һәләтен тәрбиәләү.

Йыһазландырыу. Проектор, экран, ноутбук, презентация, видеояҙма, дәреслек, М. Кәримдең һайланма йыйынтыҡтары, “Киске Өфө” гәзите 2012 йыл,

№11 (“Иргә хыянат – иргә хыянатмы?” Журналист Ә. Үтәбайҙың режиссер А. Әбүшахманов менән интервьюһы).

Дәрес барышы

  1. Ойоштороу мәле.
  2. Белемде актуалләштереү һәм пробле маны ҡуйыу, үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Экрандағы яҙмалар, шиғыр юлдары аша дәрестең темаһын һәм проблемаһын билдәләү.

  1. Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән – тыуған айымдан.
  1. Тупрағымдан уңдым. Башҡортостан!

Һин иманым минең, ҡәҙерлем!

– Был кемдең шиғыр юлдары һәм бөгөн дәрестә ниндәй шәхестең ижады тураһында һәм нимә тураһында һөйләшербеҙ?

  1. …Мөхәббәттән уңдым. Ышанысты

Өҫтөн ҡуйҙы барлыҡ анттарҙан.

Шик белдереп үҙен кәмһетмәне

Хатта шикләнерҙәй саҡтарҙа…

– Әҙип әҫәрендә кемдәр һәм кешелектең иң юғары ниндәй хистәре тураһында һүҙ барыр?

  1. “Хәбәр бирмәй, ҡәбер күрмәй

Серегәнсе бында ятып.

Әсир төшөп тере ҡалыу

Йөҙ ҡат артыҡ, мең ҡат артыҡ.

Тереләй тотоп ашамаҫтар

Дошман да бит әҙәм заты.

... Мин үҙемә кәрәк түгел,

Мин кәрәкмен һөйгәнемә!

Аңлайһыңмы, һөйгәнемә!”

– Был юлдар ниндәй проблеманы

күтәрә?

  1. Теманы бергәләп билдәләү.

Шулай итеп, бөгөнгө дәрестең асҡыс һүҙҙәре – М. Кәрим ижады. Тыуған ил. Мөхәббәт. Ҡатын-ҡыҙ. Һуғыш. Хыянат.

  1. Төп өлөш. Яңы тема өйрәнеү.

Театр – мөғжизәләр донъяһы. Мостай Кәрим үҙенең хәтирәләрендә Өфөгә тәү аяҡ баҫҡан мәлдән театр донъяһы менән сихырланыуын һәм ғүмерлеккә уның әсире булып ҡалыуын телгә ала. Бөгөн беҙ әҙип донъяһының тағы ла бер бейеклеген – драматургияһы серен аса башларбыҙ. Әлбиттә, һүҙ драматургия сәнғәтенең иң юғары жанры – трагедия жанры тураһында барыр. Ижадының иң емешле осоронда Мостай Кәрим бөтә Рәсәй сәхнәләрен шаулатыр өс трагедия – триптих тәҡдим итә.

Триптих – әҙәбиәттә инде күп быуаттар йәшәгән үҙенсәлекле алым. Уртаҡ тема, проблема берләштергән өс әҙәби әҫәргә һынлы сәнғәт иленән килеп ин

гән ул. Башҡорт һынлы сәнғәтендә Р. Зәйнетдинов һәм Г. Калитов ижад иткән “Ер рухы” триптихы монументаль мөһабәтлеге менән һоҡландырһа, әҙәбиәттә өс трагедияны берләштергән триптихты ижад итеү ҙә Мостай Кәрим ҡәләменә генә хас. Шулай итеп, драматург өсөн иң юғары кимәл – трагедия жанрының триптихын уртаҡ тема – азатлыҡ темаһы берләштерә. “Ай тотолған төндә” (1963 йыл) – шәхес азатлығы, “Салауат” (1971 йыл) – милләт азатлығы, “Ташлама утты, Прометей!” (1975 йыл) – кешелек азатлығы темаһы күтәрелә.

“Кеше театрға Кеше булып ҡалыр өсөн килә”, тиҙәр аҡыл эйәләре. Көҙгөнән үҙеңә ҡарау менән дә сағыштыралар уны.

Театрҙа кеше үҙенең рухи кимәленә, мораль-этик ҡиммәттәренә контроль яһай, байҡап ҡарай, ниндәй баҫҡыста тороуын билдәләй. Юҡҡа ғына боронғолар театрҙы храм тип тә атамағандарҙыр. Таҙарыныу, тәүбәгә килеү, хаталарҙан арыныу, төпкөл аңыңды байҡау өсөн дә йөрөйҙөр кеше

театрға. Ижадсы сәхнә әҫәрен тыуҙырған саҡта, үҙе лә аңламаған интуитив кимәлдә кешелек донъяһындағы, халҡы тарихындағы кодты аса. Тарих менән бәйләнеш тергеҙелә, боронғолоҡ менән бәйләнеш булдырыла. Шекспир әйткән “Ваҡыт менән бәйлелек өҙөлдө” ҡанатлы һүҙе тамаша ваҡытында ялғана.

М. Кәрим, бәлки, үҙе лә ни тиклем тәрән, фәлсәфәле, мәңгелек әҫәр яҙғанын заманында тойоп та етмәгәндер. Йылдар уҙа,әҙип күтәргән проблема актуалләшә, ҡиммәтле таш һымаҡ, әҫәр ваҡыт саңдарын һирпеп, яңы ҡырҙары менән балҡый, халыҡ күңелен имләй. Беҙ ҙә дәрестә уның серҙәрен асырға ынтылайыҡ.

  1. Әҫәрҙең яҙылыу тарихы менән танышыу. (1-се уҡыусы һөйләй.)

“Ай тотолған төндә” трагедияһы 1963 йылда яҙыла. Хрущевтың яҙғы иреү дәүере (оттепель) тамамланып килгән ваҡытта яҙылған ул. Бер яҡтан ул йәнә лә торғонлоҡ осоро килеүенә ишаралай.

Артабан совет власының ҡыйралыуында һиҙҙертә. Ай тотолор төн алда әле, тип иҫкәрткән кеүек тә автор.

  1. Трагедияға килтереүсе факторҙар.

(2-се уҡыусы сығыш яһай.)

Ҡыҫҡаса фекер – ҡаҡшамаҫ, үҙгәртелмәҫ ырыу ҡағиҙәләре, ҡырыҫ дала шарттары һәм һуғыш төп сәбәптәр булып тора.

  1. Уҡытыусы һүҙе. Трагедияла ваҡыт һәм урын төшөнсәһе мөһим роль уйнай.

Әҫәрҙең ваҡытын билдәләйек. (Уҡыусылар трагедия йөкмәткеһе буйынса яҡынса ваҡытты асыҡлай.)

Ваҡыт – Иван Грозный осоро. Тәңкәбикәнең ире һәм улы аҡ батша яуында ҡатнашып, кире әйләнеп ҡайтмайҙар, был иһә XVI быуаттың II яртыһында

була. Башҡорт халҡы, Рәсәй дәүләте составына ингәндәге килешеү буйынса, ил сиген һаҡлаған яуҙарҙа ҡатнаша.

Урын – дала, символ – инә бөркөт,

төп герой – Тәңкәбикә. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының һуңғы ҡуйылышында режиссер А. Әбүшахманов Тәңкәбикәнең хыянаты һәм аҡһаҡалдар ҡоро – Дәүләт образына баҫым яһай. Дәүләт образын автоматлашҡан, хис-тойғоһоҙ ҡатын ҡыҙы образдары күрһәтә. Ни өсөн режиссер ошо элементҡа баҫым яһай? Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, Тәңкәбикә образына анализ аша ошо мәсьәләне асыҡлап ҡарайыҡ.

Трагедия шомло бер деталь менән башланып китә: Диуана исемле аҡылға еңелерәк бер бәндә ҡая башындағы инә бөркөттөң дүрт балаһын да, күҙен соҡоп, ҡая башынан сапсып төшөрөүе тураһында хәбәр итә. Трагедия дауамында беҙ Диуананың Тәңкәбикәнең йәшерен хыянат емеше булыуын асыҡлайбыҙ. Ул сама менән 25 йәште уҙған. Халыҡ диуаналарҙы ситкә тибергә, рәнйетергә ярамай

тип әйтә. Тәңкәбикә лә гонаһын йәшерергә тырышһа ла, уның өсөн ҡалған балаларының хаҡы менән түләй. Диуананан баш тартҡаным өсөн Юлмырҙаның яҙмышы менән түләнем, тип әйтә бей бисә үҙе лә. Юлмырҙаның, атаһы кеүек, яуҙан әйләнеп ҡайтмауы артабанғы ваҡиғаларға сәбәпсе була ла инде. Уның ҡатыны Шәфәҡ, ырыу ҡанундары буйынса, әле өйләнмәгән ҡәйнеше Аҡйегеткә тейешле булып сыға. Ырыу мал түләп алған килен кире ҡайтарылһа, малды ла һораясаҡтар. Артабан сылбыр теҙмәһе буйынса, Аҡйегеттең һөйгәне Зөбәржәт әле бала йәшенән сыҡмаған Ишмырҙа өлөшөнә төшә. Тәү ҡарашҡа, йәштәрҙең ошо ҡанундар менән ризалашмауы трагедияға килтергән кеүек тә, тик бында Тәңкәбикәнең хыянаты менән

таныш бер образ – Дәрүиш ҡалҡып сыға. Шәфәҡ образын М. Кәрим юҡҡа ғына иң яратҡан образым тип атамай. Сөнки ул иң көслө герой булып сыға: уның янында уны яратҡан, уға терәк булған, һәр саҡ янында һаҡта торған кеше бар икәнлеген аңлай. Мөхәббәттән баш тартмай, ҡабул итә, бәхетен таба. Ысын ҡатын-ҡыҙ булмышына тоғро ҡала. Ул Аҡйегетте ҡабул итергә лә риза ине. Уның тормошондағы кульминация – күлгә ташланыуы. Бер

кемгә лә үҙен кәрәк түгелдер тип ташлана, ысынында, ул Ялсығолдо ҡыйыулыҡҡа этәрә. Тәңкәбикәнең яҙмышын ҡабатламай. Йәшәү тантана итә. Хатта Дәрүиште еңеп сыға. Бәлки ырыуҙан тап улар ғына иҫән ҡалыр? Ҡоллоҡ психологияһы менән ағыуланмаған, азат, ирекле, үҙ-үҙенә хужа йәш нәҫел ҡалдырыр өсөн улар Ялсығол менән ырыуҙы ҡалдырып, ирекле тормош юлын һайлайҙар.

Аҡъегет – үҙәк образдарҙың береһе. Ысын мәғәнәһендә классик Шағир яҙмышы. Хис кешеһе. Артыҡ хисле булыу фажиғәгә, бунтарь тәбиғәте трагедия

ҡанундары буйынса үҙен ҡорбанға кил тергән төп герой роленә алып килә. Улар Зөбәржәт менән ырыуҙың, Тәңкәбикәнең гонаһтары өсөн бүреләргә ҡорбанлыҡҡа килтерелә. Бында хатта ниндәйҙеркимәлдә боронғолоҡ ауазы, тәңреселек коды сағылғандай була.

III. Йомғаҡлау.

Ваҡиғалар төйөнөн һүтә бирһәк, бөтә бәләләрҙең башы – хыянат икәнлеген асыҡлайбыҙ. Тәңкәбикә башта оҙайлы яуға киткән иренә, артабан ҡапыл үҙен яулап алған мөхәббәтенә хыянат итә, мөхәббәттән баш тартҡас, улын ташлап әсәлек бурысына, артабан, ил менән идара итер Бейбисә булараҡ, ҡатын-ҡыҙбулмышына хыянат ҡыла. Ни өсөн балаларын яҡламай? Әсә булмышын ил башлығы, көслө, ҡаты ҡуллы, тәртип тотор етәксе статусы еңә. Әсәлек тойғоһо юғала йәки ул уны юйырға тырыша, шуғалыр ҙа беҙ уның балаларын һөйөр әсә итеп мәле менән Диуананың башынан һыйпауында ғына күрәбеҙ. Ҡалғандары менән ҡаты ҡуллы байбисә булараҡ аралаша.

Тойғоларын эстә тоторға тырышҡан замана ҡатын-ҡыҙы образы ла сағылмай микән был образда? Сәйәсмән ҡатын-ҡыҙҙың ғаиләһе, балалары зыян күрә.

Яуҙарҙа ир-егеттәр ҡатнаша. Ир-егеттәрҙең булмышы ул, сөнки унда ил яҙмышы хәл ителә. Ләкин самаһыҙ оҙаҡҡа һуҙылған яу илдең тылын емерә. Ә бөгөнгө ысынбарлыҡ ниндәй? Был ваҡиғалар барыһы ла ир-егеттәр яуҙа саҡта була.

Аҡһаҡалдар образы – юғары ҡор.

Дәүләт. Ҡанундар гел генә ҡаҡшамаҫ булырға тейешме? Шарттарға яраҡлашыр ға тейеш түгелме? Тәңкәбикә ырыуына, ҡанундарға үҙгәрештәр кәрәк

тип иҫкәртә М. Кәрим. Йола тип һөйләп, ысынбарлыҡта йола-традицияларҙы боҙоп, үҙ дәүләтселегендә йәшәп ятҡан халыҡты ҡыйратыу, тарҡатыу, көтөүгә әйләндереү маҡсаты менән арабыҙға Дәрүиш килеп инмәнеме? Сит йоғонтоға еңел бирелгән халыҡҡа ҡаршы үҙенең ҡанундарын, үҙенең ҡоралын ҡуллана ситтән килгәндәр. Килмешәк – Дәрүиш.

Килмешәктәр килеп, илебеҙҙе эстән тарҡатыу ҡурҡынысы һәр заманда барҙыр. Тәңкәбикә нисек кенә тырышһа ла, йорто, ырыуы емерелә. Балалары

хаҡын яҡлар әсә ҙур ҡорбандар – ырыуы яҙмышы менән түләй. Ябай әсә, һәр осраҡта йәне-тәне менән балалары яҡлы әсә булып ҡалһа, бындай ваҡиғалар булыр инеме? Әсә кеше булмышына хыянат итһә, кешелекте лә юғалтыу ҡурҡынысыянамаймы икән? Ваҡиғалар сылбыры ваҡыттан өҙөлмәҫме?

  1. Өй эше. “Ҡатын-ҡыҙ сәйәсәткә килергә тейешме?” темаһына, заман проблемаларын күрһәтеп, эссе яҙырға.

Рәссам: Г. Имашева

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: