Бына тиҫтә йылдар арыу-талыу белмәй, ыһ та итмәй яҡташтарына ярҙай булып, егеттәрсә егелеп, инәйҙәрсә һүҙен һүҙ итеп, Аллаһ Тәғәлә тәғәйенләгән йөгөн иңдәрендә сайпылдырмай алып бара.
Ул - төбәк батырҙары һымаҡ туған тел яҙмышына үҙенең ихтыярын, һәләтен һәм булмышын бәйләгән егәрле милләттәшебеҙ. Мәҡәлдә әйтелгәнсә тиҫтә йыл эсендә яҡшы эштәр башҡарып әүҙем йәмғиәтсе булып танылды. М. Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмәнең иң ышаныслы һәм лайыҡлы ағзаһы, халыҡтың таянысы, ә иң мөһиме – матурлыҡ донъяһына төҫ-көс биреп, мөкиббән китеп ижад ҡаҙанына ҡуҙ өҫтәп тороусы аҫыл рухташыбыҙ!
Уның тырышлығы менән Арғаяшта беркмә ағзаларының “Ҡурай моңдарына ҡушылып...” (2014 йыл) исемле йыйынтығы донъя күргәйне. “Әй, йәшлегем!” (2014 йыл), “Ғүмер бит ул йылға кеүек...” (2017 йыл) исемле лирик китаптарын ҡулына алды. Әле яҡташтары шиғырҙарын көйгә һала.
Һәм, ниһайәт, махсус балалар өсөн рус телендә яҙып талантлы шағир Мөнир Иксанов тәржемәһендә «Волшебные узоры» («Тылсымлы семәр») исемле өр-яңы шиғырҙар китабы менән яҡташтарын йәнә һөйөндөрҙө.
2022 йылда әүҙем эшмәкәрлеге өсөн ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләнде.
Ҡамса МОРТАЗИН,
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе, Силәбе ҡалаһы