Бөтә яңылыҡтар

Әкиәт илендә

10 апрелдә Арғаяштың 2-се һанлы мәктәбендә Салауат батырҙың тыуыуына 270 йыл тулыуына арналған "Әкиәт илендә" исемле традицион ижад байрамына йомғаҡ яһалды.

Әкиәт илендә
Әкиәт илендә

Байрам кисәһен туған тел уҡытыусыһы Әлиә Һунаршина алып барҙы, мәктәп уҡыусылары күркәм тамаша күрһәтте. Салауат Юлаевтың шиғырҙарын уҡынылар. Яҙыусы һәм ғалим Рәшит Хәкимов, М. Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе Ҡамса Мортазин "Салауат батыр халыҡ хәтерендә" тигән тема менән сығыш яһанылар. Туған тел уҡытыусылар ассоциация етәксеһе Зимфера Шафранская, матур йола буйынса дауам иткән әкиәт конкурсына йомғаҡ яһап, еңеүселәргә Почет грамоталары һәм бүләктәр тапшырҙы. Әйткәндәй, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың Урал ҡаяларына мәңгелек рухи һәйкәл булып баҫыуы ла әкиәттәр ерлегенә тартым.

Әкиәт илендә
Әкиәт илендә
Әкиәт илендә
Әкиәт илендә
Әкиәт илендә
Әкиәт илендә
Әкиәт илендә
Әкиәт илендә
Әкиәт илендә
Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: