-3 °С
Ҡар
Август
Йәйбикәнең төпсөк улы,
Көнбағыш башлы малай,
Атаһы Ҡояшҡа оҡшап,
Сос булып сыҡты ҡалай.
Ҡоймалар аша йылмайып,
Ҡыҙҙарға ҡараһынмы,
Әле баҫыу юлдарында
Комбайн һанаһынмы.
Тыңҡыш иңкештәр бал йыйып
Дыу килә сәстәрендә.
Сәмле уйҙар, татлы хистәр
Минең дә хистәремдә.
Август артынан ҡалмайым -
Тыуғанғамы бер мәлдә.
Мин йәш, һин ҡарт,
тип тормайбыҙ,
Күңелдәр бер кимәлдә.
Таң менән сығып китәбеҙ,
Ниәт-хыялды парлап.
Йөрөйбөҙ иген-көшөлөн,
Балан тәлгәшен барлап.
Киске уйындаҙа бейеп,
Иллә һуң да ҡайтабыҙ.
Август - йәйҙе мин әсәйҙе
Көн һайын ҡартайтабыҙ.