Атайым менән бәләкәйҙән ниндәйҙер эске бәйләнеш, күңелдәр ауаздашлығы, рухи яҡынлыҡ булды. Төрлө-төрлө эштәргә егелеүенә ҡарамаҫтан, мине ул бер ҡасан да күҙ уңынан ысҡындырманы, мине тәрбиәләүгә етди ҡараны. Уҡытыусылар, таныштар миңә йыш ҡына: «Профессия hайлағанда, атайығыҙҙың йоғонтоhо булдымы? Музыкаға уның мөнәсәбәте ниндәйерәк ине?» – тип hорайҙар. Атайымдың да, әсәйемдең дә был мәсьәләгә ҡарата йоғонтолары бик көслө булды. Улар булмаhа, мин музыка белгесе булмаҫ инем. Тормошомдоң маҡсатын ап-асыҡ итеп билдәләүҙә, башҡорт музыкаhы, сәнғәте, теле менән ҡыҙыҡhындырыуҙа атайымдың йоғонтоһо айырыуса көслө булды.
Өйҙә атайым гел башҡортса hөйләште, «папа» тип русса өндәшhәң, йә ишетмәмешкә hалыша, йә русса әйткәнеңде тыңлай ҙа, шунан: «Ҡыҙым, инде шул уҡ hүҙеңде башҡортса ҡабатла», – ти торғайны. Башҡортса ҡабатлағас, маҡтап та ҡуя ине. Русса йыш әйтелә торған бер генә hүҙе булды: «Тебя ждут великие дела!»
Ул классик музыканы бик hәйбәт белде hәм яратты. Чайковскийҙы Глинканан, ә Вердины Россининан айырҙы. Әсәйем менән йәш саҡта улар классик концерттарға, балет, операларға гел генә йөрөгәндәр, яҙышып арыhа, ул гел «Маяк» радиоhынан классик музыканы тыңларға ярата ине. Баянда ла, фортепианола ла бик ихлас уйнаны, аккомпанементын халыҡ музыканттары кеүек нисек етте шулай түгел, ә бик дөрөҫ алды. Шуға ла ул Мәғарифты үҫтереү институтында донъя hәм милли мәҙәниәт кафедраhын ойоштороп, уға етәкселек итә алды, тип уйлайым. Ғөмүмән, музыка тураhындағы уйҙары уның бик дөрөҫ ине. Моғайын, заманында тейешле шарттар булhа, ул музыкант булып китер ине.
Уның эшмәкәрлеген ике өлөшкә бүлергә була: фольклористикаға hәм юғары белем биреү өлкәhендәге уҡытыуға, методик хеҙмәттәр яҙыуға. Уҡытыу эшен ул иң изге эш тип hананы, бөтә студенттарын исемләп, кемдең ҡайhы ауылдан икәнлегенә тиклем белде. Башҡорттар йәшәгән бөтә төбәктәрҙә лә булыуы менән ғорурланды. Ғүмер буйы уның эш бүлмәhендә Башҡортостандың элекке, 60-сы йылдарҙа сығарылған, ентекле эшләнгән картаһы эленеп торҙо, унда ул үҙе булған ауылдарҙы билдәләп килә ине.
Әле аспирантурала уҡ тәҡдим ителгән йырҙар (Ә.Н. Кирәев) hәм әкиәттәр (Ә.И. Харисов) темаларынан ул күңеленә яҡыныраҡ ятҡан «Йырҙар» темаhын hайланы hәм был темаға ғүмере буйы тоғро булып ҡалды. Фәндәге остазы, ғүмеренең аҙағынаса бик яҡын дуҫы (уларҙы хатта Ишәй менән Ҡушай тип йөрөттөләр) Кирәй Мәргәндең башҡорт фольклорында эпик традицияларҙың йырҙарҙан эпосҡа, эпостан бәйеткә күсеү тураhындағы төп идеяhын үҫтерҙе. Бының менән ризалашмағандар ҙа булды, имеш фольклор жанрҙар сиратта тормай, әммә Әхнәф Нуриевич үҙе әйтмешләй, был осраҡта hүҙ сиратта тороу хаҡында бармай, ә төрлө тарихи осорҙарҙа төрлө фольклор жанрҙарҙың әhәмиәте йә кәмеүе, йә көсәйеүе хаҡында бара. Был идея атайымдың докторлыҡ диссертацияhының концепцияhы булып тора, минең иң яратҡан китабым – «Тарих hәм халыҡ поэзияhы»нда төп лейтмотив булып үтә.
Атайым ысын интеллигент ине. Был төшөнсәгә мин киң ҡарашлы булыуҙы ла, шаяртыу hәләтен дә, кешене сәйнәмәүҙе лә, этикетка эйә булыуҙы ла индерәм. Ғүмер буйы миңә биргән кәңәштәре бик тә дөрөҫ булып сыҡты. Нисек әйтте – тап шулай килеп сыҡты. Абруйы ла сикhеҙ булды атайымдың. Кешеләр уны яратты, уға ынтылды. Баймаҡҡа ҡайтырға сыҡhаң, үткән район hайын ҡунаҡ була-була ҡайтып етеп булмай торғайны. Күп кешенән «Салауат Әхмәҙиевич минән башҡорт яhаны, миндә милли рух уятты», – тип ишеттем. Эйе, атайымда был тойғо бик көслө ине. Бакhаң, гел улай булмаған икән, хәтирәләрендә үҙе яҙыуынса, «беҙҙең быуын заманында милли рух тәрбиәләү тигән нәмә булманы, сөнки милләт хаҡында hөйләү милләтселек hанала ине». Был хис, башҡортлоҡ уға институтта уҡыған саҡта ятаҡта бер бүлмәлә башҡорт ир-егеттәре Булат Дауытов, Әхмәтсәлим Яҡупов, Мөхтәр Әхтәмовтар менән йәшәгән саҡта килә hәм был йылдарҙы ул ғүмеренең иң бәхетле йылдары тип иҫәпләй.
Атайым өсөн иң ҙур байлыҡ китап булды. Әле уның бай китапханаhы миндә тора. Башҡорт әҙәбиәтен ул бик яҡшы белде, тип әйтеү артыҡтыр. Бик күп автографлы китаптары һаҡлана. Мин уларҙы берәй заман музей-маҙар ойоштормаҫтар микән, тип айырып hалып ҡуйҙым. Яҙыуҙары бик тә фәhемле. Мәҫәлән:
Салауат дуҫ Галингә – башҡорт фәненең Салауаты булыуыңды өмөт итеп Ким (Әхмәтйәнов. «Әҙәбиәт ғилеме hүҙлеге», 1965).
Салауат Әхмәҙиә улы Галингә был китап күнелдәр берлеген күрhәтә алhа, мин бик шат булыр инем. Кирәй Мәргән («Күңел дәфтәре», 1971).
Сәләм лауреатына археологик сәләм менән Нияз Мәжитов («Башҡортостан археологияhы», 1968).
Салауат, «күҙҙәреңә ҡарап туя алманым». Назар Нәжми («Ер hәм йыр», 1962). Бында Н. Нәжми hүҙҙәренә атайым яҙған шул уҡ исемле йыр күҙ уңында тотола. Йәш саҡта ул йырҙар ижад итеп, музыка теорияhын китаптар буйынса өйрәнеп, республикабыҙҙың Халыҡ ижады үҙәге эргәhендәге Р.В. Сәлмәнов етәкләгән үҙешмәкәр композиторҙар секцияhында шөғөлләнеп йөрөнө. «Күҙҙәреңә ҡарап туя алманым» йыры әле Башҡортостан радиоhында Фәрит Бикбулатов башҡарыуында hаҡлана.
«Хөрмәтле Салауат Әхмәҙиә улына – китабымды тәрән аңлап, яратып баhалауың өсөн ҙур рәхмәттәр менән Ғайса Хөсәйенов» («Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев», 1991) h.б. Атайым өсөн Ғайса Батыргәрәевич ғүмере буйы фән эшмәкәренең өлгөhө булды. Уның hөҙөмтәлелегенә hоҡлана торғайны.
Бәлки, иң йылы, иң hоҡланғыс hүҙҙәрҙе атайыма татар эшмәкәрҙәре Хәмит Йәрми, Хәтип Ғосман, Хужи Мәхмутов, Илбарис Надиров, Фәтих Урманче, Ибраhим Нуруллин, Нурмөхәммәт Хисамов, Ким Миннуллиндар әйткәндер. Әле 1971 йылда уҡ телгә алынған ағайҙарҙың күбеhе Стәрлетамаҡҡа башҡорт филологияhы мәсьәләләре буйынса фәнни-ғәмәли конференцияға килеп, ундағы педагогия институтын hелкетеп алғайнылар! Аңлауымса, профессиональ сифаттарҙан тыш атайымды улар иң элек башҡорт халыҡ оҙон көйҙәрен моңло итеп башҡарғаны өсөн hәм Ҡазанға килеү менән ватып-емереп булhа ла, татарса hөйләшергә маташмағаны өсөн яраттылар. «Салават, күңелне бер жырлауың белән арбаның! Теләсә ҡачан шалтырат! Ҡазанда булғанда рәхим ит!» кеүек яҙмалар менән көндәлектәре тулған. Минең иhә бер генә цитата килтергем килә: «Ҡадерле яҡын дустым, моңло замандашым Салауатҡа ихлас күңелдән Хәмит абый», тип яҙған билдәле фольклорсы Хәмит Йәрми «Татаро-мишарские песни» (1979) тигән йыйынтығында. Кандидатлыҡ диссертацияhын Ҡазанда яҡлағанға күрә, Татарстандың баш ҡалаhы атайымды оло ғилем юлына сығарҙы, унда уға тағы ла Мирфатих Зәкиев, Мөхәмәт Ғәйнуллин h.б. бик күп бөйөк ғалимдар менән осрашыу-аралашыу форсаты тейҙе. Һәм тағы ла бер факт: 1971 йылдың декабрендә атайым ни сәбәп менәндер Ҡазанға фольклорсылар конференцияhына бара алмаған hәм ул саҡтағы дуҫы, татар халыҡ йырҙарын өйрәнгән Илбарис Надиров уға шул конференцияла төшкән коллектив фотоны иҫтәлек итеп ебәргән! Ул фотоны мин атайымдың архивын аҡтарғанда табып алып, үҙемә илhам hәм дәрт биреп торhон тип, бүлмәмә элеп ҡуйҙым, сөнки унда илдең бөтә атаҡлы фольклорсылары йыйылған.
Ғүмере буйы атайым көндәлектәр алып барҙы. Унда көндөң нисек үткәнен, төрлө цитаталар hәм конспекттар, танышҡан кешеләрҙең адрес-телефондарын, hауа торошон, төштәрен, уйҙарын, пландарын табырға була. Миңә лә бер заман: «Кешенең яҙа торған фекерҙәре булырға тейеш», – тип ошо уҡ эшкә этәргәйне. Бына, мәҫәлән, көндәлектәрендәге ҡайhы бер репликалары:
– Башҡортса hөйләшә тигәндә, башҡорт әҙәби телен күҙ уңында тотабыҙ hәм ҙур хата эшләйбеҙ. Әҙәби телдә бер кем дә hөйләшмәй.
– Ни өсөн уҡытыусы абруйы төшә? 1. Минеңсә, уларға интеллигентлыҡ етмәй. 2. Үҙеңде тота белмәү. 3. Кейем. 4. Үҙ өҫтөңдә эшләмәү. Бөгөн тел тураhында hүҙ ҡуйырғанда, был фекерҙәр шул тиклем актуаль янғырай! Уҡытыу кимәлен күтәрмәйенсә, был эште уңышлы хәл итеп булмай икәнлеге көн кеүек асыҡ! Студенттар менән эшләү өсөн дә атайым инеш hүҙ темаларын билдәләгән икән:
Һуңғы йылдарында атайым «Үткән ғүмер – ҡалған хәтер» исемле хәтирәләрен яҙып, вафатына бер нисә ай ҡалғас, уларҙы йоҡа ғына булhа ла китап итеп сығарып ҡуйҙы. Унда ул бала сағын, студент hәм аспирантура йылдарын, күңелендә уңалмаҫ яра булып ҡалған Стәрлетамаҡ институтында эшләү осорон тасуирлай. Ғилми эшмәкәрлеге буйынса З.Г. Муллағәлиева менән Х.А. Толомбаев әҙерләгән библиографик белешмә лә шул ваҡытта донъя күрҙе. Унда 396 пункт! Киләсәктә был ике китап та уның тормошон менән ижадын өйрәнеүҙә мөhим сығанаҡ булыр тип ышанғы килә.
Атайымдың вафатынан hуң Әхмәт ағай Хисмәтуллин фатихаhы менән Йәмғиәт ойошмалары дәүләт архивында (хәҙер – Милли архив) атайымдың шәхси фонды булдырылды, күп кенә ҡағыҙҙарын тәртипкә килтереп, уларҙы папкаларға бүлеп, был яҙмаларҙы, башҡа материалдарҙы шунда тапшырҙым. Күбеhе әле үҙ сиратын көтөп өйҙә ята. Исемен мәңгеләштереү буйынса эшләйhе эштәр ҙә бар әле.
Атайымдың яҡты образы гел минең күҙ алдымда, мине яңы ижади үрҙәргә саҡырып тора.