Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт теленең грамматикаһы буйынса дәреслектәр төҙөүҙең тәүге тәжрибәләре

(XIX – XX быуат башы ғәрәп һәм латин графикаһындағы башҡорт теле дәреслектәре буйынса)   З.Ғ. МЫРҘАҒОЛОВА, Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлеге ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты

Башҡорт теле буйынса дәреслектәр төҙөү эшенең тәүге өлгөләре XIX быуат урталарына ҡарай. Бындай башланғыс хеҙмәттәр ғәрәп һәм фарсы телдәре грамматикаһына нигеҙләнеп яҙыла. VIII йөҙ йыллыҡта формалаша башлаған ғәрәп тел ғилеме XI – XII быуаттарҙа һинд һәм грек-латин тел ғилемдәре менән бер ҡатарҙа торған, үҫешкән фәнни лингвистик мәктәптәрҙең береһенә әүерелә. Ғәрәп теленең фонетикаһы, орфографияһы, морфологияһы һәм синтаксисы кеүек филологик дисциплиналар, изге Ҡөръән телен шәкерттәргә нескәлектәрендә төшөндөрөү маҡсатында, Урал-Волга буйы ислам дине уҡыу йорттарында ныҡлы уҡытыла. Урта Азияла – Хива, Бохара уҡыу йорттарында белем алған мулла-мөдәрристәр ғәрәп һәм фарсы телдәрен уҡытыуҙа шул уҡ телдәрҙә ижад ителгән көнсығыш әҫәрҙәре өлгөләрен ҡуллана [4].

XIX быуатта Рәсәйҙә ғәрәп һәм фарсы телдәре мәҙрәсәләрҙә генә түгел, ҡайһы бер гимназия, университет кеүек дәүләт уҡыу йорттарында ла киң генә өйрәнелә башлай. Мәҫәлән, Ҡазан, Мәскәү һәм Санкт-Петербург университеттарында көнсығыш телдәре буйынса, шул иҫәптән фарсы теле буйынса ла курстар алып барыла. Һөҙөмтәлә уҡыу йорттарын фарсы һәм ғәрәп телдәренә өйрәткән рус һәм төрки телдәрендәге дәреслектәр менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡалҡып сыға. Ғәрәп грамматикаһы буйынса дәреслектәр төрки теленә тәржемә ителә, улар башҡорт мәҙрәсәләрендә лә актив ҡулланыла. Артабан, ошо уҡ хеҙмәттәр өлгөһөндә төрки телдәре грамматикаһы буйынса уҡыу әсбаптары төҙөлә башлай. Ырымбур Неплюев кадет корпусының өлкән уҡытыусыһы Мирсәлих Биксуриндың “Ғәрәп, фарсы һәм татар теленең бохар, башҡорт, ҡырғыҙ һәм Төркөстан халҡы һөйләштәрен өйрәнеү буйынса башланғыс ҡулланма” (1869) хеҙмәте ошо йүнәлештәге тәүге әһәмиәтле эштәрҙең береһе булып тора ла инде (Бында “татар теле” тигәндә иҫке төрки теле күҙ уңында тотола) [1].

Мирсәлих Биксурин үҙенең уҡыу әсбабында башҡорт теле тип уның ҫ өнө актив ҡулланылған көнсығыш диалектын алған (мәҫәлән, ҡорҫаҡ, ҡарҫыҡ). Ҡулланмала Ырымбур татарҙары теле материалы башҡорт теленең үҙенсәлекле бер диалекты күҙлегенән сығып тикшерелергә тейешлелер. Бында ҡ, с өндәре менән (ҡолаҡ, тырнаҡ, эсәк кеүек) һүҙҙәрҙең йыш осрауы иғтибарҙы үҙенә йәлеп итмәй ҡалмай. Мирсәлих Биксурин тәүгеләрҙән булып төрки, башҡорт телдәренә хас өндәрҙе биреү өсөн ғәрәп графикаһындағы төрки алфавитына фарсы хәрефтәрен индерә [1].

Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың “Татар нәхүсенең мохтасары” (Татар теленең ҡыҫҡаса грамматикаһы”) китабы төрки, башҡорт телдәре грамматикаһы буйынса тулы уҡ эшләнгән тәүге ғилми-методик хеҙмәт булып тора. Был әсбап 1901 йылда Ҡазанда донъя күрә. М. Өмөтбаевтың үҙенең яҙып үтеүенсә, 1898 йылда Өфөлә дворяндар һәм руханиҙар йыйылышында мосолман уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр әҙерләү кәрәклеге мәсьәләһе күтәрелә. Был мәжлестә Өмөтбаевҡа, төрки һәм фарсы телдәрен яҡшы белеүен иҫәпкә алып, төрки һәм фарсы телдәре грамматикаһы буйынса дәреслек яҙыу эше тәҡдим ителә. “Төрки теле грамматикаһы” китабының тәүге битендә Өмөтбаевтың һүҙҙәре килтерелә: “Ходай тәғәләнең рәхмәте илән башҡорт вә татар ахуанләрә бер нишан улсун дип вэ ғөләмәнең ишараты илән хәйер доға өмид итеп мәғриб данишмәндләриннең низамынча тәсниф ҡылараҡ язып ҡалдырдым” [6].

Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев көнсығыш һәм көнбайыш телдәре (рус теле) грамматикалары нигеҙендә төрки-башҡорт телдәре грамматикаһын төҙөй. Ғалимға, бығаса төрки-башҡорт телендә грамматик терминдар эшләнмәгән булыу сәбәпле, был етди мәсьәләне лә хәл итергә кәрәк була. Уҡыу ҡулланмаһында башҡорт, төрки телдәренең грамматик үҙенсәлеген күрһәтеү өсөн ғәрәп, фарсы лингвистик терминдары һәм автор тарафынан башлап индерелгән башҡортса атамалар ҡулланылған.

Дәреслектең структураһы түбәндәгесә:

1) хәреф хасиәте. Бында ғәрәп графикаһына нигеҙләнеп төҙөлгән төрки алфавиты аңлатыла, хәрефтәрҙең әйтелеше, һөйләм башында, уртаһында, аҙағында яҙылыу тәртибе күрһәтелә;

2) “джөмләнең олуғ ҡасымлары (исем үәджуд, исем сифат, кинәйә, фиғел, фиғел истмарарийа, фиғел мәҡәрбә, адат);

3) джөмләнең кечкел ҡасымдары (зарф – сүз азағы; ғатиф ҡушучы-ялғаучы, нәда)”[6:35 ].

Грамматиканың исемдәр бүлегендә исемдәрҙең яһалыу юлдары, исемдәрҙең зат һәм килештәр менән үҙгәреше хаҡында һүҙ бара. Өмөтбаевтың грамматикаһында килештәр өсөн “төшөм” тигән термин алынған. “Исем үәджүдне дөшөмләргә күндереү хаҡында” тигән бүлексәлә исемдәрҙең төшөмдәр (килештәр) менән үҙгәреше түбәндәгесә күрһәтелә:

төшөмдәр

исем – ҡул

ассафа – ҡулның

биреү – ҡулға

булдырыу – ҡулны

мәдд – ҡулдан

тарф – ҡул хаҡында.

Сифаттарға ҡарата түбәндәге грамматик терминдар ҡулланылған:

төп сифат: аҡыллы, бейек

нисбәт сифат: тарыраҡ, бейегерәк

бөйөк сифат: сап-сары, чөм кызыл.

Артабанғы “Фиғел истмарарийа”, “Фиғел мәҡәрбә” бүлексәләрендә ҡылым, ҡылым төрҙәре, үҙгәрештәре ҡарала. Алмаштар өсөн хеҙмәттә “кинәйә” тигән термин алынған. “Кечек ҡасымдар” бүлегендә “ғатиф ялғау” тигән төшөнсә түбәндәгесә аңлатыла: “Ғатиф дөшөмләргә күндереү әмәле. Ике йәки күп затларны һәм ике джөмләне берберенә ялғай торған кисәкләрдер. Ғатифлар була ҡуша торған, мәҫәлә, һәм, уә, дәхи, тәҡи, уә тәҡи, уә дәхи;

Ғатиф шартийа: гәрчә, әгәр, әгәр әйсә;

Ҡаршы ғатиф: әммә, ләкин, булсада” [6: 35 ].

“Кечек ҡасымдар” бүлексәһендә ымлыҡтар ҙа ҡарала. Ул “нәда” термины менән бирелгән.

Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың “Татар нәхүсенең мохтасары” хеҙмәте башҡорт теле грамматикаһы буйынса артабан дәреслектәр төҙөүгә йүнәлеш бирә. XX быуаттың 20-30-сы йылдарында башҡорт теленән дәреслектәр төҙөү буйынса байтаҡ эштәр эшләнә. 1925 йылда Х. Ғәбитов менән Ғ. Алпаров төҙөгән “Башҡорт теленең имләһе”, “Башҡорт теленең сарфы” (төҙөүселәре: Х. Ғәбитов, Н. Таһиров, У. Хангилдин, Ғ. Вилданов) тип аталған ғилми-методик хеҙмәттәр донъя күрә. Был хеҙмәттәр башҡорт тел ғилеме һәм грамматик терминологияһы формалашыуы, үҫеше юлдарын күрһәтеү йәһәтенән дә ҡыҙыҡлы.

“Башҡорт теленең имләһе” китабының “Төҙөүселәрҙән” тигән инеш өлөшөндә башҡорт тел ғилеменең шул осор хәл-торошо, китаптың яҙылыу сәбәптәре аңлатыла. Артабанғы “Имлә нимә?” тигән бүлексәлә авторҙар тарафынан был терминға киң генә аңлатма биреп үтелә. “Имлә (орфография) мәсьәләһе беҙҙә 20-се йылдарҙан бирле һөйләнеп һәм тикшерелеп тә, әле булһа сиселеп етә алмаған, фәнни эҙгә төшөп бөтмәгән мәсьәләләрҙең берәүһе. Имлә мәсьәләһенең был көнгә тиклем сиселеп бер эҙгә төшөп бөтмәүенә сәбәп булған нәмәләрҙең берәүһе хәреф һәм яҙыуҙарыбыҙҙың ғәрәптәрҙән алыныуы, яҙыусыларыбыҙҙың дин рамкаһынан сыға алмауы, һәр бер имлә үҙгәрешенә Ҡөръән һәм хәдис хәрефтәрен үҙ итеп ҡарауы булһа, икенсеһе, үҙ телебеҙҙең тәбиғәтен ныҡлап белеп бөтөрә алмауыбыҙ булды”, – тип яҙалар авторҙар [2 ].

Бүлексәлә артабан, башҡорт теленең орфографик ҡағиҙәләре нигеҙҙәре күрһәтелә: “Фонетика нигеҙе. Был нигеҙ телебеҙҙәге һүҙҙәрҙең ишетелгәнсә, һис бер айырмаһыҙ һөйләшкәндә әйтелгәнсә яҙылыуын теләй. Был нигеҙ буйынса бер һүҙҙә нисә һәм ниндәй өндәр булһа, аның яҙылыуында ла шул өндәрҙең билдәләре булған хәрефтәрҙең берәүһе лә ҡалмай, алмаштырылмай, яҙылған булырға тейеш ... телдең өндәрен, фонетикаһын асыҡ белмәй тороп имләне асыҡ аңлау мөмкин түгел”.

Ошо рәүешле хеҙмәттә артабан башҡорт орфографияһының сарф нигеҙе (морфологик нигеҙе), ғәҙәт нигеҙҙәре ентекләп аңлатыла: “Ғәҙәт нигеҙен аңлатҡан өлөштән дә өҙөк килтереү урынлы булыр: “Был нигеҙ һүҙҙәрҙең боронғо әйтелешен, боронғо яҙылышын иғтибарға алып элгәрелә нисек яҙылған булһалар, шуны үҙгәртмәй иҫкене “изге” итеп йөрөтөүҙе теләй.

Был тарихи ғәҙәтте нигеҙ итеп алғанда беҙҙең яҙыуҙарыбыҙ әйтелешкә лә, сарфҡа ла тура килмәй. Боронғо иҫке яҙыуҙы нигеҙ итеп алғанда беҙҙең һуҙыңҡы хәрефтәрҙең күбеһе яҙылмай ҡалырға, ярты татарса, ярты башҡортса, ярты үзбәксә булып сығырға тейеш булыр ине. Шулай булһа ла бөтәһе менән быларҙы ла яҙыуыбыҙҙан сығарып бөтөрөү мөмкин түгел әле. Күп һүҙҙәр шул ғәҙәт буйынса яҙылып йөрөйҙәр”, – тип билдәләй авторҙар [2].

Хеҙмәттең “Сингармонизм” бүлегендә башҡорт телендәге был күренеш төшөндөрөлә: “Телебеҙҙең иң оло тәбиғәтенән береһе,” сингармонизм”, йәғни бер һүҙҙең бөтә ҡушымталары менән, бөтә өндәре менән йә алғы ҡалын, йә алғы нәҙек әйтелеүе. Телебеҙҙең ошо тәбиғәтенә ҡарап, беҙҙә һүҙҙәр ҡалын, нәҙек тигән ике төргә айырылалар. Мәҫәлән:

Ҡалын һүҙҙәр: ҡалды, ултырам, булманы, урамдан, урман.

Нәҙек һүҙҙәр: әсәй килде, әүернә әйләндерә, гәзит өйрәтә, белем.

“Өндәр” бүлегендә өндәргә билдәләмә бирелә: “Тын юлы менән үпкәбеҙгә алған һауаны, беҙ һөйләшкән саҡта үпкәбеҙ менән тышҡа сығарабыҙ. Үпкәбеҙҙән сыҡҡан һауа ыңғайына ҡушылыб ауыҙыбыҙҙан сыҡҡан тауыш, кәрәк ниндәй булһа ла, “өн” тиб атала”[2].

Был өндәр ауҙыбыҙҙан сығыуҙарына ҡарата түбәндәгесә бүленәләр:

1) үңәс өндәре: а, ә, э, ү, у, һ;

2) күмәкәс өндәре: х, ғ, ҡ (к, г);

3) киңшерек өндәре: м, н, ң;

4) тел биләне өндәре: й, ҫ, ш, л, р;

5) тел осо өндәре: т, ҫ, д, ҙ, з;

6) ирен өндәре: б, п, м, ф, в.

Хеҙмәт авторҙары “ч, х, ф” өндәренең сит телдән ингән һүҙҙәрҙә генә йөрөүҙәрен иҫкәртәләр: халыҡ, хеҙмәт, хөкөм, хәйерсе, фатих, сәфәр, кәфен, фатағрафийа.

Х. Ғәбитов, Н. Таһиров, У. Хангилдин, Ғ. Вилдановтар авторлығындағы “Башҡорт теленең сарфы” хеҙмәте (1925) автор-төҙөүселәр тарафынан башҡорт теленең морфологияһы буйынса тәүге тәжрибә тип күрһәтелә [3]. Был дәреслектә лә үҙенсәлекле грамматик терминдар ҡулланылыуы иғтибарҙы йәлеп итә.

Дәреслектең структураһы түбәндәгесә: беренсе бүлек “Телмәр” тип атала. Бүлектә текстар бирелә: халыҡ ижадынан, газетанан алынған текстар бар, бында Хәбибулла Ғәбитовтың шиғырҙары йыш ҡулланыла. “Телмәр” бүлегендә телмәрҙең, текстарҙың төрлөлөгөнә, яҙылыу маҡсатына, музыкаллегенә, эмоционаллегенә иғтибар иттерә торған һорауҙар бирелә.

Артабанғы бүлек фонетика буйынса яҙылған. Бында һүҙ, ҡалын һәм нәҙек һүҙҙәр, өндәр, шыңғырауыҡлы һәм шибкәртһеҙ өндәр, тауышлы һәм тауышһыҙ өндәр айырым билдәләп күрһәтелә.

Телмәр киҫәктәре үҙ исем, сифат исем, һан исем, төбәмә исем тигән терминдар менән аталып бирелә (“төбәмә исем” тигән термин аҫтында алмаштар күҙ уңында тотола). “Исем туйуҡтары” тигән бүлегендә исемдең килештәр менән үҙгәреше аңлатыла. Бында килештәр төп туйуҡ, эйәлек туйуҡ, арнау туйуҡ, күһәмә туйуҡ, уралау туйуҡ, йәбешкә туйуҡ тигән атамалар менән бирелә.

Хеҙмәттә ҡылымдар яһалма ҡылым, хәбәр ҡылым, хәбәр ҡылымдың һөйкәлмә менән үҙгәреше, хәбәр ҡылымдың юҡлыҡ менән үҙгәреше, берлек, күплек менән үҙгәреше, хәбәр ҡылымдың заман менән үҙгәреше, бойроҡ ҡылым, шарт ҡылым, рәүеш ҡылым, миҙгел ҡылым, тойоҡташ ҡылымдарға бүлеп өйрәнелә. Ҡылым йүнәлештәре “Ҡылым аймаҡтары” тигән бүлексәлә ҡарала. Уның төп аймаҡ, ҡайтым аймаҡ, уртаҡлыҡ, ҡабатлыҡ, йөкмәү, көсәйтем аймаҡтары тигән төрҙәре күрһәтелә. Бында хәҙерге лингвистикала ҡулланылмаған йәнә “тойоҡташ ҡылым” тигән термин осрай. Был атамаға авторҙар түбәндәгесә аңлатма бирә: “Һүҙҙең аҙағы үткән заман йәки хәҙерге заманда булған хәлде йәки эште белдерә торған -гән, -ҡан, -ған, -гән, -мыш, -саҡ, -сәк һымаҡ ялғауҙар менән килһә һәм нәмә эшләгән, нәмә эшләйәсәк һымаҡ һорауҙарға яуаб булыб төшһә, ул һүҙ туйуҡташ ҡылым тип атала”. Китапта мәҡәлдәрҙән миҫалдар килтерелгән: эшләмәгән ашамаҫ, яҡмаған мейескә ҡыҙынма, аурыған башҡа тимер таяҡ[3:].

З. Шәкиров менән Ш. Чурайовтар яҙған “Ғәмәли башҡорт теле дәреслеге” [5] рус телендә һөйләшеүселәр өсөн төҙөлгән тәүге дәреслек була. Был хеҙмәт латин графикаһында яҙылған. Дәреслек төп ике бүлектән тороп, уның беренсе бүлеге практик өлөштө ала. Китаптың икенсе бүлегендә иһә рус телендә башҡорт теленең грамматикаһы бирелә. Дәреслек аҙағында башҡортса-русса һүҙлек килтерелә.

“Ғәмәли башҡорт теле дәреслеге” белем-мәғлүмәт биреү, коммуникатив һәм тәрбиәүи функциялар үтәй. Дәреслектә төрлө аралашыу ситуациялары, диалогтар бирелә.Тәүге дәрестәрҙән үк синыфта актив ҡулланылған һүҙҙәр өйрәнелә башлай. Мәҫәлән: мәктәп, ишек, китап, журнал, дәфтәр, бар, ал, ҙур. Күреүебеҙсә, бында исемдәр менән йәнәшә ҡылым һәм сифат һүҙҙәр ҙә бирелә бара. Артабан шул һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр һәм ябай һөйләмдәр төҙөлә. Миҫал: матур китап, китап ал, дәфтәр бар, ҙур мәктәп, ҙур таҡта. Бер парта ҙур. Бер ҡәләм ал. Бер матур ҡәләм ал.

Артабанғы практик күнегеүҙәр һорау һәм һорауға яуап формаһы менән ҡатмарлаштырыла. Миҫал: Был нәмә? Был лампы. Был ултырғыс. Теге өҫтәл. Теге тәҙерә. Теге ышкаф. Был таҡта ниндәй? Был таҡта ҡара.

Һүҙҙәргә ялғауҙар ҡушыу буйынса ла күнекмәләр индерелә. Миҫал: китаптар күп, дәфтәр күп түгел. Нисә сәғәт? Бер сәғәт. Мәктәптә шәкерттәр бармы? Унда шәкерттәр күп.

Дәреслектең был беренсе практик өлөшөндә башҡорт теле буйынса ҡағиҙәләр үҙҙәре килтерелмәй, ә схематик мәғлүмәт формаһында сағылыш таба. Миҫалда ҡарайбыҙ:

Хәҙерге миҙгел  ҡылымдары

(ҡалын һүҙҙәрҙән)

Ал

Берлек Күплек

  1. Алам алабыҙ
  2. Алаһың алаһығыҙ
  3. Ала алалар

Нәҙек һүҙҙәрҙән

Кил

Берлек Күплек

  1. Киләм киләбеҙ
  2. Киләһең киләһегеҙ
  3. Килә киләләр

Дәреслектең беренсе өлөшө иллюстратив материал менән дә байытылған. Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереүгә уңайлы булһын өсөн, һүҙлектәр һәм кескәй тематик текстар менән йәнәшә йыш ҡына һүҙҙәргә иллюстрациялар бирелә бара.

“Башҡорт теленең ғәмәли дәреслеге” китабының икенсе өлөшөндә рус телендә ғилми йәһәттән яҡшы уҡ эшләнгән башҡорт теле грамматикаһы бирелә. Бында башҡорт теленең фонетикаһы тулыраҡ сағылыш таба. Фонетиканың һуҙынҡылар һәм тартынҡылар, уларҙың әйтелеше, һүҙҙәрҙе үҙгәрткәндә өндәрҙең үҙгәреше хаҡында бүлексәләр бар. Һуҙынҡыларға ҡарата түбәндәге төшөнсәләр ҡулланыла: ҡаты һуҙынҡы (а, у, о, ы), йомшаҡ һуҙынҡы (ә, ө, ү, ө) [5: 68].

Артабанғы бүлектәрҙә исемдәрҙең һан һәм килеш менән үҙгәреше ҡарала. Әммә бында төшөнсәләр рус телендә бирелә (единственное число, множественное число). Терминдарҙың башҡортсаһы бирелмәгән. Килештәр менән дә шул уҡ хәл: “падежей, имеющих особое приставки (окончания), в башкирском языке пять: а) родительный, b) дательный, с) винительный, d) местный, e) исходный” [5: 73 ].

Сифаттарҙың ялғау менән үҙгәреше тигән айырым бүлексә бар.

Бында сифаттарҙың күләм-дәрәжәләре һәм исем менән килгән осраҡта ялғауҙар менән үҙгәреше хаҡында һүҙ бара. Күләм-дәрәжә темаһында ла терминдар тик русса вариантта бирелә: форма сравнительной степени, форма превосходной степени” [5: 77-78 ].

Дәреслек аҙағында башҡорт теленең латин, ғәрәп графикаһында, кириллицала алфавиты һәм һүҙлек бирелә. Кириллицала башҡорт алфавиты әле ул ваҡытта эшләнмәгән булғанлыҡтан ә, ү, ө, ҡ, ғ, ҫ хәрефтәре түбәндәгесә бирелгән: ә – а (мягкое), ғ – г (твердое гортанное), ҡ – к (твердое гортанное), һ – һ (латинское), ҫ – с (глухое), ү – у (мягкое).

Йомғаҡлап әйткәндә, XX быуаттың 30-сы йылдары башына тиклемге арауыҡта башҡорт теле буйынса дәреслектәр төҙөү йүнәлешендә бай ғына тәжрибә тупланып өлгөрә. Ғәрәп һәм латин графикаһындағы ғилми-методик ҡомартҡыларҙы байҡау башҡорт теле грамматикаһы, терминологияһы фәненең үҙенсәлекле үҫеш юлын күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә.

 

Ҡулланылған сығанаҡтар һәм әҙәбиәт:

  1. Бекчурин Мир-Салих.Начальное руководство к изучению арабского, персидского и татарского языков с наречиями бухарцев, башкир, киргизов и жителей Туркестана, и с русско-персидско-татарскими словами, расположенными по предметам, разговорам и прописями. Сост. Мир-Салих Бекчурин, препод. восточ. яз. Изд. 2-е, доп. – Казань: тип. имп. ун-та, 1869. –159 с.
  2. Ғәбидов Х., Алпаров Ғ.Башҡорт теленең имләһе. – Өфө: Башкнига, 1925. – 40 бит.
  3. Ғәбидов Х., Таһиров Н., Хангилдин У., Вилданов Ғ.Башҡорт теленең сарфы. – Өфө: Башкнига, 1925. – 114 бит.
  4. Салихов А.Г., Искандарова С.А.Из истории обучения персидскому языку в башкирских медресе и “персидская грамматика” Мухамметсалима Уметбаева // Историко-культурное наследие народов Урало-Поволжья, 2022. – №1. – 6-8 стр.
  5. Шакиров З., Чураев Ш.Практический учебник башкирского языка. Первая книга: Для школ II ступени, техникумов и рабфаков [Текст]. – Уфа: ЦКНБА, Башкнига, 1928. – 98 с.; 2-е изд. испр. и доп., 1929. – 111 с.; 3-е изд., 1930. – 116 б.
  6. Өмөтбаев М.Татар теленең мохтасары. – Казан: типография Б.Л. Домбровского, 1901.– 53 с.
Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: