2023 йылда хөрмәтле коллегабыҙ, филология фәндәре докторы, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Почет Билдәһе орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре, әҙәбиәт ғилеме бүлеге мөдире Миңлеғәли Хөсәйен улы Нәҙерғолов тормошоноң күркәм түңәрәк датаһын билдәләне – уға 70 йәш тулды.
Миңлеғәли Хөсәйен улы Нәҙерғолов 1953 йылдың 7 октябрендә Башҡортостандың Матрай (хәҙерге Йылайыр) районы Ишбулды ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫә. Башланғыс белемде үҙ ауылында, тулы урта белемде 1963 – 1970 йылдарҙа Баймаҡ мәктәп-интернатында ала. Уны тамамлағас, Йылайыр районы Юлдыбай совхозында төрлө эштәр башҡара, 1971 – 1973 йылдарҙа армия сафтарында хеҙмәт итеп ҡайта, Йылайыр райсоветы эргәһендәге спорткомитет эшен етәкләй, аҙаҡ шунда уҡ шофер була.
Юғары белем алыу теләге уны Өфөгә алып килә. 1975 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетындағы башҡорт-рус бүлегенә уҡырға инә һәм 1980 йылда уны тамамлап сыға. Университетта уҡығанда остаздары араһында Кирәй Мәргән, Ким Әхмәтйәнов, Ғәли Сәйетбатталов, Вәли Псәнчин, Роберт Байымов кеүек башҡорт филологияһы корифейҙары булыуы, В.Ш. Псәнчин етәкселегендә XIX быуат башҡорт шағиры Ғәли Соҡоройҙоң ғәрәп графикаһы менән яҙылған “Хажнамә” исемле ҡулъяҙма әҫәре буйынса диплом эше яҡлауы Миңлеғәли Хөсәйен улының артабанғы яҙмышында хәл иткес роль уйнай. Ошо уҡ йылда ул СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы (хәҙер Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге) Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әҙәбиәт секторына (хәҙер әҙәбиәт ғилеме бүлеге) эшкә килә. Ошо көндән башлап уның ғүмере, ғилми эшмәкәрлеге ошо Институт менән бәйле. Бында стажер-тикшеренеүсенән алып бүлек мөдиренә тиклем хеҙмәт юлы үтә; 1997 йылдан бөгөнгәсә әҙәбиәт ғилеме бүлеген етәкләй. Бөйөк остазы, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан фәндәр академияһы академигы Ғ.Б. Хөсәйенов етәкселегендә 1986 йылда “Башҡорт әҙәбиәтендә тәуарих жанры традициялары һәм Ғәли Соҡоройҙоң “Тәуарих-и Болғария, йәки Тәҡриб-и Ғари” әҫәре” тигән темаға кандидатлыҡ һәм 2009 йылда “Башҡорт әҙәбиәтенең тарихи-функциональ жанрҙары” темаһына докторлыҡ ғилми дәрәжәләренә диссертациялар уңышлы яҡлай. Ул – 26 монография һәм уҡыу әсбаптары (шул иҫәптән авторҙаштар менән дә), 350-нән ашыу ғилми һәм ғилми-популяр хеҙмәттәр, рецензиялар авторы.
Әҙәбиәт ғилеменең ниндәй генә өлкәһенә тотонһа ла, Миңлеғәли Хөсәйен улы үҙенә хас ҙур бер ныҡышмалылыҡ, етдилек менән эш итә. Уның тикшеренеүҙәре ентекле һәм төплө булыуҙары менән айырылып тора. Ул әҙәбиәт тарихы, әҙәби тәнҡит, археография, текстология өлкәләрендә берҙәй егелеп эшләй. Шулар араһынан бигерәк тә археография менән текстология тармаҡтарын үҫтереүҙә уның өлөшө бик ҙур. Ғалим ғәрәп графикалы иҫке төрки телендәге ҡулъяҙма һәм баҫма ҡомартҡыларҙы тикшереү, өйрәнеүҙе үҙ итеп, уларҙы хәҙерге башҡорт теленә ауҙарып, ябай уҡыусыға еткереүгә күп көсөн һалды һәм был юҫыҡта эшләүен дауам итә. Шулай, уның тарафынан әҙерләнеп, “Китап” нәшриәтендә “Әҙәби мираҫ” серияһы аҫтында донъя күргән китаптар аша киң ҡатлам уҡыусылар XIX – XX быуат башында йәшәп ижад иткән әҙиптәр Ғәли Соҡорой (“Шәм яҡтыһы”, 1995), Фәтхелҡадир Сөләймәнов (А. Инан) (“Башҡорт йәйләүендә”, 1996), Фазыл Туйкин (“Ватан ҡаһармандары”, 2007), Ризаитдин Фәхретдинов (“Һайланма әҫәрҙәр”, 2009) әҫәрҙәре менән яҡындан таныша алды. Ижади мираҫтары ғәрәп яҙмаһында булыу сәбәпле, Миңлеғәли Хөсәйен улы башҡорт телендә сығарғансы уларҙы бик һирәк белгестәр генә уҡый ала ине.
Билдәле булыуынса, XX быуаттың 30-сы йылдарына тиклем күпселек төрки донъяһы яҙма һәм баҫма өсөн официаль рәүештә ғәрәп алфавитындағы иҫке төрки телен ҡулланған. Күпселек әҫәрҙәрҙең исемдәре фарсыса йәки ғәрәпсә булыуы, ошо телдәрҙе яҡшы белгән уҡымышлы күп башҡорт (дөйөм төрки) әҙиптәренең үҙ әҫәрҙәрен дә шул телдәрҙә ижад итеүе лә – быуаттар дауамында килгән традицион күренеш. Ләкин телгә алынған 30-сы йылдарҙа башҡорттарҙың ғәрәп яҙмаһынан тәүҙә латин графикаһына, артабан кириллицаға күсеүе быға тиклем булған ҙур ҡатлам мәҙәниәтте, бөтә тарихты оноттороуға дусар итә. Бөгөн бындай ҡомартҡыларҙы бик аҙ ғына белгестәр өйрәнә. Был эш тикшеренеүсенән түҙемлелек, ныҡышмалылыҡ, боронғо яҙма культура традицияларын яҡшы белеүҙе талап итә. Үрҙә әйтеүебеҙсә, был йүнәлеш М. Нәҙерғоловтың ғилми эҙләнеүҙәре, тикшеренеүҙәренең төп нигеҙен билдәләй.
Алған юҫыҡтағы ғилми ҡаҙаныштарын иҫбатлап уның “Башҡорт әҙәбиәтенең тарихи-функциональ жанрҙары (генезис, типология, традициялар)” (2002, рус телендә), “XVI – XX быуат башы башҡорт тарихи яҙмаларының стиль үҙенсәлектәре” (2004), “XVI – XX быуат башы башҡорт тарихи-әҙәби әҫәрҙәре (жанрҙар системаһы барлыҡҡа килеү һәм традициялар мәсьәләләре)” (2013, рус телендә) тигән монографик пландағы ижад емештәре тыуҙы. Башҡорт әҙәбиәтенең бығаса бик аҙ өйрәнелгән шәжәрә, тәуарих, тарихнамә жанрҙарына комплекслы анализ яһап, ғалим уларҙы генетик, типологик планда ныҡлап өйрәнде, был тарихи-функциональ формаларҙың жанр үҙенсәлектәрен асыҡлап, уларҙың яҙма мәҙәниәт традициялары эсендә тотҡан урынын билдәләне. Ғилми йәмәғәтселек был хеҙмәттәрҙе хуплап, фән өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Башҡорт шәжәрәләрен ғилми яҡтан өйрәнеп кенә ҡалмай, уларҙы бергә туплап ябай халыҡҡа сығарыуҙа ла М. Нәҙерғоловтың роле бик ҙур. Был йәһәттән билдәле ғалим-филолог Р.М. Болғаҡов менән берлектә уларҙың рус һәм башҡорт телдәрендә күренекле башҡорт ғалимы, әҙибе һәм йәмәғәт эшмәкәре М. Өмөтбаев тарафынан яҙып ҡалдырылған “Йомран-Табын волосы башҡорттары шәжәрәһе” (1997), рус телендә 27 башҡорт шәжәрәһен үҙ эсенә алған “Башкирские родословные” китабы (Сост., предисл., поясн. к пер. на рус. яз., послесл. и указ. Р.М. Булгакова, М.Х. Надергулова.) 2002 йылда “Китап” нәшриәтендә донъя күрҙе. Улар баш һүҙ менән йомғаҡлауҙан тыш аңлатмалар, күрһәткестәр, ҡушымталар менән байытылған. Китаптың бик тиҙ һатылып бөтөп, һирәк осрай торған китаптар рәтенә инеүе уның халыҡ араһында бик популяр булыуы тураһында һөйләй. 2016 йылда был китаптың тулыландырылған, яңыртылған варианты баҫылып сыҡты. Шуны ла әйтергә кәрәк, 2007 – 2013 йылдарҙа республикабыҙҙа киң таралыу алған шәжәрә байрамдарында Миңлеғәли Хөсәйен улы шәжәрә төҙөү буйынса республика конкурс комиссияһының рәйесе лә булып торҙо. Шәжәрә менән бәйле сараларға, конкурстарға ул әле лә төп эксперттарҙың береһе итеп саҡырыла.
Оҫта археограф һәм талантлы текстолог булараҡ, М.Х. Нәҙерғолов башҡорт шиғриәте, әҙәбиәте антологияларын төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша, күп әҙиптәрҙең ғәрәп графикаһында булған әҫәрҙәрен башҡорт телендә әҙерләп бирә (“Башҡорт шиғриәте антологияһы” 2001 йылда, “Башҡорт әҙәбиәте антологияһы” ике томда 1999 һәм 2007 йылдарҙа “Китап” нәшриәтендә донъя күргәйне). “Башҡорт әҙәбиәте антология”һын әҙерләүҙә ҡатнашып ҡына ҡалмай, 3-сө томдан башлап ҡалғандарына ғилми етәкселек тә итте, уның 1-се китабы 2022 йылда донъя күрҙе. Китап XX быуат башы (совет осорона тиклемге йылдар) әҙәбиәтенең башҡорт әҙиптәре тарафынан ижад ителгән заманы өсөн күренеш булырҙай, үҙенсәлекле шиғри һәм драма әҫәрҙәре үрнәктәренән тора. Улар төрлө сығанаҡтарҙан йыйылып, текстары ғәрәп яҙмаһынан хәҙерге башҡорт яҙмаһына ауҙарылған. Заманында сәйәсәт, идеология һәм башҡа шундай сәбәптәр арҡаһында тыйыу аҫтында булған Ғ. Кейеков, Ф. Сөләймәнов, Ф. Туйкин һ.б. әҙиптәрҙең әҫәрҙәренә, дини мотивтарға ҡоролған сағыу шиғри өлгөләргә ҙур ғына урын бирелгән. Томдың 2-се китабы һәм 4, 5 томдар нәшриәткә күптән тапшырылған.
М. Нәҙерғолов рус һәм башҡорт телдәрендә баҫылған күп томлы “Башҡорт энциклопедияһы»ның әүҙем авторҙарының береһе. Уның ғилми етәкселегендә һәм туранан-тура ҡатнашлығында үҙе етәкләгән әҙәбиәт ғилеме бүлеге төрки донъяһында киң билдәле башҡорт ғалимы, мәғрифәтсеһе Ризаитдин Фәхретдиновтың ҡулъяҙма рәүешендә генә һаҡланып ҡалған “Аҫар” һәм “Йыуаныс” исемле хеҙмәттәренән һайлап алынған текстарҙан торған икешәр китабын әҙерләп баҫтырҙы; башҡорт әҙәбиәтенең күп быуатлыҡ тарихын яҡтыртҡан рус телендәге 4 томлыҡ фундаменталь хеҙмәттең өс томы, башҡорт телендә 7-се томы донъя күрҙе. Әлеге ваҡытта ғалим етәкселегендә рус телендә 4-се том һәм инглиз телендә бер том әҙерләнә. 2009 – 2020 йылдар арауығында М. Нәҙерғоловтың ғилми редакторлығында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим әҫәрҙәренең 11 томдан торған тулы йыйынтығы әҙерләнеп, “Китап” нәшриәтендә донъя күрҙе.
Миңлеғәли Хөсәйен улы ғилми хеҙмәттәшлек өлкәһендә лә әүҙем эшләй. Уның яҡут ғалимдары, Ҡазахстандағы Халыҡ-ара төрки академия менән бәйләнеш ептәре ныҡлы һәм уңышлы. Екатеринбург ғалимдары менән емешле хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәһендә “Урал әҙәбиәте тарихы” исемле бер нисә томлыҡ фундаменталь хеҙмәттә башҡорт әҙәбиәтенең дә урта быуаттарҙан башлап үҫеү дәүерен яҡтыртыу мөмкинлеге тыуҙы. “Урал әҙәбиәте тарихы. XIV быуат аҙағы – XVIII быуат” исемле 1-се китап Мәскәүҙә 2012 йылда донъя күрҙе. Унда башҡорт әҙәбиәте тарихының Урта быуаттар осорон яҡтыртҡан өлөшө индерелгән. “Урал әҙәбиәте тарихы. XIX быуат” (М., 2020) исемле 2-се китапта ла ошо быуаттағы башҡорт әҙәбиәтенең үҫеше сағылыш таба.
Миңлеғәли Хөсәйен улы күп йылдар Башҡорт дәүләт университетының (хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университеты) тарих факультетында – иҫке төрки, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт әҙәбиәте һәм иҫке төрки теленән студенттар өсөн дәрестәр алып барҙы. Әлеге осорҙа ла ошо юғары уҡыу йорттарында башҡорт филологияһы йүнәлеше буйынса сығарылыш эштәрен яҡлау комиссияһының председателе итеп саҡырылып килә. Уның етәкселегендә 1 кандидатлыҡ диссертацияһы уңышлы яҡланған, 1 докторлыҡ, 2 кандидатлыҡ диссертациялары яҡлауға әҙерләнгән.
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙән боронғо мәҙәни ҡомартҡыларыбыҙ: ғәрәп графикаһындағы ҡулъяҙмалар, баҫма китаптар, фольклор әҫәрҙәрен йыйыуға йүнәлтелгән археографик экспедициялар йылдан-йыл ойошторолоп килде. Шул экспедицияларҙа ҡатнашып, М. Нәҙерғолов Институттың Ғ.Б. Хөсәйенов исемендәге Ҡулъяҙмалар фондын яңы ҡомартҡылар менән байытыуға ла ҙур өлөш индерҙе.
“Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың шәхси архивындағы эпистоляр сығанаҡтар” (2023) тигән китап ғалимдың яңы хеҙмәт ҡаҙаныштарының береһе. Ул хеҙмәттәше С.М. Хөсәйенов менән берлектә Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте гранты матди ярҙамында башҡарылған “М. Өмөтбаевтың эпистоляр мираҫында башҡорт иленең XIX быуат аҙағындағы социаль-иҡтисади хәле” проектының емеше булып тыуҙы. Хеҙмәттә төп өйрәнеү сығанағы итеп Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Ғилми архивында һаҡланған XIX быуаттың икенсе яртыһындағы күренекле башҡорт мәғрифәтсе ғалимы М. Өмөтбаевтың шәхси фондындағы эпистоляр документтар – хаттар, асылмалар, яҙма мөрәжәғәттәр, үтенес яҙыуҙары, белдереү һәм хәбәр итеү ҡағыҙҙары алынған. Әлбиттә, проекттың исеменә ярашлы, ғилми анализ өсөн документтарҙың XIX быуаттың һуңғы сирегендә башҡорт халҡына бәйле социаль-ижтимағи һәм мәҙәни процестарҙы сағылдырғандары һайлап алынған. Улар араһында М. Өмөтбаевтың шәхсән хаттары, эш ҡағыҙҙары ғына түгел, уның менән хатлашыу, яҙышыу алып барған туғандарының, үҙ осороноң билдәле яҙыусылары, шағирҙары, дин әһелдәре, урындағы һәм үҙәк власть вәкилдәренеке лә бар. Ғәрәп яҙыулы документтар һүҙлек һәм рус теленә тәржемәләр менән бирелгән.
М.Х. Нәҙерғолов – “Проблемы востоковедения”, “Российская тюркология”, “Вестник Северо-Восточного федерального университета им. М.К. Аммосова” фәнни журналдарында мөхәрриәт, РФА Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты Ғилми советы, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы, Рәсәй тарихсы-архивсылар йәмғиәте ағзаһы.
Фән өлкәһендә өлгәшкән ҡаҙаныштары өсөн күренекле ғалим “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” (2007) тигән почетлы исемгә, шулай уҡ Рәсәй фәндәр академияһы президиумының (1999, 2017), Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығының (2000), Өфө ҡалаһы мэрияһының (2002) почет грамоталарына һәм Башҡортостан Республикаһының “Хеҙмәт ҡаһарманлығы” миҙалына (2022) лайыҡ булды.
Ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге менән үткәндәрҙе бөгөнгөгә ялғап, киләсәккә ҙур ғилми-ижади пландар менән йәшәй билдәле башҡорт ғалимы, әҙәбиәтсе филолог, археограф һәм текстолог Миңлеғәли Хөсәйен улы Нәҙерғолов.